Аҡбаш турғай
Аҡбаш турғай
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Хордалылар
Класс: Ҡоштар
Отряд: Турғай һымаҡтар
Ғаилә: Һоло турғайҙары
Ырыу: Plectrophenax
Төр: Аҡбаш турғай
Латинса исеме
Plectrophenax nivalis
(Linnaeus, 1758)

Аҡбаш турғай (рус. Пуночка)(лат. Plectrophenax nivalis)— һоло турғайҙары ғаиләһендәге ҡошсоҡ.

Plectrophenax nivalis
Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап
en:Least Concern
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : / 106008973

Ҡылыҡһырлама

үҙгәртергә

Турғай ҙурлыҡ. Күмәкләшеп ерҙән генә йөрөйҙәр, ағастарға ҡунмайҙар. Дөйөм төҫө аҡ. Ҡара ҡанаттарының осонда аҡ һыҙаттары бар. Һорғолт көрән ҡойроғоноң ситтәре һәм осо аҡ менән ҡайылған. Арҡаһы һорғолт аҡ. Күҙенән һорғолт һыҙыҡ үтә. Көрән суҡышының осо ҡара. Башҡа турғайҙар менән бутауы мөмкин түгел.

Тауышы яңғырауыҡлы: «пинь- пинт-пинт».

Йәшәү рәүеше

үҙгәртергә

Һыу буйҙарындағы асыҡ урындарҙа йөрөй. Башлыса үлән орлоҡтары менән туҡлана. Беҙҙең яҡтарға тик ҡышлау өсөн генә килә.Октябрь айҙарында килеп, март урталарында төньяҡҡа ҡайта. Киң генә таралған. Беҙҙең яҡта оя ҡормай.

  • Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө, 1986 йыл.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә