Ҙурлығы күгәрсендәй. Өҙлөкһкҙ ағастан ергә, ерҙән кире ағасҡа һикергеләп йөрөй. Ғәҙәттә тупланып йөрөйҙәр. Дөйөм төҫө ерәнһыу һоро. Башында сыбар бүрке бар. Ҡанаттары, ҡойроғо ҡара. Ҡойроҡ төбөндә, ҡанаттарында аҡ таптар бар. Ҡанаттары бөгөлгән урында ҡара арҡыры һыҙатлы ялтырауыҡлы күк тап була. Ҡыжҡылдаҡтан төҫө һәм ҙурлығы менән айырыла. Тауышы тупаҫ: «ҡжжжжҡ- ҡжжжжҡ»
Урмандарҙа йәшәй. Киң генә таралған ултыраҡ ҡош. Ағас баштарында оялай. Бөжәктәрҙе ҡырып, файҙа килтерһә, ҡош ояларын туҙҙырып зыян итә.
Ҡарағай һәм шыршы орлоҡтары, сәтләүек, бөжәктәр, ваҡ ҡоштарҙың балаларын ашай. Көрән генә таплы 5-7 йомортҡа һала.
Диалекттарҙа шундай вариантарры бар: Урман һайҫҡаны, суҡтурғай.
Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары.Өфө-1986й. 69-сы бит.
Викиһүҙлектә
«сойка» мәҡәләһе бар