Ваҡ һаралйын , кәрлә һаралйын, тупылдаҡ(рус. Гаршнеп, лат. Lymnocryptes minimus)— ҡыҫҡа аяҡлы, оҙон суҡышлы, арҡаһы көрәнһыу буйлы, ҡорһағы аҡ төҫтәге көйөлдөләр ғаиләһенә ҡараған сыйырсыҡ ҙурлыҡ һаҙ ҡошо; Европаның һәм Азияның төньяғында йәшәй торған күсмә ҡош.

Ваҡ һаралйын
Lymnocryptes minimus (Marek Szczepanek).jpg
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Lymnocryptes minimus (Brünnich, 1764)

Һаҡлау статусы
Status iucn3.1 LC ru.svgen:Least Concern
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : 106003000
Wikispecies-logo.svg
Викитөркөмдә
Систематика
Commons-logo.svg
Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS  176591
NCBI  107379
EOL  1049387
Lymnocryptes minimus

ҠылыҡһырламаҮҙгәртергә

Турғайҙан бер ни тиклем ҙурыраҡ. Оҙон суҡышлы, ҡыҫҡа аяҡлы бәләкәй генә сәпсәү. Ерәнһыу көрән һырты буй-буй ҡара һәм һары һыҙыҡтар менән сыбарланған. Түше нәҙек кенә һорғолт һыҙыҡлы. Ҡорһағы аҡ. Зырҡыуыттан һәм һаралйындан байтаҡ бәләкәй булыуы менән айырыла.

ТауышыҮҙгәртергә

Киҫкен генә «ҡыһх» тигән тауышлы, уйын ваҡытында тояҡ тауышына оҡшаған «туп-туп-туп» йәки «тет-тет-тет» тигән тауыштар сығара.

Йәшәү рәүешеҮҙгәртергә

Күл, йылға, һаҙлыҡ, батҡылдарҙа йәшәй. Селәүсен, һыу бөжәктәре, еләк менән туҡлана. Күсмә ҡош. Киң генә таралған. Ояһын ергә ҡора. Көрән һәм ҡыҙғылт һоро таптар менән сыбарланған 4 бөртөк һорғолт йәшел йомортҡаһы була. Ите өсөн аулайҙар.

ӘҙәбиәтҮҙгәртергә

  • Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. — Өфө, 1986. — ИБ № 3478 28.693.35 И 90
  • Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З. Г. Ураксина, 2005)
  • Терминологический словарь по зоологии. Русско-башкирский и башкирско-русский (Т. Г. Баишев, 1952)