Миәшәгәр
Миәшәгәр (рус. Мещегарово) — Башҡортостан Республикаһының Салауат районындағы ауыл. Миәшәгәр ауыл советының административ үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 534 кеше булған[2]. Почта индексы — 452495, ОКАТО коды — 80247845001.
Ауыл | |
Мещегарово башҡ. Миәшәгәр | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Милли состав |
татарҙар |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
452495 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Географик урыны
үҙгәртергәМиәшәгәр ауылы Әй йылғаһы һәм уның ҡушылдығы Миәшәгәр йылғаһы буйында, район үҙәге Малаяҙ ауылынан төньяҡҡа табан 39 километрҙа һәм Мөрсәлим тимер юл станцияһынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 62 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].
Тарихы
үҙгәртергәМиәшәгәр ауылына Себер даруғаһы Тырнаҡлы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәшлек килешеүе буйынса мишәрҙәр һәм тәүге төпләнеүсе типтәрҙәр нигеҙ һалған[4].
Был датаны 1817 йылда мишәрҙәр үҙҙәре раҫлай: «Ата-бабаларыбыҙ беҙҙең хәҙерге йәшәгән урында Тырнаҡлы улусы башҡорттары менән 1750 йылда партикуляр (йәғни шәхси) килешеү буйынса килеп урынлаша». Башҡорттар керҙәшлек өсөн һәр мишәр ихатаһынан йылына 25 тин аҡса йыйырға тейеш булған. Уларға "Интуҡлы күле буйында йәки Миәшәгәр йылғаһында Ҡәфәлғә Метушев, Юлай Алмаҡаев, Әсән Ханнаншин, Әбдрәшит Аҙналин, Тимербай Абдуллин, Юлай Йосоповтарҙы үҙ иптәштәре менән мәңгегә һәм тоҡомдарына нәҫелдән-нәҫелгә тапшырыу хоҡуғы менән Йылҡы йырынынан, Ҡайын күленән һ. б. ерҙәргә эйә булыу рөхсәтен биргән.
Ауылдың исеме буйынса фекер: «Типтәрҙәр ауылдың бер өсөн Миәшәгәр тип йөрөтә, ә үҙҙәре төпләнгән осто — Гришкин ауылы тиҙәр». Йәки: «Мишәрҙәр рәүиз мәғлүмәтендә үҙ ауылдарын Миәшәгәр тип күрһәтә, а типтәрҙәр — Гришкин тип атай». 1811 йылда Гришкин ауылында тәүге төпләнеүсенең улы Әҙиғәр Гришкин теркәлгән. Бында шулай уҡ ышаныслы кеше итеп һайланған ғәрәп Исмаил Саланов тигән кеше лә йәшәгән[5].
XIX быуат уртаһынан ике ауыл бер атама — Миәшәгәр тип иҫәпкә алына башлай.
1795 йылда Миәшәгәрҙә 4 йортта 36 мишәр, 10 йортта 43 татар йәшәгән. 1816 йылда — 23 кеше, 1834 йылда — 55 ир-ат йәне мишәр йәшәгән. Шул уҡ йылдарҙа типтәрҙәр — 24 ҡатын-ҡыҙ һәм 39 ир-ат булған.
XVIII быуатта татарҙар ҙа типтәр ҡатламына кергән.
1842 йылда 87 мишәргә 10 сирек ужым һәм 50 сирек яҙғы ашлыҡ сәселгән. 12 типтәр ихатаһында 125 ат, 170 һыйыр, 50 һарыҡ, 25 кәзә аҫыралған. Мәсет булған[6].
Биләмә берәмектәренә инеүе
үҙгәртергәТеркәү йылы | Улус, ауыл советы | Өйәҙ, кантон, район | Губерна, Республика | Дәүләт |
---|---|---|---|---|
1757 | улусы | Троицк өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй Империяһы |
1816 | -се йорт | -се Башҡорт кантоны | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1834 | -се йорт | -се Башҡорт кантоны | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1847 | -се йорт | -се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1859 | -се йорт | -се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1895 | улусы | Златоуст өйәҙе | Өфө губернаһы | Рәсәй империяһы |
1920 | улусы | Мәсәғүт кантоны | Автономлы Башҡорт ССР-ы | РСФСР |
1926 | улусы | Мәсәғүт кантоны | Автономлы Башҡорт ССР-ы | СССР |
1935 | Миәшәгәр ауыл Советы | Малаяҙ районы | Башҡорт АССР-ы | СССР |
1941 | Миәшәгәр ауыл Советы | Салауат районы | Башҡорт АССР-ы | СССР |
1990 | Миәшәгәр ауыл Советы | Салауат районы | Башҡортостан Республикаһы | Рәсәй Федерацияһы |
Ауылдың XIX быуаттың икенсе яртыһындағы үҫеше
үҙгәртергә1859 йылда Миәшәгәр ауылындағы 52 йортта 316 мишәр һәм типтәр иҫәпкә алынған.
1865 йылда 55 йортта — 312 кеше. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған[7].
1895 йылда земство чиновнигы Миәшәгәр тураһында яҙған: «Ауыл хужалығы продукцияһын һатыу өсөн ике төп урындан — Мәсәғүт ауылынан 12 саҡрым һәм Арҡауыл ауылынан 1 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Тигеҙлек һөрөнтө ерҙәре 150 йыл элек ныҡ һөрөлгән. Сәсеү әйләнеше өс баҫыулы. Ашламаны барлыҡ йорт хужалары ла тиерлек ҡуллана. Һабан менән һөрәләр. Ауылда 5 һуҡҡыс һәм 13 елгәргес бар. Баҡсалар үҫтерелә. Хужалыҡ ихтыяжы өсөн (йәғни сауҙа өсөн түгел) мал аҫырайҙар. Мал 4 өйөрҙә, ашлыҡ йыйып алғандан һуң, ҡамылда көтөлә. Малдар Әй йылғаһы ярындағы тигеҙлектә утлай. Бесәнлектәр сағылда урынлашҡан. Үҙҙәренең бесәне генә етмәй. Йорттарҙы йылытырға утынды һатып алалар, ярлылар — һалам яға. Бер йәмәғәт тирмәне һәм шәхси ваҡ-төйәк туар кибете бар. 15 кеше аҡса эшләргә урындағы заводтарға китеп кәсеп итә: утын һәм мәғдән ташыйҙар, руда ташыйҙар. Ауыл халҡының яртыһына тиклеме Һикәяҙ улусында ашлыҡ урырға яллана»[8].
Ауылдың XX быуаттағы һәм бөгөнгө үҫеше
үҙгәртергә1906 йылда Миәшәгәр ауылында мәсет, бакалея һәм мануфактура кибеттәре теркәлгән.
1908—1909 уҡыу йылында Миәшәгәр Башҡа милләттәр өсөн (инородческий) училищеһында 30 малай уҡыған.
1920 йылда 166 йортта 841 типтәр йәшәгән[9].
Әлеге ваҡытта Миәшәгәр ауылында төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, Мәҙәниәт йорто, китапхана бар[10].
Халыҡ һаны
үҙгәртергәМиәшәгәр ауылында татарҙар йәшәй (2002).
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 841 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 879 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 780 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 585 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 605 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 534 | 248 | 286 | 46,4 | 53,6 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Билдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Ямалетдинов Нәүфәт Нәбиулла улы (1901—1940) — йәмәғәт эшмәкәре.
- Һаҙыева Зәйнәб Сәләх ҡыҙы (1919—23.01.2023), уҡытыусы, йөҙйәшәр.[11].
Урамдары
үҙгәртергәТирә-яҡ мөхит
үҙгәртергәЕр-һыу атамалары Тауҙар:
Урмандар:
Йылғалар, күлдәр:
- Әй, * Миәшәгәр йылғаһы
- Ҡайын күле
- Интуҡлы күле
Шишмәләр:
Таусыҡтар, түбәләр:
Ялан-бесәнлектәр, башҡа атамалар:
- Йылҡы йырыны
Тәбиғәт һәйкәлдәре:
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001, с.
- Хисамитдинова Ф. Г. Башкирская ойконимия XVI—XIX вв. Уфа, Башкирское книжное издательство, 1991
Һылтанмалар
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Миәшәгәр // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Миәшәгәр // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ РГАДА. Ф. 350. Оп. 2. Д. 3792. ЦГИА РБ. Ф. 138. Оп. 2. Д. 374. Ф. 172. Оп. 1. Д. 34, 622. Паллас П. С. Указ. соч. С. 245. ЮАС. Вып. 2. С. 325—326 (д. Мещегарово); Малоизучен ные источники по истории Башкирии. С. 106 (д. Гришкино). ЦГИА РБ. Ф. 172. Оп. 1. Д. 34. Л. 36. Л. 37; Ф. 2. Оп. 1. Д. 1755
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Миәшәгәр // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Миәшәгәр // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ В Башкирии ушла из жизни долгожительница Зайнаб Хадыева. ИА Башинформ, 24 января 2023 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 ғинуар 2023)
- ↑ Карта д. Мещегарово. Улицы
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |