Тебейек , тибик.рус. буроголовая гаичка, лат. Poecile montanus— турғайҙар отрядендәге ҙур булмаған ҡошсоҡ.
Турғайҙан бәләкәйерәк. Ботаҡтар араһында һикергеләп йөрөүсе хәрәкәтсән ҡошсоҡ. Кәүҙәһенең өҫкә яғы көрәнһыу һоро, аҫ яғы һорғолт аҡ. Түбәһе, елкәһе һәм тамағы ҡара-көрән. Ҡарабаш тебейектән көрән башы менән айырыла.
Тауышы яңғырауыҡлы: «ти-ти-тижж-тижж», моңло итеп һыҙғыра ла: «түй-түүүй-түүүүй».
Урамаңдарҙа йәшәй. Бөжәктәр, уларҙың ҡурсаҡтары менән туҡлана. Йылы яҡтарға китмәй, бер урындан икенсе урынға күсеп йөрөй. Киң генә таралған. Ағас ҡыуыштарында оялай. Ҡыҙғылт һипкелле 6—9 бөртөк аҡ йомортҡа һала.
Зарарлы бөжәктәрҙе ҡырып, файҙа килтерә.
- Э.Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ №3478 28.693.35 И 90
- Остапенко В. А. Птицы в вашем доме: Справочное пособие. — М.: Арнадия, 1996. - ISBN 5-88666-011-9