Осиновка (Салауат районы)

бөткән ауыл (утар, ҡасаба)

Осиновка ауылына (ҡайһы бер сығанаҡтарҙа — Осиповка) 1876 йылда Өфө губернияһы Златоуст өйәҙенең төрлө волостары һәм Вятка губернияһы крәҫтиәндәре тарафынан нигеҙ һалынған. Иҙелбай ауылы башҡорттары менән килешеү нигеҙендә Айыр йылғаһының уң ярында, Мырҙалар волосы үҙәге Арҡауылдан 10 саҡрымда 23 хужалыҡ урынлаша.[1]

Бөткән ауыл (утар, ҡасаба)
Осиновка
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан Республикаһы

Муниципаль район

Салауат районы

Координаталар

55°23′27″ с. ш. 57°53′54″ в. д.HGЯO

Нигеҙләнгән

1876

Милли состав

рустар

Автомобиль коды

-

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Осиновка (Рәсәй)
Осиновка
Осиновка
Осиновка (Салауат районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Осиновка

«… үҙ хужалыҡтары өсөн йәшелсә баҡсалары бар. Йорттарына башҡорт урманы утынын яғалар. Йорт малдарын үҙҡулланыуға тоталар, малдары — урындағы тоҡомдан. Ҡайһы берәүҙәр Иҙелбайға көтөүгә тапшыра. Көтөүлек Айыр йылғаһы буйындағы уйһыулыҡта, һыу эсерергә уңайлы. Ауылда 3 тимерлек бар. Көнкүрештә — ҡортсолоҡ, һунарсылыҡ; һәйбәт йылдарҙа бал һатыуҙан 500—600 һум табыш алалар».

Йыл хужалыҡтар һаны кеше һаны
1920 51 313
1939 243
1959 184
1970 140
1979 10
1989 -

Административ-территориаль бүленештә ауыл советтары тип аталған берәмектәр ҡуллана башлағас, Йүрүҙән йылғаһының һул яҡ яры буйлап Арҡауыл ҡаршыһында урынлашҡан 11 ауыл-хуторҙар Кузнецовский ауыл советына берләштерелгән. 1939 йылғы Бөтә халыҡ иҫәбен алыу ваҡытында теркәлгән ауылдар: Кузнецовская[2], Алексеевка[3], Ҡалтай-Алға, Малая Биянка, Ново-Алексеевка, Ново-Рождественский, Осиновка, Разориха, Соколовский, Хисмәт (Хисмятова), Яубүләк. Әлеге көндә Яубүләк ауылы ғына бар. Осиновка — ҡалған ауылдарҙың иң һуңғыһы булып юғалған.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — Б. 532. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  2. Кузнецовская
  3. Алексеевка

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

  • Башкирская АССР. Административно-территориальное деление. На 1 янаря 1961 года. Издание четвертое. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1961. — 428 с.
  • Башкирская АССР. Административно-территориальное деление. На 1 июля 1972 года. Издание шестое. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1973. — 387 с.
  • Башкирская АССР. Административно-территориальное деление. На 1 сентября 1981 года. Издание шестое. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1981. — 383 с.