Башҡортостан ҡоштары
Ҡоштар тәбиғәттә һәм кеше тормошонда айырым әһәмиәткә эйә. Улар урман, баҫыу, баҡса ҡоротҡостарының үрсеүен сикләй, ҡан һурыусы бөжәктәрҙе һәм талпандарҙы юҡ итә. Йыртҡыс ҡоштар сысҡан һымаҡ кимереүселәр һәм ҡый үләндәре орлоҡтары менән туҡлана. Йыртҡыс ҡоштар тәбиғи һайлауҙа ла ҙур роль уйнайҙар, күпселеген ауырыу, көсһөҙ һәм зәғиф хайуандарҙы бөтөрөп, төрҙәрҙең үҫешенә булышлыҡ итәләр. Ләкин, ҡоштарҙың эпидемиология һәм эпизоотология ролен дә күҙ уңында тоторға кәрәк. Хәҙерге ваҡытта ҡоштарҙың һәм кешеләрҙең уртаҡ ауырыуҙары билдәле. Күсмә ҡоштар ҙур биләмәләргә йоғошло ауырыуҙарҙы таратыусылар ҙа булып торалар. Күп кенә ҡырағай ҡоштар йорт ҡоштарын гельминттар менән дә зарарлай. Һунарсылыҡта ла ҡоштарҙың әһәмиәте ҙур.
Хәҙерге ваҡытта, кеше тәбиғәттә ял ойошторорға әүҙем саҡта, ҡоштарҙың эстетик әһәмиәте арта. Улар урманға, аҡланға, һыу ятҡылығына айырыуса матурлыҡ өҫтәй. Үҙҙәренең һайрауҙары, ҡауырһындарының үҙенсәлекле төҫө менән тирә-яҡҡа иҫ киткес йәм бирәләр.
Башҡортостан орнитофаунаһын өйрәнеү тарихы
үҙгәртергәБашҡортостанда ҡоштарҙы өйрәнеү Академия экспедицияһы ваҡытынан башлана. Өфө губернаһы ингән Ырымбур ерҙәренең бүтән сәмиғтәре менән бер рәттән үҫемлектәр һәм хайуандар доньяһы ла өйрәнелә. 1734 -1737 йылдарҙағы Ырымбур экспедицияһын башлаусы һәм етәкләүсе И. К. Кириллов була, 1737 йылдан уның эшен В. Н. Татищев дауам итә. Экспедиция мәғлүмәттәрен уның ҡатнашыусыһы П. И. Рычков дөйөмләштереп «Ырымбур топографияһы» (1762) һәм «Ырымбур тарихы» исемле хеҙмәттәренең айырым биттәрен йорт хайуандарына, ҡырағай йәнлектәргә һәм ҡоштарға бағышлай.
XVIII быуат урталарында Башҡортостан тәбиғәтен академиктәр П. С. Паллас, И. И. Лепехин, И. И. Георги һәм башҡалар өйрәнә. 1768—1770 йылдарҙағы П. С. Паллас етәкләгән Академия экспедицияһы Волга буйы, Ырымбур һәм Уралдың тәбиғәтен өйрәнә. Ҡоштар тураһында мәғлүмәттәр килтерелгән тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләре Фәндәр академияһының «Novi commentary» журналында һәм айырым «Путешествия по разным провинциям Российского государства» (1773—1808) йыйынтығында донъя күрә. Бынан тыш, 425 ҡош төрө «Zoogeographia Rosso — Asiatica» (1827—1831) йыйынтығында сағылдырыла.
1768 йылда И. И. Лепехин хәҙерге Башҡортостан биләмәләрен тикшергән. Уның көндәлек яҙмаларында ҡаҙҙарҙың, торналарҙың, өйрәктәрҙең, өкөләрҙең, ыласындарҙың, ҡарсығаларҙың, турғай һымаҡтарҙың күплеге хаҡында мәғлүмәттәр килтерелә. 1821 йылдан башлап Ҡазан университеты зоологы профессор Э. А. Эверсманн эштәрендә Башҡортостан фаунаһын ентекләп тасуирлай. 1866 йылда "Ырымбур яҡтары ҡоштарының тәбиғи тарихы"ның өсөнсө өлөшө баҫтырыла. Был баҫмала Ырымбур яҡтары (был осорҙа Ырымбур яҡтарына Өфө, Ырымбур, Ҡазан, төньяҡ Ҡаҙахстандың күп өлөшө инә) орнитофаунаһы һәм ҡоштарҙың таралыу урындары сағылдырылған. Шулай уҡ 324 ҡош төрөнөң экологик үҙенсәлектәре һәм ареалы күрһәтелгән. 1845 йылда Н.Самойловтың «Охота в некоторых уездах Оренбургской губернии» исемле мәҡәләһе, һуңыраҡ С. Т. Аксаковтың (1852 йыл) «Записки ружейного охотника Оренбургской губернии» тигән мәҡәләһе баҫылып сыға. Ике эш тә Ырымбур менән сиктәш Башҡортостандың көньяҡ райондарының һунар ҡоштарына арналған. 1871 йылда М. Н. Богдановтың «Птицы и звери черноземной полосы Поволжья» исемле эшендә Башҡортостандың көнбайыш биләмәләрендәге сипылдауыҡ ҡоштар тураһында мәғлүмәт килтерә. 1878 йылда М. Д. Плескеның «Ornitologische Natizen Ost Rusland» исемле мәҡәләһенең күпселек өлөшө Башҡортостан буйынса. Ҡоштарҙың таралыуы тураһында мәғлүмәттәр Н. А. Северцевтең яҙмаларында ла күренә. 1887 йылда П. С. Назаровтың мәҡәләһе баҫылып сыға, унда ҡоштар исемлеге теҙмәһе һәм уларҙың ландшафтта таралыу урындары килтерелгән.
15 йыл дауамында Ырымбур губернаһы далалары орнитофаунаһын Н. А. Зарудный өйрәнә. «Орнитологическая фауна Оренбургского края» исемле монографияһына (1888 йыл) көньяҡ Урал ҡоштары тураһында мәғлүмәттәр индерелгән. 1891 йылдан алып Миңзәлә өйәҙен (Өфө губернаһының төпкөл көнбайыш өлөшө) М. Д. Рузский өйрәнә. Уның Кама йылғаһы аша осҡан ҡоштар тураһындағы мәғлүмәте хәҙерге көндә лә ҡур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. М. Д. Рузский Башҡортостанда Ирәндек, Ететуған күлдәрендә, Уралтауҙа, Ирәмәлдә була. Бындағы тикшеренеүҙәре тураһында мәҡәлә 1895 йылда баҫтырыла. Тикшеренеүҙәр ҡоштарҙың бала сығарғандан һуңғы һәм күсеүгә әҙерләнеү осорон солғап алған.
Марттан ноябргә тиклемге осорҙа көньяҡ Уралда Мәскәү университетын тамамлаған П. П. Сушкин (аҙаҡ академик) эшләй. Ул Башҡортостанда ете ай була һәм Өфө ҡалаһы сиктәрен һәм бөтә өйәҙҙәрен йөрөп сыға. Тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһендә «Птицы Уфимской губернии» исемле монография яҙыла (1897 йыл). П. П. Сушкиндың ҡоштар исемлегендә 242 төр күрһәтелгән. 1864 йылда Өфө статкомитеты Өфө губерна музейын булдыра, бында губерна фаунаһы тураһында мәғлүмәттәр туплана башлай. XIX быуаттың 90-сы йылдарында Өфө губерна статкомитеты 10 томлы «Өфө губернаһының статистика мәғлүмәттәр йыйынтығын» баҫтыра, унда башҡалар менән бер рәттән фауна тураһында ла мәғлүмәттәр бар.
1901 йылда А. Н. Карамзиндың баҫылып сыҡҡан монографияһында Бәләбәй өйәҙе ҡоштары тураһында мәғлүмәттәр индерелгән.
1905 һәм 1910 йылдарҙа А. П. Толстойҙың һунар ҡоштарына арналған мәҡәләләре һунарсылыҡ журналдарында баҫылып сыға. 1913 йылда А. П. Райский Йылайыр ауылы тирәләрендә күҙәтеүҙәр үткәрә һәм «К орнитологической фауне Оренбургского края» исемле мәҡәлә яҙа. 1913 һәм 1916 йылдарҙа С. Г. Шехтерҙең һыу турғайының һәм ҡамыш турғайының биологияһына бағышланған бәләкәй мәҡәләләре донъя күрә. Уның тарафынан Өфө өйәҙе ҡоштары тураһында ла мәҡәлә яҙыла.
Көньяҡ Урал ҡоштарын өйрәнеүгә 1929 йылда асылған Башҡорт дәүләт ҡурсаулығы ҙур өлөш индерә. 30-сы йылдарҙа унда С. А. Северцев эшләй һәм ҡор һымаҡ ҡоштарҙың экологияһын өйрәнә, ә А. А. Герке (1932 йыл) тебейек һымаҡтар менән ҡыҙыҡһына.
1933 йылда Дөртөйлө районында Ағиҙел йылғаһы түбәнендә Мәскәү дәүләт университеты экспедицияһы эшләй. Экспедиция көҙгө ҡоштар коллекцияһын йыя. 1937 йылда Инйәр йылғаһы бассейнында студенттар менән күренекле орнитолог С. С. Птушенко эшләй һәм ҡоштарҙың коллекцияһын йыйып, университеттың зоомузейына тапшыра.
1939-40-сы йылдарҙа Башҡорт дәүләт ҡурсаулығында С. И. Снигиревский эшләй. 1941 йылда уның «Птицы Южного Урала» исемле тамамланмаған ҡулъяҙмаһында Көньяҡ Урал ҡоштары буйынса мәғлүмәттәр тупланған.
1932 йылда С. В. Кириков Көньяҡ Урал фаунаһын өйрәнеүҙе ихлас башлай. Тикшеренеүҙәр 1936 −1941 һәм 1944 -1946 йылдарҙа алып барыла. Уның тарафынан хәҙерге ваҡытта Мәскәү дәүләт университеты музейында һаҡланған 900-гә яҡын коллекция материалдары йыйыла. Уның эштәре «Птицы и млекопитающие в условиях ландшафтов южной оконечности Южного Урала» (1952 йыл) исемле монографияһында дөйөмләштерелгән.
Башҡортостан орнитофаунаһын өйрәнеү 50-се йылдарҙа көсәйә. Е. М. Ворорнцовтың (1949, 1951), А. П. Райскийҙың (1951), Н. П. Дубининдың һәм Т. А. Торопанованың (1956) орнитофауна тураһында мәҡәләләре баҫылып сыға. 1954 -1959 йылдарҙа Башҡортостандың үҙәк һәм төньяҡ райондарында В. Д. Ильичев эшләй.
1956—1958 йылдарҙа Үҙәк орнитология станцияһы хеҙмәткәрҙәре Ағиҙел йылғаһы тамағында ҡоштар осоп үтеүен күҙәткән (Приклонский, 1956, 1964, 1965).1956 йылда профессор В. А. Попов башланғысы менән Волга-Кама яҡтарының ҡоштарын өйрәнеү буйынса комплекслы программа эшләй. Тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһендә ике томлы «Птицы Волжско-Камского края» (1977, 1978) тигән монография яҙыла.
Башҡорт ауыл хужалығы институты доценты К. С. Никифорук етәкселегендә зоология кафедраһында Башҡортостан хайуандары өйрәнелә башлай. «Животный мир Башкирии» исемле китапта ҡоштар бүлеге Д. Г. Яковенко һәм К. С. Никифорук тарафынан яҙылған. 1974—1976 йылдарҙа Көньяҡ уралда А. Н. Северцов исемендәге эволюция экологияһы һәм хайуандар морфологияһы институты хеҙмәткәрҙәре эшләй. 9,5 ай эсендә орнитология йәһәтенән ҡыҙыҡлы төбәктәр тикшерелә. Экспедиция ваҡытында 600 ҡош коллекцияһы йыйыла, 286 ҡош төрө буйынса мөғлүмәт туплана. Эш һөҙөмтәләре В. Д. Ильичевтың һәм В. Е. Фоминдың «Орнитофауна и изменение среды на примере Южно-Уральского региона» исемле китабында сағылдырылған (1988 йыл).
«Животный мир Башкирии» китабының икенсе баҫмаһы 1977 йылда сыға, ҡоштар тураһындағы бүлекте М. Г. Баянов яҙа һәм унда 272 ҡош төрө тасуирлана. 1995 йылда «Животный мир Башкортостана» китабы нәшер ителә. «Ҡоштар класы» М. Г. Баянов һәм А. Ф. Маматов тарафынан яҙыла һәм 287 ҡош төрөнөң биологияһы күрһәтелә.
1984 — 2004 йылдарҙа «Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабы» нәшер ителә. Был китапҡа 112 төр хайуан индерелгән, шуларҙың 49 төрө ҡоштар. А. Ф. Маматовтың (1967—2008 йылдар) эштәре һыу ҡоштарына арналған. Уның 300-гә яҡын баҫма эштәре бар.
ХХ быуаттың 60-сы йылдарында ҡоштарҙы өйрәнеүҙә профессор М. Г. Баянов етәкселегендә яңы йүнәлеш барлыҡҡа килә — орнитогельминтология. Паразит селәүсендәрҙең төрөн билдәләү өсөн уларҙы йөрөтөүсе ҡоштарҙың дөрөҫ исемен белергә кәрәк. XVII быуаттың уртаһынан хәҙерге көнгә саҡлы Башҡортостан ҡоштарын өйрәнеү менән 100-гә яҡын тикшеренеүсе шөғөлләнгән, 450-нән күберәк фәнни эш яҙылған.
Башҡортостан ҡоштары систематикаһы
үҙгәртергәХәҙерге ваҡытта донъя орнитофаунаһына 8600 төр инә, шуларҙың 720-һе Рәсәйҙә, 300 төрө Башҡортостанда теркәлгән. Был һан тикшеренеүҙәр алып барыу һөҙөмтәһендә үҙгәреп тора. Рәсәй ҡоштары 18 отрядҡа, ә Башҡортостан ҡоштары 17 отрядҡа ҡарай. Беҙҙә буревестник һымаҡтар юҡ.
Отряд | Ғаилә | Төрҙәр | |
---|---|---|---|
1 | Ҡағараҡ һымаҡтар (Гагарообразные, Gaviiformes) |
|
|
2 | Сыпҡай һымаҡтар (Поганкообразные, Podicipediformes) |
|
|
3 | Берғаҙан һымаҡтар (Пеликанообразные, Pelecaniformes) |
|
|
4 | Ҡауҙы һымаҡтар (Аистообразные, Ciconiformes) |
|
|
5 | Ҡаҙ һымаҡтар (Гусеобразные, Anseriformes) |
| |
6 | Ыласын һымаҡтар (Соколообразные, Falconiformes) |
|
|
7 | Тауыҡ һымаҡтар (Курообразные; Galliformes) |
|
|
8 | Торна һымаҡтар (Журавлеобразные; Gruiformes) |
|
|
9 | Сәпсәү һымаҡтар(Ржанкообразные; Charadriiformes) |
|
|
Аҫ отряд Сарлаҡтар |
|
| |
10 | Күгәрсен һымаҡтар (Голубеобразные; Columbiformes) |
|
|
11 | Кәкүк һымаҡтар (Кукушкообразные; Cuculiformes) |
|
|
12 | Ябалаҡ һымаҡтар (Совообразные; Strigiformes) |
|
|
13 | Төн күгәрсене һымаҡтар (Козоедообразные; Caprimulgiformes) |
|
|
14 | (Стрижеобразные; Apodiformes) |
|
|
15 | Ракша һымаҡтар (Ракшеобразные; Coraciiformes) |
|
|
16 | Тумыртҡа һымаҡтар (Дятлообразные; Piciformes) |
|
|
17 | Турғай һымаҡтар (Воробьеобразные; Passeriformes)
Доньяла 5100 төр; шуларҙың 120 төрө Башҡортостанда билдәле; улар 23 ғаиләгә берләштерелгән. |
|
|
Башҡортостан ҡоштарының башҡортса атамалары
үҙгәртергәБашҡортостан ҡоштарының башҡортса атамаларын өйрәнеү һәм теркәү менән филология фәндәре кандидаты Таһир Ғәлләм улы Байышев , филология фәндәре докторы Эрнст Фәйзрахман улы Ишбирҙин, биология фәндәре докторы Әнүәр Фәризун улы Маматов шөғәлләнгән.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- Ашҡаҙар радиоһы, «Һүҙ ҡәҙере» тапшырыуы: Биология фәндәре докторы Әнүәр Маматов менән әңгәмә. «Ҡош-ҡорт һәм йәнлектәргә халҡыбыҙ исемдәрҙе шул тиклем тапҡыр ҡушҡан…»(недоступная ссылка)
- Ашҡаҙар радиоһы, «Һүҙ ҡәҙере» тапшырыуы: «Башҡортостан ҡоштары» китабы авторы, филология фәндәре докторы, профессор Эрнест Ишбирҙин ҡатнаша. Башҡортостанда өс йөҙләп ҡош бар, ә исемдәре тағы ла күберәк… (недоступная ссылка)
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Баянов М. Г., Маматов А. Ф. Птицы Южного Урала. — Уфа: Китап, 2009. — 376 с.
- Дементьев Г. П., Гладков Н. А. Птицы Советского Союза. Т. 1 — 6.М.: Советская наука, 1951—1954.
- Кучеров Е. В., Ильичев В. Д. Охотничье-промысловые птицы Башкирии и их охрана. Уфа, 1961. 120с.
- Карташёв Н. Н. Систематика птиц. — М.: Высшая школа, 1974. — 362 с.
- Лоскутова Н. М. Редкие хищные птицы Башкирского заповедника // Экология и охрана хищных птиц. М., 1983. с. 17-20.
- Ишбирҙин Э. Ф. Башҡортостан ҡоштары. Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1986.
- Иванов А. И., Штегман Б. К. Краткий определитель птиц СССР. — М.—Л.: Наука, 1964. — 528 с.
- Промптов А. Н. Птицы в природе. Л: Учпедгиз, 1960, 490 с.
- Шварц С. С., Павлинин И. Н., Данилов Н. Н. Животный мир Урала. Свердловск: Гос.кн.изд., 1951. 123с.
- Яковенко Д. Г. Охотничье-промысловые птицы // Животный мир Башкирии. Уфа: Башкнигоиздат, 1949. с. 75-94.