Күк ҡарға
Күк ҡарға | ||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||
|
||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||
Coracias garrulus Linnaeus, 1758 | ||||||||||||||
|
Күк ҡарға, күк ҡош, күксәй (Сизоворонка)(лат. Coracias garrulus) — эре ҡош.
Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап Хәүефле хәлгә яҡын IUCN 3.1 Near Threatened : / 142080 |
ҠылыҡһырламаҮҙгәртергә
Күгәрсендән бәләкәйерәк. Дөйөм төҫө күкһел йәшел. Арҡаһы көрәнһыу ҡыҙыл, ҡанаттарының осо ҡара. Ҡанаттары йәшел, башы һәм кәүҙәһенең аҫҡы өлөшө йәшкелт зәңгәр, ҡойроғоноң ике яҡ ситенән асыҡ зәңгәр һыҙыҡтар үтә. Башҡа ҡоштар менән бутарлыҡ түгел.
ТауышыҮҙгәртергә
Киҫкен һәм көслө генә ҡысҡыра: «рааҡ-рааҡ».
Йәшәү рәүешеҮҙгәртергә
Ҡыуаҡлы ялан, ҡоро ҡарағайлыҡтарҙа йәшәй. Төрлө бө¬жәктәр менән туҡлана. Күсмә кош. һирәк осрай. Ерҙәге өңдәрҙә йәки ағас ҡыуыштарында оялай. 4—5 бөртөк аҡ йомортҡаһы була. Зарарлы бөжәктәрҙе ҡырып, файҙа килтерә.
ТуҡланыуыҮҙгәртергә
Бөтә нәмәне ла ашай торған ҡош. Бигерәк тә эре бөжәктәргә өҫтөнлөк итә. Саранча, ҡуңғыҙҙар, кәҫәрткеләр, баҡалар, ҡырҡаяҡтар. Ҡайһы саҡ ваҡ кимереүселәргә лә һунар итә. Көҙгөһөн баҡса емештәренә төшөп аҙ-маҙ зыян килтерә.