Таҡыя турғай
Таҡыя турғай | ||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||
|
||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||
Carduelis flammea (Linnaeus, 1758) |
||||||||||||||
Синонимдар | ||||||||||||||
| ||||||||||||||
|
Таҡыя турғай (рус. Обыкновенная чечетка, лат. Carduelis flammea) — ҡупшыҡайҙар ғаиләһендәге ҡошсоҡ.
Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап Ҙур хәүеф янамай IUCN 3.1 Least Concern : / 150738 |
Ҡылыҡһырлама
үҙгәртергәТаҡыябаш, ҡыҙылбаш турғай. Турғайҙан бәләкәйерәк. Күмәкләшеп йөрөйҙәр, һырты һорғолт көрән, ҡара таптар менән сыбарланған. Ҡорһағы аҡ. Түбәһе һәм маңлайы ҡыҙыл. Ҡабырғалары көрән буй һыҙыҡлы. Ата ҡоштоң түше-ҡыҙыл, инәһенеке аҡ сыбар. Киндер турғайынан арҡаһы һоро һәм ҡойроғо һыҙыҡһыҙ ҡара булыуы менән айырыла.
Тауышы
үҙгәртергәТауышы яңғырауыҡлы: «си-сит-си-сит» һәм «пи-йү-ии» сырылдап һайрай.
Йәшәү рәүеше
үҙгәртергәҺирәк ағаслы урмандарҙа, ҡыуаҡтарҙа йәшәй. Үлән һәм ағас орлоҡтары, бөжәктәр ашай. Йылы яҡҡа китмәй, бер урындан икенсе урынға күсеп йөрөй, һирәк осрай. Ағаста һәм ҡыуаҡта, һирәкләп таш ярыҡтарында оялай. Көрән таплы 4—5 бөртөк зәңгәр йомортҡа һала.
-
Carduelis flammea flammea
-
Carduelis flammea cabaret
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ № 3478 28.693.35 И 90
- Остапенко В. А. Птицы в вашем доме: Справочное пособие. — М.: Арнадия, 1996. — ISBN 5-88666-011-9