Бикбулат (Салауат районы)
Бикбулат (рус. Бикбулат) — Себер даруғаһы Шайтан-Көҙәй улусында (хәҙер — Башҡортостан Республикаһының Салауат районы менән Силәбе өлкәһенең Әшә районы сиге) нигеҙләнгән ауыл. 1775 йылда яндырыла[2].
Бикбулат | |
Дәүләт | Рәсәй империяһы |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Себер даруғаһы һәм Шайтан-Көҙәй улусы |
Хәҙерге административ берәмек сиктәрендә урынлашҡан | Салауат районы һәм Силәбе өлкәһе |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 1775[1] |
Тарихы
үҙгәртергәБикбулат ауылын Себер даруғаһы Шайтан-Көҙәй улусының йоғонтоло вәкиле, 1762 йылдың 21 авгусында заводсылар И. Б. Твердышев менән И. С. Мясниковҡа улус ерҙәренең бер өлөшөн 60 йылға ҡуртымға биреү тураһында килешеү төҙөүселәрҙең береһе булараҡ билдәле Бикбулат Түкәйев нигеҙләй[3].
1770 йылдың июнендә Петр Симон Паллас Рәсәй дәүләтенең төрлө урындары буйлап сәйәхәт ҡылған академик экспедицияның Башҡортостан этабында Бикбулат-ауылдан Шайтан-ауылға (Аҙналы) барғанда күргәне тураһында шундай мәғлүмәт теркәп ҡалдыра: «Тәүге ҡалҡыулыҡтар араһында беҙ Һары Ҡондоҙға ҡойған Күлмәк (Битышлы) шишмәһен таптыҡ. Унда алты ғына йорттар торған бәләкәй генә ауыл, быуа, мин беренсе тапҡыр күргән тирмән бар. Һуңыраҡ мин уларҙы йыш күрҙем. Үҙенсәлекле, тап башҡорттар уйлап тапҡан булыуы менән ул ентекле яҙыуҙы талап итә»[4][5].
Башҡорт ихтилалдары күпләп күҙәтелгән осорҙа Бикбулат ауылын да башҡа башҡорт ауылдары яҙмышы урап үтмәй — 1775 йылда ул батша карателдәре тарафынан яндырыла. Бының сәбәбе булып Шағанай ауылына нигеҙ һалған Шағанай Бурһыҡовтың был ауылда йәшеренеп дары яһауҙарын властарға еткереүе тора.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий (урыҫ) // Китап — 2009. — С. 744.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Паллас П.С. Путешествие по разным местам Российского государства. Часть 2. Кн. 1. Физическое путешествие по разным провинциям Российской Империи, бывшее в 1770 г.. — СПб.: Имп. Академия наук, 1786.. — 476 с. с.
- ↑ Башкирский этап академической экспедиции Петра Симона Палласа: маршрут 1770 года (июнь) 2020 йыл 30 ноябрь архивланған.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- Паллас П.С. Путешествие по разным местам Российского государства. Часть 2. Кн. 1. Физическое путешествие по разным провинциям Российской Империи, бывшее в 1770 г.. — СПб.: Имп. Академия наук, 1786.. — 476 с. с.
- Башкирский этап академической экспедиции Петра Симона Палласа: маршрут 1770 года (июнь) 2020 йыл 30 ноябрь архивланған.