Сыбар барҡылдаҡ, ҡоролдаҡ. (рус. Gестрый дрозд, лат. Zoothera dauma)— барҡылдаҡтар ғаиләһендәге ҡош.
Сыйырсыҡтан байтаҡ ҙур. Иң ҙур барҡылдаҡ, һырты киң ҡара һыҙыҡтар менән сыбарланған. Кәүҙәһенең аҫ яғы ҡара-көрән таплы, ҡойроғоноң ике яҡ сите аҡ. Башҡа барҡылдаҡтарҙан ҙурлығы һәм төҫө менән айырыла.
Тауышы тоноҡ ҡына: «хорр-хорр». һыҙғырып һайрай.
Урманда, башлыса йылға буйҙарында йәшәй. Күбеһенсә ерҙә йөрөй. Күсмә ҡош. Киң таралған. Яҙ һәм йәй көндәрендә бөжәктәр, көҙгөһөн еләк менән туҡлана. Ояһын абағанан, сыбыҡтан, мүктән ергә лә, ағас ботаҡтарына ла эшләй. Унда көрән таплы 4—5 бөртөк ҡыҙғылт-һары йомортҡаһы була.
- Э.Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ №3478 28.693.35 И 90
- Остапенко В. А. Птицы в вашем доме: Справочное пособие. — М.: Арнадия, 1996. - ISBN 5-88666-011-9