Суҡтурғай
Суҡтурғай | ||||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||||||||
|
||||||||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||||||||
Bombycilla garrulus Linnaeus, 1758 | ||||||||||||||||||||
|
Суҡтурғай (рус. свиристель йәки обыкновенный свиристель, лат. Bombycilla garrulus) — турғайҙар отрядындағы һайрасы ҡош.
Ҡылыҡһырлама
үҙгәртергәСыйырсыҡ ҙурлығында. Башында бүрке бар. Ҡауырһыны ҡуйы, беше. Дөйөм төҫө алһыу һоро, ҡара ҡанаттарында тар ғына һары һәм киңерәк аҡ һыҙыҡтар, асыҡ ҡыҙыл тап бар; ҡойроғо, тамағы, күҙҙәре аша үткән һыҙыҡтар ҡара; ҡойроғоноң осо асыҡ һары. Башҡа ҡоштар менән бутау мөмкин түгел
Тереклек итеүе
үҙгәртергәҠайын йәки ылыҫлы урмандарҙа йәшәй. Ҡышҡыһын күсеп йөрөй. Тауышы яғымлы ғына сырылдау; «сирррири — сиррири». Ояһы ағас баштарында була. Башҡортостанда ҡыш көнө уларҙың һаны арта төшә.
Туҡланыуы
үҙгәртергәЯҙ һәм йәй көндәрендә бөжәктәр,үләндең йәш һабаҡтары, башҡа ваҡытта төрлө емеш — еләктәр менән туҡлана. Башлыса миләш, балан, омела(паразит үҫемлек), көртмәле.
Үрсеүе
үҙгәртергәИнә ҡош ҡара тарлы күкһел 3—7 йомортҡа һала.
Әҙәбиәт
үҙгәртергәЭ. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары. — Өфө, 1986. — 104-се бит.
Был орнитология тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |