Первомайский (Салауат районы)
Первомайский (рус. Первомайский), Күкшик, Боксит — Башҡортостан Республикаһының Салауат районындағы ауыл, Первомайский ауыл Советы үҙәге, тимер юл станцияһы. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 395 кеше булған[2]. ОКАТО коды — 80247851001.
Ауыл | |
Первомайский башҡ. Первомайский | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Элекке исеме |
1942 йылға тиклем — Кукшик |
Ауыл с | |
Халҡы | |
Милли состав | |
Сәғәт бүлкәте | |
Телефон коды |
+7 34777 |
Почта индексы |
452480 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Номер в ГКГН | |
Географик урыны
үҙгәртергә- Район үҙәгенә тиклем (Малаяҙ): 68 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Күкшик): 1 км
Первомайский ауылы район үҙәге Малаяҙ ауылынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 38 километр һәм Кропачёво (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан төньяҡҡа 68 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].
Первомайский ауылы Башҡортостандың Салауат районы менән Силәбе өлкәһе Һатҡы районы сигендә урынлашҡан. Бик һирәк осрай торған күренеш — был ауылдың өс атамаһы бар: Күкшик, Боксит, Первомайский[4].
Топонимика
үҙгәртергәБыл ерҙәрҙең аҫабалары — Түбәләҫтәр — ҡасандыр Алтай яғынан, Байкал күле аръяғынан, күсеп килгән һәм халыҡ телендә хатта XIX быуатҡа тиклем унда ерҙәре булған, тигән риүәйәттәр йәшәгән. Ҡыуаҡан башҡорттары риүәйәттәре Йүрүҙән үренә тәүге килгән ике һунарсы егет тураһында һөйләй. Улар, ырыуҙаштарын күсереп килтерер өсөн, күңелдәренә ятҡан ер һайларға сыҡҡан була. Биләмә уларға бик оҡшаған, һәм иң ҙур ике тауға улар Күкши-тау (Күкшик) һәм Башыташ-тау (Башташ) тип исем биргәндәр.
Ҡыуаҡандарҙың этник сығанаҡтарын өйрәнгәндә, күп кенә тикшеренеүселәр «аҡҡош» мәғәнәһендәге «ку» төрки һүҙенә айырым иғтибар биргән[5]. Ку (ҡыу) — Төньяҡ Алтайҙағы Аҡҡош йылғаһының боронғо төрки атамаһы; ку-кши, куу-кижи — «Аҡҡош йылғаһы кешеләре» — Төньяҡ Алтайҙағы «аҡҡошлолар» йәиһә шалғандар (челканцы) атамалары. Куу һәм куулар ырыу төркөмдәре тува халҡында әлеге ваҡытта ла бар.
Тарихы
үҙгәртергәПервомайский ауылы - административ үҙәк. Был ауылда Күкшик тимер юл станцияһы урынлашҡан. (Мәҡәләнең урыҫ телендәге версияһында Күкшик — күк сиге тигәнде аңлата тип биреү дөрөҫлөккә тап килмәй. «Күк ишеге» тип тәфсирләүселәр ҙә осрай?).
Боксит атамаһы — 1936 йылдан башлап бөгөнгө көнгә тиклем (хәҙер аҙыраҡ күләмдә) табылыусы боксит мәғдәне ятҡылыҡтары менән бәйле алынған.
Первомайский — ҡасандыр эшселәр йәшәгән ҡасабаның рәсми атамаһы булған.
Тораҡ пункт бик ныҡ һуҙылған, айырым өлөштәрҙән: Покровка ауылынан, Күкшик станцияһынан, үҙәктән тора.
Ауылдың XX быуатта һәм хәҙерге көндә үҫеше
үҙгәртергәПервомайский ауылы, XX быуаттың 30‑сы йылдарында Көньяҡ Урал боксит мәғдәне ятҡылыҡары бассейнын табыу менән бәйле, Первомайское ҡасабаһы булараҡ барлыҡҡа килгән.
1942 йылдан ҡала тибындағы ҡасабаға Первомайский атамаһы ҡулланыла.
1940‑сы йылдарҙан Первомайский ауылына Боксит рудниктары ҡасабаһы һәм Күкшик станцияһы, 50‑се йылдарҙа — Күкшик разъезы ҡасабаһы, 1977 йылда — Новопокровка ҡасабаһы ҡушыла.
2005 йылдан Первомайский ауылы статусына эйә.
РСФСР Юғары Советы Президиумының 1942 йылдың 2 октябре Указы менән Күкшик тораҡ пункты, Первомайский атамаһы бирелеп, эшселәр ҡасабаһы категорияһына ҡаратыла [6].
Первомайский 2005 йылдың 20 июленә тиклем — эшселәр ҡасабаһы.
2005 йылдың 20 июлендәге 211-з һанлы «Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошона тораҡ пункттарҙың ойошторолоуына, берләшеүенә, ҡанундарына һәм статусының үҙгәреүенә, административ үҙәктәрҙең күсерелеүенә бәйле үҙгәрештәр индереү тураһында»ғы республика Законына ярашлы, Первомайский ауыл тораҡ пунктына әүерелде:
11. Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошона түбәндәге үҙгәрештәр индерергә:
Первомайский ҡасаба советын, «Первомайский» атамаһын һаҡлап ҡалып, ауыл советы категорияһына индерергә
в) Салауат районының Первомайский эшселәр ҡасабаһын ауыл биләмәһе категорияһына индерергә, ҡасаба тибын - ауыл тип билдәләргә. Первомайский ауыл советын «Беренсе май» атамаһын һаҡлап ҡалып, ауыл советы категорияһына индерергә.
- Салауат районында, элек барлыҡҡа килеп, хәҙерге көнгә юҡҡа сыҡҡан ауылдар тураһында сығанаҡтар һәм крайҙы өйрәнеү әҙәбиәте юҡ дәрәжәһендә. Шуның өсөн 1920 йылғы йәниҫәптән билдәле түбәндәге мәғлүмәтте билдәләр кәрәк: Иҙрис эргәһендәге Краснополье ауылында 19 йортта 109 кеше (1925 й. — 25 хужалыҡ), Лысово ауылында — 5 йортта 37 кеше (1925 й. — 9 хужалыҡ), Бунаково ауылында — 22 йортта 118 кеше (1925 й. — 28 хужалыҡ). Ҡайһы бер тораҡ пункттар 1920 йылда теркәлмәгән, әммә 5 йылдан һуң, ауыл хужалығы артелдәре булараҡ иҫәпкә алынған, мәҫәлән, 15 хужалыҡтан торған Головская, 21 йорттан торған Весна, 4 йортло Счастливый ауылдары.
1920 һәм 1925 йылдарҙа әлегә билдәле булмаған һәм шуның өсөн йәниҫәпкә эләкмәгән Күкшик, Калиновка, Ельцевский һәм Первомайский ҡасабалары ла был рәткә инә.
Әлеге ваҡытта Первомайский ауылында төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.
Халыҡ һаны
үҙгәртергәПервомайский ауылында башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002).
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 223 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 1430 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 583 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 510 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 395 | 187 | 208 | 47,3 | 52,7 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Халыҡ иҫәбе | ||||||
---|---|---|---|---|---|---|
1959[7] | 1970[8] | 1979[9] | 1989[10] | 2002[11] | 2009[12] | 2010[13] |
1890 | ↘1315 | ↘924 | ↘512 | ↘510 | →510 | ↘395 |
2012[14] | 2013[15] | 2014[16] | 2015[1] | |||
↘394 | ↘383 | ↗385 | ↘374 |
Билдәле кешеләре
үҙгәртергәОйошмалары
үҙгәртергә«Боксит» ЯСЙ-енең төп эшмәкәрлек төрө булып алюминийға бай сеймалды ер аҫты эшкәртеү ысулы менән, шулай уҡ алюминийға бай сеймалды (бокситтар һәм нефелин-апатит мәғдән) асыҡ ысул менән эшкәртеү тора.
Урамдары
үҙгәртергә- Ҡыҙыл Армия урамы (рус. Красноармейская (улица)
- Икмәк бешереүсе урамы (рус. Пекарская (улица)
- Совет урамы (рус. Советская (улица)
- Үҙәк урамы (рус. Центральная (улица)
- Болон урамы (рус. Луговая (улица)
- Беренсе Май урамы (рус. Первомайская (улица)
- Станция урамы (рус. Станционная (улица)
- Мәктәп урамы (рус. Школьная (улица)
- Таулы урамы (рус. Нагорная (улица)
- Йылға урамы (рус. Речная (улица)
- Тракт урамы (рус. Трактовая (улица)[17]
Тирә-яҡ мөхит
үҙгәртергә- Ер-һыу атамалары
Тауҙар: Күкшик. Түбәләҫтәр ҡасандыр Алтай яғынан күсеп килгән һәм халыҡ телендә хатта XIX быуатҡа тиклем унда ерҙәре булған, тип бәйән иткән риүәйәттәр йәшәгән. Ҡыуаҡандарҙың этник сығанаҡтарын өйрәнгәндә, күп кенә тикшеренеүселәр «аҡҡош» мәғәнәһендәге төрөк һүҙе «ку»ға айырым иғтибар биргән[18]. Ку (ҡыу) — Төньяҡ Алтайҙағы Аҡҡош йылғаһының боронғо төрки атамаһы; ку-кши, куу-кижи — «Аҡҡош йылғаһы кешеләре» — Төньяҡ Алтайҙағы «аҡҡошлолар» йәиһә шалғанлылар (челканцы) атамаһы. Куу һәм куулар ырыу төркөмдәре туваларҙа ла бар.
Йылғалар:
Шишмәләр:
Ялан-бесәнлектәр:
Таусыҡтар, түбәләр:
Башҡа урын-ер атамалары:
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 25 февраль 2021)
- Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 25 февраль 2021)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Первомайский (Салауат районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 532. — ISBN 978-5-295-04683-4. 532 с.
- Совет муниципальных образований Республики Башкортостан . www.asmo-rb.ru. Дата обращения: 6 май 2020. Архивировано 25 ноябрь 2020 года..
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года . Дата обращения: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Первомайский (Салауат районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Шамиль АХМЕТШИН. Легко ли жить на “краю неба”? газета "На земле салавата" (11 апрель 2012). Дата обращения: 14 ғинуар 2015. Архивировано из оригинала 13 май 2016 года. 2016 йыл 13 май архивланған.
- ↑ (Radloff, 1884, стр.211-212; Аристов, 1897, стр.5; Грумм-Гржимайло, 1926, стр. 209)
- ↑ РСФСР. Административно-территориальное деление на 1-е апреля 1941 г. с приложением изменений, происшедших за время с 1/IV 1941 г. по 1/XI 1942. — М: Информ.-стат. отд. Президиума Верховного Совета РСФСР, 1942.
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1959 года. Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу . Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1970 года Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1979 года Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1989 года. Численность городского населения . Архивировано 22 август 2011 года.
- ↑ Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более . Архивировано 3 февраль 2012 года.
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года . Дата обращения: 31 май 2014. Архивировано 31 май 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов) . Дата обращения: 16 ноябрь 2013. Архивировано 16 ноябрь 2013 года.
- ↑ Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года . Дата обращения: 2 август 2014. Архивировано 2 август 2014 года.
- ↑ Карта д. Первомайский. Улицы 2020 йыл 25 июнь архивланған.
- ↑ (Radloff, 1884, стр.211-212; Аристов, 1897, стр.5; Грумм-Гржимайло, 1926, стр. 209)