«Башкиравтодор» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең ҡырсынташ ваҡлау-сортлау заводы
Викидатала элемент тултырылмаған |
«Башкиравтодор» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең ваҡлау-сортлау ҡырсын заводы
Тарихы
үҙгәртергә«Башкиравтодор» акционерҙар йәмғиәте - Башҡортостан юл төҙөлөшөнөң әйҙәүсе предприятиеһы. Уның тарихы Башҡортостан Республикаһының бөтөн транспорт селтәре үҫеше менән бәйле булған. Совет осоронда Халыҡ хужалығы советы эргәһендәге дәүләт ҡоролмалары (губерна һәм өйәҙ) бүлектәре тәүге юл ойошмалары булған.
Урындағы транспорттың үҙ аллы органы «Башмест» – буласаҡ «Башкиравтодор» БАССР Халыҡ комиссарҙары комитеты СНК һәм Башҡортостан Үҙәк башҡарма комитетының 1924 йылғы ҡарары нигеҙендә барлыҡҡа килгән. Бөтә юл инвентары, милеге, шоссе һәм грунт юлдары бүлеге материалдары, шулай уҡ юл төҙөлөшөнөң бөтә кредиттары уның ҡарамағына ингән. Башмест структураһы бик ябай, штаттар һаны бик аҙ булған. Юл эштәре фәҡәт ялланған эшселәрҙең ҡул көсө менән башҡарылған.
1930-сы йылдарға автомобилдәр һаны һиҙелерлек артҡан. Грузонапряженность Республика юлдарының йөк үткәреү көсөргәнеше артҡан, улар ҡабаттан төҙөүҙе һәм капиталь йүнәтеү талап иткән. 1936 йылда ауыл халҡының юл эштәрендә хеҙмәте тураһында ҡарар ҡабул ителгән. Район юлдарын төҙөргә үҙҙәренең аттары һәм үгеҙҙәре менән крәҫтиәндәр сыҡҡан. 1940-сы йылдар башында Өфө Нижегородкаһында тәүге асфальт-бетон заводы эшләй башлаған.
Бөйөк Ватан һуғышынан һуң, 1960-сы йылдарға тиклем беҙҙең илдә фәҡәт төп дөйөм союз һәм республика юлдары ғына төҙөлгән, ә урындағы юлдар селтәре ғәмәлдә үҫешмәгән.
1960-1970-се йылдарға СССР-ҙа һәм Башҡортостанда, юл төҙөлөшөнә байтаҡ аҡса бүленә башлағанлыҡтан, юлдар төҙөү үҫешкән. Юлсыларға ярҙамға хәҙерге заман техникаһы килгән. Төп ҡатмарлы хеҙмәттәр механизацияланған. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә 3 млн. кубометрҙан артыҡ ер эштәре башҡарылған һәм 1.5 млн. кубометрҙан ашыу карьер материалдары сығарылған. Урындағы әһәмиәтле 370 километр юл төҙөлгән, 1825 километр юл капиталь ремонтланған.
1970-1980-се йылдарҙа юл-төҙөлөш предприятиеларының материаль-техник базаһы тиҙләтелгән темптар менән нығытылған, 10 асфальт-бетон заводы сафҡа баҫҡан. Асфальт-бетон ҡапламалы юлдар төҙөү башлана. 1980 йылға республикала дөйөм ҡулланышлы 1 6,4 мең км автоюл һалынған, шуларҙың 1,5 мең км – камиллаштырылған ҡаплау менән. Өфө-Стәрлетамаҡ юлын реконструкциялау тамамлағандан һуң, Республикала тәүге дүрт һыҙатлы тиҙлекле магистраль барлыҡҡа килде.
РСФСР Автомобиль юлдары министрлығы Минавтодорының 1987 йылдың 3 декабрь бойороғо менән БАССР-ҙың автомобиль юл төҙөлөшө һәм уларҙы эксплуатациялау производство идаралығы «Башкиравтодор» берекмәһе тип үҙгәртелде.
Республика хөкүмәте ойошмаға 2000 йылға саҡлы Өфө ҡалаһы менән район үҙәктәрен асфальт-бетон япма менән, ә колхоз һәм совхоздарҙың үҙәк усадьбаларын район үҙәктәре менән – ҡаты япмалы юлдар менән ҡаплау бурысын ҡуйған.
Эшмәкәрлек йүнәлеше
үҙгәртергә«Не секрет, что строительство качественных дорог – залог экономического процветания страны. Акционерное Общество «Башкиравтодор» - ведущее предприятие в дорожной отрасли Башкортостана. Высокое качество исполнения заказов в оптимальные сроки – приоритет опытнейших сотрудников компании, усилия которых направлены на выполнение единой задачи – сделать наши дороги лучше».
«Башкиравтодор» акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Артур Шайнуров.
1995 йыл – «Башкиравтодор» юлсылары өсөн иң һөҙөмтәлеләрҙең береһе. Республикала 903 км автоюл, 49 күпер төҙөлгән һәм ҡабаттан йүнәтелгән. 1997 йылда төҙөлгән Ҡаға-Иҫке Собханғол юлы иң әһәмиәтле еңеү булған. Был баш ҡала менән район үҙәген тоташтырыусы асфальт япмалы һуңғы юл була. Шулай итеп, район үҙәктәрен Өфө менән тоташтырыусы ун йыллыҡ эпопея уңышлы тамамланған. Йылайыр йылғаһы аша күпер файҙаланыуға тапшырылған, Сермән ауылы янында Ағиҙел йылғаһы аша, шулай уҡ Дүртөйлө районының Яубазы йылғаһы аша һалынған урап үтеү өсөн тәғәйенләнгән күпер төҙөлгән.
1999 йыл. Заказсы – Юл төҙөлөшө идаралығы - урамдарҙы асфальт менән ябыу подрядын алыу буйынса беренсе торгтар үткәрә.
XXI быуаттың беренсе ун йыллығында Башкҡртостанда 6864 км автомобиль юлы төҙөлә һәм яңынан йүнәтелә, 14,8 мең күпер файҙаланыуға тапшырыла. Республика ауылдарында 650 км асфальтланған урам барлыҡҡа килә.
2000 – 2005 йылдар. Территориаль заказ буйынса 237 км автоюл һәм 1126 пм күпер төҙөү һәм яңыртып ҡороу реконструкция, асфальтирование 90 км урамды асфальтлау, 649 км юлды һәм 400 пм күперҙе ремонтлау ҡаралған. Предприятиела ГОСТ Р ИСО 9001-2001 -ҡа ярашлы сифат менеджменты системаһы индерелгән, сығарылған продукцияға 58 сифат сертификаты тапшырылған. Урындарҙа 45 лаборатория булдырылған.
Яңы энергия һаҡлаусы ҡоролма сафҡа индерелгән. 76 асфальт-бетон ҡоролмаһында һәм 66 етештереү базаһында газ үткәрелгән, 11 асфальт-бетон заводы компьютерлаштырылған.
2005 – 2010 годы. «Башкиравтодор» юлдар япмаларын соҡорло йүнәтеүҙә һалҡын асфальт-бетон әҙерләү һәм ҡаплау буйынса «Матрекс» канада технологияһын үҙләштергән. Шулай уҡ яңы юл төҙөлөшө материалы – полимербитумлы ҡатырғыс материал ентекләп эшләнгән һәм уңышлы ҡулланыла башланған. Тәүге тапҡыр был япма Таш кисеү районында Өфө (Ҡариҙел) йылғаһы аша яңы күперҙе төҙөгәндә ҡулланылған.
2010 – 2015 йылдар. 84 асфальт-бетон ҡоролмаларға газ үткәрелгән, мини-ҡаҙан сафҡа индерелгән, Йылайыр районында битум һаҡлағысты яңыртып ҡороу тамамлана. Асфальт-бетон заводтарында технологик процесты автоматлаштырыу эше дауам итә. Үҙҙәренең аҡсаһына 135 берәмек яңы быуын юл төҙөлөшө техникаһы һатып ала. Үҙәк лабораторияға заманса яғыулыҡ-майлау материалдарын экспресс-анализлау станцияһы һатып алынған.
Бөгөн предприятие данлы традицияларҙы дауам итеүсе генә түгел, юл төҙөлөшөндә инновациялар файҙаланыу маҡсатын ҡуйған. Компанияның төп эшмәкәрлеге - Башҡортостан Республикаһының төбәк, муниципаль-ара һәм урындағы әһәмиәткә эйә автомобиль юлдарын тәрбиәләп тороуға, ремонтлауға, капиталь ремонтлауға, төҙөүгә һәм яңыртып ҡороуға йүнәлтелгән территориаль заказын тормошҡа ашырыу.
«Башкиравтодор» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Мөрсәлим бүлексәһе
үҙгәртергәСалауат районы Мөрсәлим ауылы таш ятҡылығында ваҡлау-сортлау ҡырсын заводы төҙөлгән.
Мөрсәлим ауылы - Мөрсәлим ауыл биләмәһенең административ үҙәге. Мөрсәлим ауыл биләмәһенә 5 тораҡ пункт: Мөрсәлим, Башҡорт Илсекәйе, Ҡарағол, Яңы Сүрәкәй, Рус Илсекәйе инә.
2011 йылдың 1 ғинуарына биләмәләге халыҡ һаны - 3368 кеше. Хужалыҡ һаны - 975, шуларҙан ир-егеттәр – 1602, ҡатын-ҡыҙҙар – 1766, пенсионерҙар – 600, мәктәп йәшендәге балалар – 236. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар – 4;
Мөрсәлим ауыл биләмәһендә урынлашҡан төп предприятиелар, учреждениелар, крәҫтиән-фермер хужалығы (КФХ):
- «Башкирнефтепродукт» ААЙ-нең Мөрсәлим филиалы
- «Башкиравтодор» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең ваҡлау-сортлау ҡырсын заводы
- «Синтезхим» ЯСЙ-нең производство комбинаты
- Мөрсәлим вокзалы, ПЧ-2, ПМС-113
- «Торлаҡ коммуналь сервис» ЯСЙ
- «Салауат урманы» ЯСЙ
- Ветеринар участкаһы
- Газ участкаһы
- Мөрсәлим ОПС
- 1 Крәҫтиән-фермер хужалығы (КФХ)
- Индивидуаль эшҡыуарҙар (ИП) – 17 сауҙа нөктәһе
Ауыл биләмәһенең ижтимағи-иҡтисади үҫеше
- 2010 йылға ауыл биләмәһе бюджеты Совет ҡарары менән 5283,2 мең һум күләмендә раҫланған.
- Ауыл биләмәһенең ерҙәре майҙаны 29606 га тәшкил итә.
Ижтимағи өлкә объекттары:
- Мөрсәлим ауылы бюджет муниципаль дөйөм белем биреү учреждениеһы урта мәктәп(МОБУ СОШ)
- Мөрсәлим бюджет муниципаль мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы 1-се балалар баҡсаһы (МБДОУ 1-се балалар баҡсаһы)
- Мөрсәлим ауыл участка дауаханаһы
- Мөрсәлим ауыл китапханаһы
- Мөрсәлим мәҙәниәт йорто (тимер юлсылар клубы)
Коллектив
үҙгәртергә- Етәкселәре:
- Эшселәре:
АО "Башкиравтодор" реализует известняковый щебень с Мурсалимкинского карьера Салаватского района РБ. Различные фракции, от 200 руб. за тонну. Самовывоз.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәАдрес: Республика Башкортостан, г. Уфа, ул. Кирова, 128А Телефон: (347) 262-55-55 Факс: (347) 262-51-30 Диспетчерская (круглосуточно): (347) 262-52-00; +7 927 950 59 59 Email: dor@avtodor.rbinfo.ru
Яңылыҡтар
үҙгәртергә2018 йылдың 12 июлендә БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, Төҙөлөш һәм архитектура буйынса Дәүләт комитеты рәйесе Андрей Трухан эш визиты менән Ҡариҙел районына килде. Бында "Башкиравтодор" АЙ-те төбәктең иң масштаблы проектын тормошҡа ашыра. Ҡариҙел ауылы аша урау юл һәм Ҡариҙел Өфө йылғаһы ярҙарын тоташтырыусы күпер төҙөү хаҡында һүҙ бара.
60 километрға яҡын оҙонлоҡтағы Бөрө - Таҙтүбә - Һатҡы автомобиль юлы төньяҡ-көнсығыш төбәкте Республиканыңын үҙәк биләмәләре менән тоташтырасаҡ. бөгөнгө көнгә урман ҡырҡыу һәм һыу үткәргес торбаларҙы монтажлау эштәре тулыһынса тамамланған, күпергә алып барыусы техник юл һалынған, 225 688 м³ күләмендәге тау массаһы шартлатылған. Юлдың ер полотноһын булдырыу өсөн 1 млн 600 кубометрға яҡын грунт кәрәк. Бөгөн юлсылар был материалды күсереүҙе тамамларға тора.