Иҡсан (Салауат районы)

Салауат районының бөткән ауылы

Иҡсан — Башҡортостан Республикаһы Салауат районы биләмәһе составына кергән, хәҙер бөткән ауыл.

Иҡсан
Дәүләт  Рәсәй империяһы
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы һәм Салауат районы
Халыҡ һаны 11 кеше[1]

Иҡсан — Ҡыр-Көҙәй улусы башҡорттары ауылы була, унда керҙәштәр бөтөнләй керетелмәй. Әнүәр Әсфәндийәровтың «Башҡортостан һәм уның сиктәш биләмәләре ауылдары» китабында яҙылыуынса, Ҡыр-Көҙәй улусы ауылдары XVIII быуаттың 50-60-сы йылдарында барлыҡҡа килә[2]. Улар 1735—1740, 1755—1756 йылдарҙа көлгә ҡалдырылып яндырылған ауылдар эргәһендә нигеҙләнә. Иҡсан ауылының атамаһы Эҫем йылғаһы үҙәненән күсеп килеп нигеҙ һалған Ихсан Йәнекәйев исеменән алып ҡушылған. 1896 йылда баҫылып сыҡҡан «Өфө губернаһы биләмәләренең тулы исемлегендә» 86-сы биттә бирелгән мәғлүмәттәргә ярашлы, ауыл Өфө өйәҙенең 5-се станына ҡараған. Ауыл эргәһенән аҡҡан йылға ла Иҡсан исемен йөрөткән[3]. 1795 йылда уҙғарылған V ревизия мәғлүмәттәре буйынса, ауылда 15 йорт иҫәпләнеп, уларҙа 105 кеше йәшәүе теркәлә.

Тарихи мәғлүмәттәргә ҡарағанда, 1775 йылда Иҡсан (Ихсан) Йәнекәйев Салауат Юлаев һәм уның атаһы, старшина Юлай Аҙналинға ҡаршы шаһитлыҡ итә[2].

Ул ваҡытта волосҡа Яхъя, Миндеш, Ишембай (Мусабай), Иҡсан ауылдары ҡараһа ла, Рычков менән Красильников 1755 йылда төҙөгән картала Миндештән башҡа был ауылдарҙың береһе лә күрһәтелмәгән[2].

1896 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса ауылда ике йортта 11 кеше: дүрт ир-ат, ете ҡатын-ҡыҙ йәшәгән[3]. Артабанғы мәғлүмәттәр юҡ.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә