Буҙтурғайҙар (степные жавронки).
Турғай ҙурлығында. Парлашып һәм күмәкләшеп ерҙә йөрөйҙәр. Ағасҡа һирәк ҡуна. Ерҙә лә, һауала ла һайрай, һырт яғы буҙ, ҡанаттары ҡара-көрән таптар менән сыбарланған һорғолт аҡ. Ҡорһаҡ яғы аҡ. Ҡойроғоноң ике яҡ ситенән аҡ һыҙыҡтар үтә. һабан турғайынан бәләкәйерәк булыуы һәм аҡ сыбар ҡанаттары менән айырыла.
Тауышы тоноҡ ҡына: «тирр-тирр». Оҙайлы һәм яңғырауыҡлы сырылдап һайрай.
Яландарҙа һәм баҫыуҙарҙа йәшәй. Яҙғыһын бөжәктәр, йәйгеһен үлән орлоҡтары һәм иген менән туҡлана. Күсмә ҡош. Бик һирәк осрай. Ерҙә оялай. Ҡара һәм көрән һипкелле һарғылт көрән йомортҡаларының һаны 4—5 бөртөк була.
Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ № 3478 28.693.35 И 90