Портал:Салауат районы


үҙгәртергә 

Салауат районы

Салауат районы гербы
Салауат районы гербы
Салауат районы флагы
Салауат районы флагы

Салауат районы (рус. Салаватский район) — Башҡортостандағы муниципаль район. Республиканың төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан, Силәбе өлкәһе менән сиктәш. 1935 йылда Малаяҙ районы булараҡ ойошторолған, 1943 йылда хәҙерге исеме бирелә. Майҙаны — 2182 км². Район үҙәге — Малаяҙ ауылы Өфөгә 183 км, яҡындағы Кропачево тимер юл станцияһына (Силәбе өлкәһе) 29 км. Халҡы 2010 йыл — 27,8 мең кеше (1970 йыл — 32,9; 1979 йыл — 28,8; 1989 йыл — 26,9 мең; 1995 йыл 27,3 мең кеше). Халыҡтың тығыҙлығы — 1 км²-ға 12 кеше, шул иҫәптән ауыл ерендә — 11 кеше. Районда 64 ауыл бар, шуларҙың иң күп халыҡ йәшәгәндәре: Малаяҙ (3,8 мең), Мөрсәлим (2,4 мең — 1989 йыл), Арҡауыл (1,3 мең), Лаҡлы (1,2 мең). Күпселекте башҡорттар, татарҙар, урыҫтар тәшкил итә.

үҙгәртергә 

Һайланған мәҡәлә

Файл:Памятник Салавату Юлаеву 02.jpg
Салауат Юлаев һәйкәле (Өфө)

Салауат Юлаев (16 июнь 1754 йыл26 сентябрь 1800 йыл) — башҡорт халҡының милли батыры, шағир-импровизатор, 1773—1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышы етәкселәренең береһе.

1754 йылдың 16 июнендә Ырымбур губернаһы Өфө провинцияһы Себер даруғаһы Шайтан-Көҙәй улусының (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Салауат районы) Тәкәй ауылында тыуған.

1800 йылдың 8 октябрендә (иҫкесә 26 сентябргә тура килә) һөргөндә Балтик диңгеҙе буйындағы Рогервик ҡәлғәһендә (хәҙерге Эстонияның Палдиски ҡалаһы) вафат була.

үҙгәртергә 

Бөгөнгө рәсем

Әй йылғаһы, Салауат районы
үҙгәртергә 

Салауат районы ауылдары

Ауыл
Малаяҙ
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Салауат районы

Координаталар

55°10′57″ с. ш. 58°09′56″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Малаяҙ (Рәсәй)
Малаяҙ
Малаяҙ
Салауат районы (Башҡортостан Республикаһы)
Малаяҙ

Малаяҙ (рус. Малояз), элекке исемдәре Ҡаратаулы, Иҫке ҠаратаулыБашҡортостандың Салауат районындағы ауыл, район үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 4914 кеше. Ауыл Йүрүҙән буйында урынлашҡан. 16 саҡрым алыҫлыҡта Янғантау шифаханаһы бар. Почта индексы — 452490, ОКАТО коды — 80247853001.

үҙгәртергә 

Салауат районы географияһы‎

Силәбе өлкәһе һәм Салауат районы сигендә ҡуйылған аншлаг

Райондың төп биләмәләре Йүрүҙән, Әй йылғалары һыу айырғыстарына тура килә. Көньяҡ-көнсығыш өлөшө буйлап Уралдың көнбайыш итәгенең алдынғы һырттары һуҙылған (Башташ, Һилейә һырттары). Көньяҡ-көнбайышта Ҡаратау һырты, ә төньяҡ-көнбайышта Өфө яҫы таулығы ята. Ер өҫтөнөң уртаса бейеклеге 370 метр булған Янғантау, Күҫәләр көкөртлө-водород сығанағы, Ҡорғаҙаҡ шишмәһе, Лаҡлы мәмерйәһе тәбиғәт ҡомартҡылары тип иғлан ителгән.

Ҡаҙылма байлыҡтарҙан: боксит ятҡылығы (Новое, Әй), эзбизташ (Мөрсәлим, Сыбаркүл, Яҙғыйорт), цемент балсығы (Ягодный), балсыҡҡа ҡушыла торған ҡом (Лағыр), ҡом-ҡырсынташ ҡатнашмаһы (Яланкүл), агрономик руда (Миәшәгәр, Покров). Ҙур булмаған торф һаҙлыҡтары (Миәшәгәр, Аҡшишмә, Лағыр һ.б.) 600 га майҙанды биләй.

Климаты уртаса һалҡынса, вегетация осоро ҡыҫҡа һәм дымлы. Еңелсә көлһыуланған ҡара тупраҡ, ҡара-һоро урман һәм уңдырышлығын юғалта барған ҡара урман тупрағы таралған. Урмандар майҙаны 63,9 мең га (район биләмәһенең 31,6 проценты), үҙағастың дөйөм запасы 9 млн м3 самаһы (шул иҫәптән ҡайын — 4,5; уҫаҡ — 1,8; ҡарағай — 1,1; йүкә — 0,8 млн м3). Ауыл хужалығы ерҙәре 107,9 мең га, шул иҫәптән һөрөнтө ерҙәр — 66,9, көтөүлектәр — 26,6 һәм сабынлыҡтар — 14,3 мең га тәшкил итә.

Салауат районы географияһы тураһында мәҡәләләр

үҙгәртергә 

Салауат районы иҡтисады‎

Район малсылыҡ һәм игенселек буйынса махсуслашҡан, «Ҡорғаҙаҡ» минераль һыуын һауыттарға тултырыусы «Полипресс-Ҡорғаҙаҡ» заводы, урман хужалығы предприятиелары һ.б. эшләй.

«Янғантау» шифаханаһы — Башҡортостан Республикаһының Салауат районындағы күп йүнәлешле бальнеология курорты. 1937 йылда асылған. Өфө ҡалаһынан 220 саҡрым алыҫлыҡта, Йүрүҙән йылғаһының уң яҡ ярындағы «Янғантау» исемле тауҙа урынлашҡан. Район бюджетын тулыландырыусы төп сығанаҡ булып тора.

Салауат районы иҡтисады тураһында мәҡәләләр

үҙгәртергә 

Зарур мәҡәләләр

Шәхестәр

Предприятие, ойошма һәм учреждениелар

үҙгәртергә 

Салауат районында тыуған шәхестәр

Салауат районында тыуғандар

үҙгәртергә 

Салауат районынан 112-се Башкавдивизия яугирҙары

  1. Әлибаев Шайкамал Әлибай улы
  2. Яруллин Хәйбулла Ярулла улы
  3. Йәнғәлин Солтан Йәнғәле улы
  4. Киянов Аҙайғол Камалетдин улы
  5. Саҙрыев Фәсхетдин Саҙрый улы
  6. Ғәзимуллин Әнүәр Фәтих улы улы
  7. Нурыев Фәхрислам Нурый улы
  8. Сафин Иштимер Сафа улы
  9. Сәғитов Хәбибйән Сәғит улы
  10. Рьянов Ғәлимйән Рьян улы
  11. Әхмәтшин Сабир Әхмәтша улы
  12. Исрафилов Сәлимйән Исрафил улы, Малаяҙ [1]
  13. Бикйәнов Габделәхәт Тафҡәлүн улы, Малаяҙ
  14. Сафин Хабибрахман Сафа улы , Ҡалмаҡтар
  15. Сафин Хисам Сафа улы , Ҡыҙырбаҡ
  16. Түрйәнов Абдрахман Түрйән улы, Малаяҙ

Салауат районында тыуғандар


үҙгәртергә 

ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретарҙары

үҙгәртергә 

Салауат районының почетлы граждандары

  • Салауат Юлаев (1754—1800) — башҡорт халҡының милли батыры, шағир-импровизатор.

Салауат районының почётлы граждандары

үҙгәртергә 

Афған, Чечен һуғышында һәләк булғандар

үҙгәртергә 

Салауат районы етәкселәре

Салауат районы етәкселәре

үҙгәртергә 

Категориялар

үҙгәртергә 

Бәләһегеҙме…

үҙгәртергә 

Яңы мәҡәләләр

үҙгәртергә 

Проекттар

үҙгәртергә 

Портал мөхәррирҙәре

үҙгәртергә 

Яңы башлаусыларға ярҙам

үҙгәртергә 

Нисек ярҙам итергә

  • Салауат районы ауылдарын, йылғаларын, күлдәрен, тауҙарын һәм башҡа тәбиғәт ҡомартҡыларын, иҫтәлекле урындарын фотоға төшөрөп викимилеккә тейәргә
  • «Салауат районы» тураһындағы мәҡәләләрҙе тулыландырырға
  • Салауат районы географик объекттары, шәхестәре тураһында яңы мәҡәләләр яҙырға
  • Салауат районының барлыҡ ауылдары тарихын яҙырға


  1. ["Они вернулись с Победой" справочное издание по Салаватскому району, год издания - 1988]