Яхъя (Салауат районы)
Яхъя (рус. Яхъя) — Башҡортостан Республикаһының Салауат районындағы ауыл. Ишембай ауыл биләмәһенә ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 333 кеше[2]. Почта индексы — 452499, ОКАТО коды — 80 247 815 005[3].
Ауыл | |
Яхъя башҡ. Яхъя | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Элекке исеме |
Яхия, Яхино |
Халҡы | |
Милли состав | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
452499 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Географик урыны
үҙгәртергәЯхъя ауылы Йүрүҙән йылғаһы ҡушылдығы Оло Берҙәш йылғаһы буйында, район үҙәге Малаяҙ ауылынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 28 километр һәм Кропачёво (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан көньяҡ-көнсығышҡа 8 киломтр алыҫлыҡта урынлашҡан.
Тарихы
үҙгәртергәЯхъя ауылына Ҡыр-Көҙәй улусына ҡараған. Ҡыр-Көҙәй улусы башҡорттары, Ҡаратаулы башҡорттары кеүек, Ер биләүгә хоҡуҡ бирә торған ҡағыҙҙы (Владенная память) Пётр I батшаның үҙенән 1701 йылда алған.
Яхъя ауылына XVIII быуаттың 70-се йылдарында Оло Берҙәш йылғаһы буйында Ҡыр-Көҙәй башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған. Ауылды Көҙәй улусы старшинаһы Яхъя Яҡшыевтың исеме менән атағандар. 1735-1740 йылдарҙағы ихтилалда ҡатнашҡандары өсөн Яхъяның атаһы нигеҙ һалған Йүрүҙән йылғаһының уң ярында урынлашҡан Яҡшы ауылы яндырылғанлыҡтан, улы йылғаның ҡаршы һул ярында, яңы урында, Яхъя ауылына нигеҙ һалған. Сөнки башҡорттар янғын булған ергә ҡабат өй төҙөмәйҙәр.
1795 йылда Яхъя ауылындағы 27 йортта бөтәһе 128 кеше: 54 ир-ат, 74 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың күп булыуы XVIII быуаттың 30-70 йылдарындағы милли хәрәкәттәрҙең әүҙем ҡатнашыусы ир-егеттәрен даими рәүештә репрессияларға дусар иткәндәрен күрһәтә.
1816 йылда ла ҡатын-ҡыҙҙар күпселекте тәшкил иткән: 48 хужалыҡта 155 ир-егет һәм 169 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән.
Ғаилә башлыҡтары араһында 6 ир-ат күп ҡатынлы булған. Был осрҙа уҡ мәсет булған.
Рәүиз материалында ауылда мәсет теркәлгән. 1834 йылғы VIII йәниҫәп буйынса ир-ат һаны артығыраҡ: 181, ҡатын-ҡыҙҙар 164. Артабан ошондай нисбәт һаҡланған.
1842 йылда 371 кешегә 125 сирек ужым һәм 528 сирек яҙғы ашлыҡ сәселгән. 10 сирек картуф ултыртылған. 75 хужалыҡта йәшәгән 403 кешенең 394 йылҡыһы, 311 һыйыры, 116 һарығы, 34 кәзәһе булған. Барлығы 34 умарта һәм 42 солоҡ та иҫәпкә алынған[4][5]
Теркәү йылы | Улус, ауыл Советы | Өйәҙ, кантон, район | Губерна, Республика | Дәүләт |
---|---|---|---|---|
1757 | Ҡыр-Көҙәй улусы | Троицк өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1816 | -се йорт | 8-се Башҡорт кантоны | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1834 | -се йорт | 8-се Башҡорт кантоны | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1847 | -се йорт | 8-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1859 | -се йорт | 8-се Башҡорт кантоны, Троицк өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1895 | улусы | Златоуст өйәҙе | Өфө губернаһы | Рәсәй империяһы |
1920 | улусы | Мәсәғүт кантоны | Автономиялы Башҡорт ССР-ы | РСФСР |
1926 | улусы | Мәсәғүт кантоны | Автономиялы Башҡорт ССР-ы | СССР |
1930 | улусы | Үрге Ҡыйғы районы (Үрге Ҡыйғы районы) | Башҡорт АССР-ы | СССР |
1935 | Яхъя ауыл Советы | Малаяҙ районы | Башҡорт АССР-ы | СССР |
1941 | Яхъя ауыл Советы | Салауат районы | Башҡорт АССР-ы | СССР |
1990 | Ишембай ауыл Советы | Салауат районы | Башҡортостан Республикаһы | Рәсәй Федерацияһы |
XIX быуаттың икенсе яртыһында Яхъя ауылының үҫеше
үҙгәртергәЯхъяла 1859 йылда 79 йортта 382 кеше, 1865 йылда Яхъя ауылының 71 хужалығында 393 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр. 2 мәсет булған.
1895 йылда 105 йортта 517 кеше иҫәпкә алынған.
Ауылдың XX быуаттағы үҫеше
үҙгәртергә1906 йылда Яхъя ауылында мәсет, 2 запас иген һаҡлай торған мөгәзәй булған. Ир-ат тау заводтарында ла хеҙмәт иткән.
1920 йылдағы совет йән иҫәбен алыу материалы 126 хужалыҡта 609 кеше йәшәгәнен күрһәтә.
2005 йылда Яхъя ауылына XX быуат башында барлыҡҡа килгән Яхъя разъезы ҡушыла. 2007 йылдан хәҙерге исемен йөрөтә.
Әлеге ваҡытта Яхъя ауылында төп мәктәп, интернат, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты бар.
Халҡы
үҙгәртергәЯхъя ауылында башҡорттар йәшәй (2002).
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 609 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 512 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 432 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 268 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 368 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 333 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Халыҡ иҫәбе | ||||||
---|---|---|---|---|---|---|
1795[6] | 1816[6] | 1836[6] | 1859[6] | 1895[6] | 1920[6] | 2002[7] |
128 | ↗324 | ↗345 | ↗382 | ↗517 | ↗609 | ↘368 |
2009[7] | 2010[1] | |||||
↘355 | ↘333 |
М. А. Круковский фотолары (1908 йыл)
үҙгәртергәС. Прокудин-Горский фотолары (1910 йыл)
үҙгәртергә1910 йылда ауылда фотограф, Рәсәйҙә төҫлө фотография пионеры Сергей Прокудин-Горский булып киткән. Ул төшөргән фотоларҙан күренеүенсә, Яхъя ауылы күркәм тәбиғәтле, ул заман өсөн ныҡлы ҡаралтылары, матур мәсете булыуы менән иғтибарға лайыҡ. Бик тырыш, хужалыҡсан халыҡ йәшәгәне күренеп тора. Ауыл тимер юлдан алыҫ булмаған, ир-ат шунда эшләгәндер, сөнки «Тимер юлсы башҡорт» тигән фото ла ошонан йыраҡ түгел төшөрөлгән[8].
Биҙәкләп үрелгән ситәне иҫкергән, көнбағыштар сәскә атҡан йәшелсә баҡсаһы фотоһы ла бар. Йорттарҙың ҡапҡалары ныҡлы, улар араһында «урыҫ ҡапҡаһы» тип аталып йөрөтөлгән төрҙө лә бар, ҡоймалар буралап һалынған. Мәсетле ауыл өсөн бик тәбиғи — мосолмандарҙың ихата эсе күренмәҫкә тейеш булған, ҡатын-ҡыҙҙы шулай ҡурсалағандар.
Тәҙрәләр — биҙәкле ҡапҡаслы; йорт алдында ағастар үҫкән кәртәле баҡсалары бар. Һарай, ихата — тәртиптә, төҙөк.
Милли кейемдәр бәҫле, ҡырма бүрек, эшләпә кейгәндәре аңлашыла. Фотола болдорҙа ултырған ҡатын фотоһының кем булғанлығы асыҡланған, уның Фәрхиназ исемле булыуы билдәле (Милли кейемле башҡорт ҡатыны. С. Прокудин-Горский фотоһы).
-
Ауыл мәсете
-
Ауыл урамы
-
Йорт
-
Йәш башҡорт
Урамдары
үҙгәртергәЕр-һыу атамалары
үҙгәртергәТауҙар:
Йылғалар: Оло Берҙәш
Шишмәләр:
Ялан-бесәнлектәр:
Таусыҡтар, түбәләр:
Тарихи ҡомартҡы: Яхъя ауылы янында Буран яҙмаһы (Бурановская писаница) табылды.
Билдәле кешеләре
үҙгәртергә- Бәхтейәров Фәйзулла Хизбулла улы (6.11.1932—1.12.1998), театр актёры, Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1983).
- Ғәниева Роза Шәрип ҡыҙы (ҡыҙ фамилияһы Йомағужина; 30.07.1921—2013), Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарынан тәүге нефтсе. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры.
- Искәндәрова Хәнифә Сираж ҡыҙы (20.03.1928—4.09.2020), Социалистик Хеҙмәт Геройы (1968), СССР-ҙың Халыҡ уҡытыусыһы (1982), РСФСР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1967), 8-се һәм 9-сы саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаты (1970−1979), КПСС-тың XXIV съезы (1971) һәм Уҡытыусыларҙың беренсе Бөтә Союз съезы (1968) делегаты.
- Милли кейемле башҡорт ҡатыны — Фәрхиназ Сайранова
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с. (рус.) ISBN 978-5-87691-038-7.
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- Земля салаватская, земля батыра. / Автор-составитель: Сабирьянова С. Г. — Уфа: АН РБ, Гилем, 2010. — 400 с. (рус.)
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Г. Ҡотоева. Башҡортомдоң аҫылы Фәрхиназ [2] 2018 йыл 22 ғинуар архивланған.
- Башкирская деревня Эхъя [3]
- В поисках деревни Эхья[4]
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Яхъя (Салауат районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Яхъя ауылы «Госсправка» сайтында
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-
- ↑ 6,0 6,1 6,2 6,3 6,4 6,5 Яхино . Дата обращения: 4 октябрь 2013. Архивировано 4 октябрь 2013 года.
- ↑ 7,0 7,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ БАШКИРСКАЯ ДЕРЕВНЯ ЭХЬЯ[1]
- ↑ Карта д. Яхъя. Улицы
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |