Сыбар ҡаҙ, ҡыр ҡаҙы (урыҫ. Гуменник)— йорт ҡаҙы ҙурлығында һыу ҡошо.
Күмәкләшеп йәки парлашып йәшәйҙәр. Бащы, муйыны, һырты ҡара-көрән. Ҡанаттарында һәм түшенең аҫ яғында нәҙек аҡ һыҙыҡтар бар. Ҡорһағы һәм ҡойроҡ аҫты аҡ. Суҡышы ҡара, унда алһыу, ҡыҙғылт һары һәм ҡыҙыл Ъыҙыҡтар бар. Аяҡтары ҡыҙғылт һары. Ала ҡаҙҙан ҡарараҡ' төҫө һәм „ һыҙыҡлы суҡыштары менән айырыла.
Тауышы яңғырауыҡлы: «ҡыйғаҡ» йәки «ҡо-ғоңҡ».
Урмандағы күлдәрҙә һәм йылғаларҙа йәшәй. Үлән, төрлө орлоҡ, һыу үҫемлектәре менән туҡлана. Күсмә ҡош. Бик һирәк осрай. Беҙҙә яҙлы-көҙлө үтешләй генә туҡталып китә. Беҙҙең яҡтарҙа оя ҡормай. Ите һәм мамығы әсән аулайҙар.
- Э.Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ №3478 28.693.35 И 90
- Бейчек В., Штясны К. Птицы. Иллюстрированная энциклопедия. М.: Лабиринт-пресс