Миндеш
Миндеш (рус. Миндишево) — Башҡортостандың Салауат районындағы ауыл, Ишембай ауыл Советы (Салауат районы) на ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 304 кеше[2]. Почта индексы — 452499, ОКАТО коды — 80247815002.
Ауыл | |
Миндишево башҡ. Миндеш | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
452499 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Географик урыны
үҙгәртергә- Район үҙәгенә тиклем (Малаяҙ): 37 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Ишембай): 1 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Кропачево): 8 км
Миндеш ауылы Йүрүҙән йылғаһы ҡушылдығы Оло Берҙәш йылғаһы буйында, район үҙәгенән көньяҡ‑көнбайышҡа 37 км һәм Кропачёво тимер юл станцияһынан көньяҡҡа табан 8 км алыҫлыҡта урынлашҡан[3].
Тарихы
үҙгәртергәМиндеш ауылында Ҡыр-Көҙәй башҡорттары йәшәй һәм улар Ҡыр-Көҙәй улусына ҡарай.
Ауылға XVIII быуаттың 1-се яртыһында Себер даруғаһы Ҡыр-Көҙәй улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе Миндеш Миңлебаев исеме менән аталған[4].
Миндеш ауылына 1770 йылдың 25 майында Петербург Фәндәр Академияһы академигы П. С. Паллас килгән һәм былай тип яҙған: «…уже в сумерки приехал в башкирскую деревню Миндиш, лежащую над ручьем Бирдеш, текущем в Юрюзань»[5].
1772 йылда миндештәр Польша Барҙар конфедерацияһы күтәрелешен баҫтырыуҙа ҡатнашҡан.
Миндеш ауылы 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиән һуғышы буйынса билдәле. 1774 йылда Салауат Юлаев Миндеш ауылы эргәһендә ҡулға алынған.
1795 йылда Миндеш ауылындағы 30 йортта 198 кеше йәшәгән[6].
Биләмә берәмектәренә инеүе
үҙгәртергәТеркәү йылы | Улус, ауыл советы | Өйәҙ, кантон, район | Губерна, Республика | Дәүләт |
---|---|---|---|---|
1757 | улусы | Троицк өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй Империяһы |
1816 | -се йорт | 8-се Башҡорт кантоны | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1834 | -се йорт | 8-се Башҡорт кантоны | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1847 | -се йорт | 8-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1859 | -се йорт | 8-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1895 | улусы | Өфө өйәҙе | Өфө губернаһы | Рәсәй империяһы |
1920 | Нәсибаш улусы | Мәсәғүт кантоны | Автономлы Башҡорт ССР-ы | РСФСР |
1926 | Нәсибаш улусы | Мәсәғүт кантоны | Автономлы Башҡорт ССР-ы | СССР |
1935 | Ишембай ауыл советы | Малаяҙ районы | Башҡорт АССР-ы | СССР |
1941 | Ишембай ауыл советы | Салауат районы | Башҡорт АССР-ы | СССР |
1990 | Ишембай ауыл советы | Салауат районы | Башҡортостан Республикаһы | Рәсәй Федерацияһы |
Ауылдың XIX быуаттың икенсе яртыһындағы үҫеше
үҙгәртергә1865 йылда Миндеш исеме менән иҫәпкә алынған ауылдың 45 йортонда — 250 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. Мәсете булған[7].
Ауылдың XX быуаттағы үҫеше
үҙгәртергәМиндеш ауылында башланғыс мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар[8].
Халыҡ һаны
үҙгәртергәМиндеш ауылында башҡорттар йәшәй (2002).
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 340 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 374 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 355 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 284 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 304 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 304 | 153 | 151 | 50,3 | 49,7 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Билдәле кешеләре
үҙгәртергә- Рәхмәтуллин Рим Хөрмәт улы (4 июль 1940 йыл) — ғалим-нефтсе, хужалыҡ, дәүләт, партия һәм комсомол органдары эшмәкәре. 1983—1987 йылдарҙа КПСС-тың Өфө ҡала комитетының беренсе секретары. Техник фәндәр кандидаты (1980). Ике «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры, Өфө ҡалаһы Октябрь районының почётлы гражданы. Мәскәүҙә йәшәй.
- Зарипов Илнар Булат улы — Миндеш ауылы егете Салауат районы данын яҡланы. 2020 йылдың йәйендә Ҡыйғы районының Йыланлы ауылы эргәһендә, Лаҡлы ауылының Ыласынташ ҡаяһы ҡаршыһында, Әй йылғаһы буйындағы яланда үткән «Ҡош юлы» башҡорт бард фестивалендә 2-се урын яуланы. Башҡорт дәүләт университетының Физика һәм математика институтында ситтән тороп уҡый. Өфөлә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында тауыш операторы булып эшләй[9].
- Ризим Самих улы Хажиев - Рәссам, скульптор, 200-ләп картина, 20-нән артыҡ графика әҫәре авторы </ref>
Тарихи фотодокументтар
үҙгәртергә1908 йылда Миндештә урыҫ яҙыусыһы, тәржемәсе, фотограф, географ һәм этнограф М. А. Круковский булып, ауыл кешеләрен фотоға төшөргән[10]. 1911 йылда Круковскийҙан Музейға Көньяҡ Урал буйлап ҙур фотоһүрәттәр йыйынтығы (382 фото) килә, унда ошо төбәктең бөтә этник төрлөлөгө күрһәтелә.(колл. № 1919)[11]. Круковский башҡорттарҙы фотоға төшөрөүҙә ауырлыҡтарға осрай, башҡорттар йыш ҡына фотоға төшөүҙән баш тарта, быны исламда кешеләрҙең һүрәттәрен төшөрөүҙе тыйыу менән аңлата. Шуға күрә Круковский Өфө мөфтөйөнән «фәнни маҡсатта» фотоға төшөрөргә рөхсәт ала[12].[12]:
Башкиры не хотели сниматься и относились к моим попыткам недоверчиво. Даже враждебно. Когда я выходил на улицу, вся деревня пряталась в избах, из боязни попасть в аппарат. Только в щели дверей и в окнах видны были крайне любопытные, жадные взгляды. |
Миндештә тыуып-үҫкәндәр
үҙгәртергәУрамдары
үҙгәртергәТирә-яҡ мөхит
үҙгәртергә- Ер-һыу атамалары
Тауҙар:
Йылғалар:
Шишмәләр:
Ялан-бесәнлектәр:
Таусыҡтар, түбәләр:
Башҡа урын-ер атамалары:
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәҠушаматтар
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001, 153—154 с. — 304 с. — ISBN 5—295—02843—7 (рус.)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Миндеш // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- Илнар Зарипов. «Ҡош юлы» башҡорт бард фестивалендә 2-се урын
- Рим Рахматуллин: «В Уфе мне нравится всё…»
- Генеалогия и архивы. История д. Миндишево 2019 йыл 17 июль архивланған.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Миндеш // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Миндеш // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Полный список населенных мест Уфимской губернии. Уфа, 1896.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Миндеш // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Миндеш // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Илнар Зарипов. «Ҡош юлы» башҡорт бард фестивалендә 2-се урын
- ↑ Снимки, которым... 111 лет! (11 февраль 2019).
- ↑ Лаврентьева, 2008, с. 273—274
- ↑ 12,0 12,1 Белоруссова, 2016
- ↑ Карта д. Миндишево. Улицы
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |