Ҡалмаҡҡол

Башҡортостандың Салауат районында Мөрсәлим ҡасабаһы (ауылы) менән берләштерелгән ауыл

Ҡалмаҡҡол (рус. Калмакулово), хәҙер Мөрсәлим — 1989 йылға тиклем Башҡортостандың Салауат районындағы ауыл Советы үҙәге. 1989 йылға ҡарата халыҡ һаны 2316 кеше[1]. Почта индексы — 452485.

Ҡалмаҡҡол
Дәүләт  СССР
 Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Салауат районы
Карта

Географик урыны

үҙгәртергә
  • Район үҙәгенә тиклем (Малаяҙ): 50 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Мөрсәлим): 1 км

Ҡалмаҡҡол ауылы Әй йылғаһы ҡушылдығы Олөйөр йылғаһы буйында, район үҙәге Малаяҙ ауылынан көньяҡ-көнсығышҡа табан 50 километр һәм Мөрсәлим тимер юл станцияһы ҡасабаһына ҡаршы яҡта, Олөйөр йылғаһының аръяғында урынлашҡан[2].

Ҡалмаҡҡол ауылы, XX быуаттың 20-се йылдарында БАССР-ҙың Мәсәғүт кантонына ҡараған шул уҡ атамалы улус үҙәге булып китһә лә, XVIIIXIX быуаттарҙа аҡрын үҫешкән. 1795 йылда, мәҫәлән, 13 йортта 84 кеше йәшәһә, 1816 йылда 15 йортта 4 кешегә кәмерәк халыҡ йәшәгән.

Ҡалмаҡҡол ауылына XVIII быуаттың 1-се яртыһында, 1710 йылда, Себер даруғаһы Түбәләҫ улусына ҡараған Түбәләҫ—Ҡыуаҡан ырыуы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған. Ауылдың ырыу аралары: Сөсәй (ҡалған нәҫелдәр исемен яҙып алырға кәрәк)[3].

Ҡалмаҡҡол Килтәковтың (1703 йыл) атаһы ауылға улының исемен биргән. Ҡалмаҡҡол Килтәков 1740 йылғы ихтилалда ҡатнашҡан. Һуңынан, 1777—1778 йылдарҙа, Түбәләҫ һәм бер үк ваҡытта Шайтан-Көҙәй улустары старшинаһы вазифаһын башҡарған (Ҡалмаҡҡол Килтәйев (Килтәков, Калтыков, Кяльтиков, Кельтеев)[4]. Күрше заводтар хужаларына ер һатыуҙа ла бик әүҙем ҡатнашҡан[5].

Хисамитдинова Ф. Ғ. Троицк өйәҙе Ҡалмаҡҡол ауылынфың рәсми документтарҙа беренсе тапҡыр 1765 йылда теркәлгәнен билдәләй[6].

XIX быуат аҙағында Рәсәйҙә Транс-Себер магистрале төҙөлгән, Ҡалмаҡҡол ауылы аша Һамар-Златоуст суйын юлы һалынған[7][8].

Биләмә берәмектәренә инеүе

үҙгәртергә
Теркәү йылы Улус, ауыл советы Өйәҙ, кантон, район Губерна, Республика Дәүләт
1765 Түбәләҫ улусы Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй Империяһы
1816 19-сы йорт 4-се Башҡорт кантоны Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1834 19-сы йорт 4-се Көнбайыш (Тау арты) командаһы Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1847 2-се йорт 5-се Башҡорт кантоны, Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1859 7-се йорт 8-се Башҡорт кантоны, Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1895 Нәсибаш улусы Златоуст өйәҙе Өфө губернаһы Рәсәй империяһы
1920 Ҡалмаҡҡол улусы Мәсәғүт кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы   РСФСР
1926 Ҡалмаҡҡол улусы Мәсәғүт кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы   СССР
1935 Ҡалмаҡҡол ауыл советы Малаяҙ районы Башҡорт АССР-ы   СССР
1941 Ҡалмаҡҡол ауыл советы Салауат районы Башҡорт АССР-ы   СССР
1989 Мөрсәлим ауыл советы Салауат районы Башҡорт АССР-ы   СССР

Ҡалмаҡҡол ауылының XIX быуат уртаһынан артабанғы үҫеше

үҙгәртергә

Ҡалмаҡҡолда 1842 йылда 126 кешегә 20 сирек ужым һәм 182 сирек яҙғы икмәк сәселгән. Шул уҡ кешенән торған 21 йортта 262 ат, 132 һыйыр, 107 һарыҡ һәм 30 кәзә аҫырағандар. Ҡайһы берҙәре 13 солоҡ тәрбиәләгән.

1859 йылда инде 31 йортта 200 кеше, ә 1920 йылда 78 йортта 380 кеше булған.

1865 йылда 36 йортта 196 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған[9].

Ауыл 55 йорттан тора. 1890 йылдан биләмәләр 128 йән башына 12 йылға бирелгән. Биләмәләрҙе алғас, урмандың бер өлөшө һөрөнтө ер өсөн, икенсе өлөшө мал утлауы өсөн ҡулланыла. Сәсеү әйләнеше ҡалдау йәиһә тупраҡтың уңдырышлылығын аяҡҡа баҫтырыу өсөн оҙаҡ ваҡыттар эшкәртмәй ятҡырыу, бер баҫыулы — сикләү юҡ. Нәсибаш улусы халҡы ғәҙәттә 3-4 йылдан һуң бүлемен ташлай һәм йәнәш ятҡан бесәнлеген һөрә. Башлыса арыш һәм һоло сәселә. Һабан менән һөрәләр. Иң яҡшы уңыш: арыштың сәселгән 9 ботонан — бер дисәтинәгә 80 бот, һолоноң бер дисәтинәгә сәселгән 15 ботонан — 100 бот, бойҙайҙың 12 ботонан — 70 бот. Көтөүлектәр (мал утлауҙары) 312 дисәтинә ерҙе биләй, һәм унда 400 баш мал йәй буйы утлай. Көтөү шулай уҡ ҡамылда йөрөтөлә; утлаулыҡтар өлөшләтә ырҙын һәм йәшелсә баҡсалары өсөн бүленгән (10 дисәтинәгә яҡыны). Утлаулыҡтар араһынан Мәсет-йылға һәм Олөйөр йылғаһы аға. Урман менән иркен, бүлешеп тормай, тик ҡоро-һары, сыбыҡ-сабыҡ, лапы көйө, файҙаланалар. Халыҡ биләмәләрҙе ҡортомға алмай. Ҡалмаҡҡол ауылы йәмғиәте 128 дисәтинә ерҙе йылына 126 һум менән, 30 дисәтинә һөрөнтө ерҙе йылына 30 һум менән 6 йылға оҙайлы ҡортомға бирә. Шулай уҡ, ике дисәтинә тирмән урыны йылына 12 һум менән 12 йылға ҡортомға бирелә. Ауылда ике аҙыҡ-түлек (бакалея) кибете бар. Ҡыш көнө 20 йорт хужаһы утын киҫеү һәм мәғдән ташыу менән шөғөлләнә. Утынды Балашев ҡалаһы рудниктарына, ә мәғдәнде — Ҡарамалы йылғаһында ултырған Вязовая станцияһына ташыйҙар. 2 аты менән ташыған эшсе бер ҡышта 25 һум аҡса эшләй. Икмәкте халыҡ Йүрүҙән заводында һата»[10][11][12].

XIX быуат аҙағында Һамар-Златоуст (хәҙер Көньяҡ Урал) тимер юлы төҙөлөүгә бәйле, Ҡалмаҡҡол ауылына ҡаршы, Олөйөр йылғаһы аръяғында Мөрсәлим станцияһы төҙөлә.

Ауылдың XX быуаттағы үҫеше

үҙгәртергә

1906 йылда Ҡалмаҡҡол ауылында мәсет, һыу тирмәне, бакалея кибете булған. 1920 йылда 78 йортта 380 кеше булған[13].

Революцияға тиклем бөтөн Түбәләҫ ауылдарында ла мәктәптәр булмаған. 1910 йылдарҙа Ҡалмаҡҡолда Ҡаҙан мәҙрәсәһен тамамлап ҡайтҡан Ҡарағол ауылы муллаһы Ғөбәйҙуллин Абдулла тарафынан асылған мәктәп эшләй башлаған.

Большевиктар партияһы 1925 йылдан башлап наҙанлыҡты бөтөрөүгә йүнәлтелгән саралар күрә башлай. Ҡалмаҡҡол ауылында 4 синыфлыҡ башланғыс мәктәп асыла. Унан бик һирәгенә 20-25 саҡрымда ятҡан Лағыр ШКМ (крәҫтиән йәштәре мәктәбе)н тамалау мөмкин булған. Һуңғараҡ Алты ауыл Түбәләҫ балалары 1935 йылда асылған Тирмән 7-йыллыҡ тулы булмаған урта мәктәбенә йөрөп уҡыған. Һуғыштан һуң Ҡалмаҡҡолда ла 7-йыллыҡ тулы булмаған урта мәктәп, 60-сы йылдарҙан башлап урта мәктәп эшләй. Ҡарағол, Илсекәй, Сүрәкәй ауылы балалары ошо мәктәпкә йөрөп уҡый[14].

1929 йылдан территорияла Ҡалмаҡол ауыл советы ойошторола. 1940 йылдан Ҡалмаҡол ауыл Советына биш ауыл: Ҡалмаҡҡол, Башҡорт Илсекәйе, Урыҫ Илсекәйе, Ҡарағол, Сүрәкәй ауылдары инә[15].

30-сы йылдарҙа Ҡалмаҡҡол, Сүрәкәй, Ҡарағол һәм Илсекәй ауылдары «Путь социализма» тигән колхозға ойоша. Уның беренсе рәйесе — Әғзәм Хажиморатов, икенсеһе Ғәлимйән Ишбирҙин була.

Ҡалмаҡҡол ауылы 1960 йылдан XXI партсъезд исемендәге колхоздың үҙәгенә әйләнә. Был колхозға шулай уҡ Илсекәй, Ҡарағол, Сүрәкәй ауылдары, Урыҫ Илсекәйе утары ҡарай. Колхоз идаралығы, «Заготзерно», «Заготскот» предприятиелары, ашлыҡты беренсел эшкәртеү токтары булған эре хужалыҡ була.

1989 йылдың 25 июлендә ҡабул ителгән 6-2/270-се бойороҡ нигеҙендә Ҡалмаҡҡол ауыл Советы Мөрсәлим ауыл Советы (составына Мөрсәлим, Яңы Сүрәкәй ауылдары индерелеп) тип үҙгәртелә.

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Ҡалмаҡҡол ауылында Түбәләҫ ырыуына ҡараған аҫаба башҡорттары йәшәй. XIX быуат аҙағынан — XX быуат башынан, тимер юлы төҙөлөшө менән бәйле, урыҫ милләтле эшселәр күсеп килә (2002).

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1906 350
1920 йыл 26 август 380
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 385
1959 йыл 15 ғинуар 551
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 2316

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Ауылдың билдәле кешеләре

үҙгәртергә

Тирә-яҡ мөхит

үҙгәртергә
Ер-һыу атамалары

Урмандары

Тауҙар:

  • Мәсет тауы

Йылға-күлдәр:

Шишмәләр:

Ялан-бесәнлектәр:

Таусыҡтар, түбәләр:

Башҡа урын-ер атамалары:

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001. — 304 с. — ISBN 5—295—02843—7 (рус.)

История деревни Калмакуловово (Мурсалимкино)

  • Хисамитдинова Ф. Г. Башкирская ойконимия XVI—XIX вв. Уфа, Башкирское книжное издательство, 1991
  • И. М. Гвоздикова. Салават Юлаев. Следственные материалы. Уфа, 1992
  • Салават Юлаев (энциклопедия). Уфа: Научное издательство «Башкирская энциклопедия», 2004, с. 345
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001, 144—145 с. (д. Калмаккулово)
  • Ахмадиев Б. Х., Гафаров Х. А., Гибадуллин В. Г. На земле легендарного Салавата. Уфа, 1988.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. Ҡалмаҡҡол // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  3. полевые записи краеведа М. Ф. Абдуллиной
  4. фамилияһы рәүиз материалында шулай боҙоп яҙылған
  5. МИБ.ч.1, с.396; т.4, ч.1, С.III? 259; т.5, с.64, 66, 70. А. З. Асфандияров: Основателем деревни Р.Вахитов считает её жителя Калмаккула Каракучукова, что не подтверждается источниками
  6. Хисамитдинова Ф. Г. Башкирская ойконимия XVI—XIX вв.
  7. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  8. Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001. — 144—145 с.
  9. Ҡалмаҡҡол // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  10. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  11. Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001. — 144—145 с.
  12. Крестьянское движение в России в 1881—1889 гг. С. 721. МИБ. Ч. 1. С. 396; Т. 4. Ч. 1. С. 111, 259; Т. 5. С. 64, 66, 70. Основателем деревни Р. Вахитов считает ее жителя Калмаккула Каракучукова, что не подтверждается источниками. ЦГИА РБ. Ф. 138. Оп. 2. Д. 745, 468.
  13. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4. 522 б
  14. Шәмсетдинов Я. М. Ырыуым — Түбәләҫ — Ағиҙел, 2002, 2-се һан, 172—178 бб.
  15. https://mursalimkino.su/home/istoriya