Йылгилде
Йылгилде, Әнйәк (рус. Ельгильдино) — Башҡортостандың Салауат районындағы ауыл, Торналы ауыл Советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 24 кеше[2]. Почта индексы — 452486, ОКАТО коды — 80247865003.
Ауыл | |
Ельгильдино башҡ. Йылгилде | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
452486 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Географик урыны
үҙгәртергә- Район үҙәгенә тиклем (Малаяҙ): 20 км
- Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Торналы): 6 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Мөрсәлим): 48 км
Йылгилде ауылы Әй йылғаһы буйында, район үҙәге Малаяҙ ауылынан көнсығышҡа 20 километр һәм тимер юл станцияһы Мөрсәлимдән көньяҡҡа 48 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].
Тарихы
үҙгәртергәЙылгилде ауылына («Зигильдеево — Теплого тож», «Зегыдеево») Себер даруғаһы Тырнаҡлы улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған.
1795 йылда Йылгилде ауылындағы 13 йортта 106 кеше һәм 21 йортта 149 кеше урыҫ дәүләт (ҡаҙна) крәҫтиәндәре йәшәгән.
1816 йылда 22 йортта 102 кеше, 18 йылдан һуң, 1834 йылда — 31 йортта 150 башҡорт иҫәпкә алынған.
1842 йылда 150 кешегә 6 сирек ужым һәм 72 сирк яҙғы ашлыҡ сәселгән. Йылгилде халҡының хужалығында 109 ат, 88 һыйыр, 30 һарыҡ, 6 кәзә аҫыралған[4][5].
Биләмә берәмектәренә инеүе
үҙгәртергәТеркәү йылы | Улус, ауыл советы | Өйәҙ, кантон, район | Губерна, Республика | Дәүләт |
---|---|---|---|---|
1757 | Мырҙалар улусы | Троицк өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй Империяһы |
1816 | -се йорт | -се Башҡорт кантоны | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1834 | -се йорт | -се Башҡорт кантоны | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1847 | -се йорт | -се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1859 | -се йорт | -се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1895 | улусы | Златоуст өйәҙе | Өфө губернаһы | Рәсәй империяһы |
1920 | улусы | Мәсәғүт кантоны | Автономлы Башҡорт ССР-ы | РСФСР |
1926 | Мырҙалар улусы | Мәсәғүт кантоны | Автономлы Башҡорт ССР-ы | СССР |
1935 | Торналы ауыл Советы | Малаяҙ районы | Башҡорт АССР-ы | СССР |
1941 | Торналы ауыл Советы | Салауат районы | Башҡорт АССР-ы | СССР |
1990 | Торналы ауыл Советы | Салауат районы | Башҡортостан Республикаһы | Рәсәй Федерацияһы |
Ауылдың XIX быуаттың икенсе яртыһындағы үҫеше
үҙгәртергә1859 йылда Йылгилделә — 30 йортта 150 кеше донъя көткән.
Өйәҙ земство материалы ауылды түбәндәгесә ҡылыҡһырлай. «Йылгилде ауылы - Әй йылғаһының тигеҙ, һул ярында, өйәҙ ҡалаһынан көнсығыш өлөшөндә, өйәҙ ҡалаһынан 110 саҡрым, ауыл хужалығы продукттарын төп һатыу урыны — Үрге Ҡыйғы ауылынан 17 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы - аҫаба башҡорттар. Тау итәктәре буйлап төньяҡта һөрөнтө ерҙәр: өҫтөндә ике ҙур булмаған йырыны бар; был ерҙәр 50 йылға яҡын һөрөлә. Сәсеү әйләнеше өс баҫыулы; арыш, һоло, арпа, бойҙай сәселә; һабандар менән һөрөлә. Йәшелсә баҡсалары бар. Малсылыҡ менән шөғөлләнәләр. Мал бер өйөрҙә көтә. Көтөүлектәр ауыл янында, Әй йылғаһының һул яры буйлап урынлашҡан»[6][7].
Ауылдың XX быуаттағы үҫеше
үҙгәртергәXIX быуат башында уҡ, Ҡолсобай, Һатлы («Азнабаево, Азналы тож»), икенсе Ахун ауылдары, халҡы күсеп китеү сәбәпле, Тырнаҡлы улусы картаһынан юйыла.
1920 йылда Йылгилде ауылындағы 57 йортта 248 кеше йәшәгән булһа, 5 йылдан 25 хужалыҡ ҡына ҡалған. Урыҫ крәҫтиәндәре был ауылдан башҡа урынға күсеп киткән[8].
Халыҡ һаны
үҙгәртергәЙылгилде ауылында күпселеге башҡорттар йәшәй (86 %).
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 24 | 16 | 8 | 66,7 | 33,3 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Билдәле кешеләре
үҙгәртергәУрамдары
үҙгәртергәТирә-яҡ мөхит
үҙгәртергә- Ер-һыу атамалары
Тауҙар:
Йылғалар:
Шишмәләр:
Ялан-бесәнлектәр:
Таусыҡтар, түбәләр:
Башҡа урын-ер атамалары:
Ҡушаматтар
үҙгәртергәШулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001, 153—154 с. — 304 с. — ISBN 5—295—02843—7 (рус.)
Һылтанмалар
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Генеалогия и архивы. Ельгильдино
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Генеалогия и архивы. Ельгильдино
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Карта д. Ельгильдино. Улицы
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |