Саҙрыев Фәсхетдин Саҙрый улы
Саҙрыев Фәсхетдин Саҙрый улы (1922 йыл (башҡа сығанаҡ буйынса — 1920 йыл[1]) — 6 июль 1942 йыл (башҡа сығанаҡ буйынса — 1943 йыл[1]) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, рядовой[1], ҡыҙылармеец[2].
Саҙрыев Фәсхетдин Саҙрый улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Совет Рәсәйе |
Тыуған көнө | 1922 |
Тыуған урыны | Лағыр, Салауат районы |
Вафат булған көнө | 6 июль 1942 |
Вафат булған урыны | Липецк өлкәһе |
Һөнәр төрө | ат ҡараусы |
Хәрби звание | рядовой һәм ҡыҙылармеец[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы | яуҙа һәләк була[d] |
Биографияһы
үҙгәртергәСаҙрыев Фәсхетдин Саҙрый улы 1922 йылда Башҡорт АССР-ының Салауат районы Лағыр ауылында тыуа. Ҡыҙыл Армия сафына Салауат районы хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла. Бөйөк Ватан һуғышында 313-сө кавалерия полкының ат ҡараусыһы булып хеҙмәт итә. 1942 йылдың 21-25 июнендә дивизия частары фронттан алыҫ булмаған урында оборона һыҙатында урынлаша, 313-сө кавполк Николаевка ауылында 224,6 бейеклекте обороналай: дивизия Воронеж-Ворошиловград оборона операцияһы сиктәрендә һуғышҡа инә[3]. Фәсхетдин Саҙрыев 1942 йылдың 6 июлендә һәләк була, Курск өлкәһенең (хәҙерге Липецк өлкәһе) Даниловка ауылында ерләнә[2].
Хәтер
үҙгәртергәСаҙрыев Фәсхетдин Саҙрый улының исеме «Хәтер китабы. Башҡортостан» баҫмаһының 17-се томына[1] һәм Салауат районының Лағыр ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.