Яңы Куркин (Яңы Әбделмән)

Башҡортостандың Салауат районының бөткән ауылы

Яңы Куркин (Яңы Әбделмән) — ауыл. Башҡортостан Республикаһы Салауат районының хәҙерле Лағыр ауыл Советы биләмәһенә тура килгән, (нисәнсе йылда) бөткән ауыл.

Яңы Куркин
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы, Лағыр ауыл советы һәм Салауат районы
Халыҡ һаны 445 кеше (1920)
Йорттар һаны 40 торлаҡ һәм 40

Тарихы үҙгәртергә

Нигеҙләнгән ваҡыты аныҡ билдәле түгел, яҡынса XIX быуат уртаһы, әммә 1895 йылда ул ауыл булараҡ формалашҡан була. Иҫке Әбделмән Мөрсәлим станцияһынан 37 саҡырым алыҫлыҡта урынлашһа, Яңы Әбделмән — 34 саҡырымда тип теркәлә. Яңы Әбделмән ауылында, нигеҙҙә, рустар йәшәй. Иҫке ауыл Оло Ләҙе (Лазя) йылғаһы буйында ултырһа, яңыһы Кесе Ләҙе ярында урынлаша. Йылға буйында ике ауылдың да үҙ тирмәне була. 1859 йылда Яңы Әбделмән ауылында 40 йорт иҫәпләнә. 1920 йылғы иҫәп алыу мәғлүмәттәре буйынса Яңы Куркин ауылы ғына теркәлә. Унда 89 йортта 445 рус ғаиләһе йәшәй. Артабанғы йылдарҙа халҡының ҡатнаш булыуы күҙәтелә: рус, татар һәм башҡорттар йәшәй[1].

2002 йылда сыҡҡан «Башҡортостан Республикаһының топонимдар һүҙләгендә» Иҫке Куркин ауылы телгә алынһа ла, Яңы Куркин ауылы бөтөнләй индерелмәгән. Ә 1953 йылда нәшер ителгән «Башҡорт АССР-ы. 1952 йылдың 1 июненә ҡарата административ-территориаль бүленеш» белешмәһендә Яңы Куркин ауыл Советына Бунакова, Остроумовка, Иҫке Куркин ауылдары ҡарай[2].

Уҙған быуаттың 80-90-сы йылдарында ауылда бер нисә ғаилә йәшәй, унда клуб, магазин була. Әлеге ваҡытта ташландыҡ ауыл биләмәһендә Яҙғыйорт ауылынан шәхси эшҡыуар Владимир Лупеев Алтай маралдарын үрсетеү менән шөғөлләнә[3].

Этимологияһы үҙгәртергә

Ауылдың тәүге исеменең — Әбделмән — килеп сығышы билдәле булһа ла, ҡасан һәм нисек итеп уның Куркинға әйләнеүе — билдәһеҙ. «Башҡортостан Республикаһының топонимдар һүҙләгендә» Иҫке Куркин Иҫке Куркино[4] тип яҙылһа ла, атаманың Куркин фамилияһынан килеп сығыуы мөмкин, сөнки Рәсәйҙә был фамилия киң таралған. Иҫке һәм Яңы Куркин ауылдарында ла ошо фамилиялы ғаиләләр йәшәй. Мәҫәлән, Иҫке Куркин ауылынан Бөйөк Ватан һуғышында Куркин Никандр Матвеевичтың[5] ҡатнашып вафат булыуы тураһында мәғлүмәт бар. Һуңынан да, ауыл бөткәнгә тиклем дә, унда Куркин фамилиялы кешеләр йәшәй.

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. А. З. Асфандияров
  2. Башкирская АССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1952 года
  3. В район завезли маралов(недоступная ссылка)
  4. [file:///C:/Users/lenovo/Downloads/%D0%91%D0%90%D0%A8%D2%A0%D0%9E%D0%A0%D0%A2%D0%9E%D0%A1%D0%A2%D0%90%D0%9D%20%20%D0%A0%D0%95%D0%A1%D0%9F%D0%A3%D0%91%D0%9B%D0%98%D0%9A%D0%90%D2%BA%D0%AB%D0%9D%D0%AB%D2%A2%20%20%D0%A2%D0%9E%D0%9F%D0%9E%D0%9D%D0%98%D0%9C%D0%94%D0%90%D0%A0%20%20%D2%BA%D2%AE%D2%98%D0%9B%D0%95%D0%93%D0%95%20(2).pdf Старокуркино]
  5. ОБД Мемориал

Һылтанмалар үҙгәртергә