Безелдәк
Безелдәк (рус. обыкновенный сверчок, лат. Locustella naevia) — алаҡас турғайҙар ғаиләһендәге һайраусы ҡоштарҙың бер төрө. Евразияның ылыҫлы урмандарында киң таралған. Һайраусы ҡош булараҡ, өйҙә ситлектә тоталар.
Безелдәк | ||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| ||||||||||||||
Фәнни классификация | ||||||||||||||
|
||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||
Locustella naevia (Boddaert, 1783) | ||||||||||||||
|
Ҡаурыйҙары ҡара таптар менән ҡапланған, һары-һорғолт төҫтә. Аҫты һары таптар менән ҡапланған. Ҡанаттары киң, ҡыҫҡа ҡойроғоноң осо түңәрәкләнеп тора.
Тереклек итеүе
үҙгәртергәЕвропаның урман зонаһында киң таралған. Күберәк таулы һәм ылыҫлы урмандарҙа йәшәй. Безелдәк Башҡортостанда ла киң таралған. Ҡайһы бер райондарҙа сиңерткә турғайы тип тә йөрөтәләр. Парлашып йәшәйҙәр. Сентябрь аҙаҡтарына өйөргә тупланып осоп китәләр.
Туңмай торған шишмә-йылғалар булғанда, ҡышҡылыҡҡа ҡалған осраҡтар ҙа бар.
Ҡарағай, йәки шыршы ағастарында оя ҡора. Ояһын ағас ботағы, үлән, мүктән үреп ағас башына ҡора.
Туҡланыуы
үҙгәртергәТөрлө ваҡ бөжәктәр, үлән орлоҡтары менән туҡлана. Ҡыш ҡайын, ерек ағасы емештәре менән туҡлана.
Үрсеүе
үҙгәртергәКөрәнһыу таптар менән ҡапланған 4-6 йомортҡа һала.
Төрҙәштәре
үҙгәртергә- Йылға безелдәге — речной сверчок (locustella fluviatailis Wolf)
- Йырсы безелдәк — соловьиный сверчок (turdus philomelos Drehm)