Атаутамаҡ

Рәсәйҙең Башҡортостан Республикаһының Салауат районындағы ауыл

Атаутамаҡ (рус. Устьатавка) — Башҡортостандың Салауат районындағы ауыл. Таймый ауыл Советы на ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 136 кеше[2]. Почта индексы — 452494, ОКАТО коды — 80247855006[3].

Ауыл
Устьатавка
башҡ. Атаутамах
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Салауат районы

Ауыл биләмәһе

Таймеевский

Координаталар

55°28′01″ с. ш. 57°43′20″ в. д.HGЯO

Халҡы

136[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

452494

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 247 855 006

ОКТМО коды

80 647 455 126

Устьатавка (Рәсәй)
Устьатавка
Устьатавка
Атаутамаҡ (Башҡортостан Республикаһы)
Устьатавка

Географик урыны

үҙгәртергә
  • Район үҙәгенә тиклем (Малаяҙ): 60 км
  • Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Таймый): 10 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Кропачёво): 89 км

Атаутамаҡ ауылы Йүрүҙән йылғаһы ҡушылдығы Атау йылғаһы буйында, район үҙәге Малаяҙҙан төньяҡ-көнбайышҡа 60 километрҙа һәм Кропачёво (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан төньяҡҡа табан 89 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[4].

Атаутамаҡ ауылына 1880-1881 йылдарҙа Златоуст өйәҙе территоряһында Вятка губернаһынан күсеп килеүселәр, Мырҙалар ырыуы ерен Иҙелбай башҡорттарынан 12 йылға ҡуртымға алып, нигеҙ һалған[5].

Һөрөнтө ер 1881-1882 йылдарҙа ҡайын урманынан таҙартылған ҡалҡыулыҡта урынлашҡан була. Тупраҡ - кәүшәк ҡара тупраҡ. Сәсеү әйләнешендә сыбар баҫыулыҡ өҫтөнлөк итә. Арыш, һоло, бойҙай сәскәндәр. Төп игенселек ҡоралы — тимер һабан. Ауылда берәр елгәргес менән һуҡҡыс булған. Атау йылғаһы буйында тирмән булған. Баҡсаларында үҙҙәренә етерлек ябай йәшелсә үҫтергәндәр. Урындағы башҡорт тоҡомло мал үрсеткәндәр. Малдар баҫыуҙа, утлаулыҡ һәм урманда көтөлгән. Тауҙа йәш ағастарҙан торған урман урынлашҡан. Өйҙәрҙе урманда йыйылған ҡоро-яры, лапы менән йылытҡандар. XX быуат башынан алып ауылда берәр ағас эше, балта оҫтаһы һәм тимерсе эшләгән[6].

Биләмә берәмектәренә инеүе

үҙгәртергә
Теркәү йылы Улус, ауыл советы Өйәҙ, кантон, район Губерна, Республика Дәүләт
1895 Мырҙалар улусы Златоуст өйәҙе Өфө губернаһы Рәсәй империяһы
1920 Дыуан-Ҡошсо улусы Мәсәғүт кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы   РСФСР
1926 Мырҙалар улусы Мәсәғүт кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы   СССР
1935 Таймый ауыл Советы Малаяҙ районы Башҡорт АССР-ы   СССР
1941 Урмантау ауыл Советы Салауат районы Башҡорт АССР-ы   СССР
1990 Урмантау ауыл Советы Салауат районы Башҡортостан Республикаһы   Рәсәй Федерацияһы

XIX — XX быуаттарҙа Атаутамаҡ ауылы

үҙгәртергә

1896 йылда Атаутамаҡ ҡасабаһындағы 9 йортта 60 кеше йәшәгән. Игенселек, кәсепселек менән шөғөлләнгәндәр.

1906 йылда тимерлек иҫәпкә алынған. XX быуаттың 20-се йылдарынан ауыл хәҙерге статусына эйә.

1920 йылда Мәсәғүт кантоны Мырҙалар улусы үҙәге Арҡауылдан 16 саҡрымда ятҡан Атаутамаҡ (Усть-Атавка) ауылындағы 19 йортта 109 кеше (49 ир-ат һәм 60 ҡатын-ҡыҙ) йәшәгән[7].

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Атаутамаҡ ауылында урыҫтар, башҡорттар йәшәй.

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 109
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 15
1959 йыл 15 ғинуар 163
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 126
2002 йыл 9 октябрь 155
2010 йыл 14 октябрь 136 73 63 53,7 46,3

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Билдәле кешеләре

үҙгәртергә

Урамдары

үҙгәртергә
  • Яр урамы (рус.  Береговая (улица)
  • Йәштәр урамы (рус.  Молодёжная (улица)
  • Памир Ямалиев урамы (рус.  Памира Ямалеева (улица)[8]

Тирә-яҡ мөхит

үҙгәртергә
Ер-һыу атамалары

Тауҙар:

Йылғалар:

Шишмәләр:

Ялан-бесәнлектәр:

Таусыҡтар, түбәләр:

Башҡа урын-ер атамалары:

Ҡушаматтар

үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Мырҙалар

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с. (рус.) ISBN 978-5-87691-038-7.
  • Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001. – 304 с.{{ref-ru} ISBN 5—295—02843—7

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Атаутамаҡ ауылы «Госсправка» сайтында
  4. Атаутамаҡ // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  5. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  6. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  7. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  8. Карта д. Усть-Атавка. Улицы