Ҡорохтан, ҡыр күркәһе, һыу күркәһе, һуғышсан сәпсәү(турухтан), ҡорохтан, күркәбаш, яр көйөлдөһө (лат. Philomachus pugnax, рус. Турухтан) — Европаның һәм Азияның һаҙлыҡлы тундра өлөшөндә оялай, Африкала, Азияның көньяғында ҡышлай, бөжәктәр менән туҡлана, яҙғы ҡауышыу ваҡытында аталары төҫтәрен үҙгәртә һәм улар үҙ-ара еңешә торған ҡоштар[1].
Күгәрсендән бәләкәйерәк. Оҙон аяҡлы һәм оҙон суҡышлы сәп¬сәү. Күмәкләшеп йөрөйҙәр, һырты ерән һәм аҡһыл таптар менән сыбарланған ҡара-көрән, ҡорһаҡ яғы ҡыҙғылт һары, ҡойроҡ аҫты аҡ. Яҙғыһын ата ҡоштарҙың муйы¬нында төрлө төҫтәге ҡауырһындан яҡалар, ә баштарында бүректәр барлыҡҡа килә, биттәре ҡаты һөйәлдәр менән ҡаплана. Башҡа сәпсәүҙәр менән бутарлыҡ түгел.
Еүеш болондарҙа, туғайҙарҙа, һаҙлыҡта йәшәй. Төрлө бөжәктәр менән туҡлана. Күсмә ҡош. Киң генә таралған. Ояһы ерҙә. Көрәнһыу таплы 3—4 бөртөк йәшкелт һары йомортҡаһы була. Ҡайһы бер урындарҙа ите өсөн аулайҙар.
- ↑ Терминологический словарь по зоологии. Русско-башкирский и башкирско-русский (Т. Г. Баишев, 1952)
- Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары. — Өфө, 1986. — ИБ 3478 28.693.35 И 90