Тал ҡурҙайы
Тал ҡурҙайы | ||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||
|
||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||
Acrocephalus dumetorum (Blyth, 1849) | ||||||||||||
|
Тал ҡурҙайы, ҡамыш турғайы, ҡамыш сыпсығы (рус. Садовая камышовка, лат. Acrocephalus dumetorum)— турғайҙар отрядендәге ҡош.
Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап Ҙур хәүеф янамай IUCN 3.1 Least Concern : / 148390 |
Ҡылыҡһырлама
үҙгәртергәТурғайҙан бәләкәйерәк. Үлән араларында, тал ботаҡтарында пырхылдап •осоп йөрөүсе бәләкәй генә теремек ҡош. Дөйөм төҫө кө¬рәнһыу ерән, һырт яғы ҡарараҡ, кәүҙәһенең аҫ яғы сағыуыраҡ. Ҡойроғоноң осо түңәрәкләнеп тора. Башҡа ҡурҙайҙарҙан ныҡ сыбар булыуы менән айырыла.
Тауышы
үҙгәртергәТауышы көслө генә: «шиҡ-шиҡ».
Йәшәү рәүеше
үҙгәртергәАҡ сәпсеккә йәки ауыл ҡарлуға¬сына оҡшатып, сырылдап һайрай. Баҫыу ситтәрендәге бейек үлән араларында, һыу буйындағы ҡамышлыҡтарҙа, таллыҡтарҙа йәшәй. Күсмә ҡош. Киң генә таралған. Төр¬лө бөжәктәр менән туҡлана. Ояһын үлән һабаҡтарына беркетеп эшләй. Көрән һәм ҡыҙғылт һоро таптар менән сыбарланған 4—5 бөртөк алһыу аҡ, аҡ, һорғолт аҡ йәки һарғылт аҡ йомортҡаһы була.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Э.Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ №3478 28.693.35 И 90
- Остапенко В. А. Птицы в вашем доме: Справочное пособие. — М.: Арнадия, 1996. - ISBN 5-88666-011-9