Яңы Сүрәкәй

Рәсәйҙең Башҡортостан Республикаһындағы Салауат районы ауылы

Яңы Сүрәкәй (рус. Новосюрюкаево), боронғо исеме Нуғай — Башҡортостандың Салауат районындағы ауыл. Мөрсәлим ауыл Советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 145 кеше[2]. Почта индексы — 452485, ОКАТО коды — 80247847002[3].

Ауыл
Новосюрюкаево
башҡ. Яңы Сүрәкәй
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Салауат районы

Ауыл биләмәһе

Мөрсәлим ауыл Советы

Координаталар

55°02′04″ с. ш. 58°36′33″ в. д.HGЯO

Халҡы

145[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

452485

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 247 847 002

ОКТМО коды

80 647 447 106

Новосюрюкаево (Рәсәй)
Новосюрюкаево
Новосюрюкаево
Яңы Сүрәкәй (Башҡортостан Республикаһы)
Новосюрюкаево

Ауылдың ырыу аралары: • Аҡтамаҡ • Ҡыуаҡан • Өрөстән • Ҡаһаш • Мөһәш • Сөмәй • Һун-Сөмәй • Ҡырғыҙ • Шайтан[4].

Географик урыны

үҙгәртергә

Яңы Сүрәкәй (Нуғай) ауылы Олөйөр һәм Әй ҡушылдығы Һилаяҙ йылғаһы буйында, район үҙге Малаяҙ ауылынан көньяҡ-көнсығышҡа табан 54 километрҙа һәм Мөрсәлим тимер юл станцияһынан көнсығышҡа табан 3 километрҙа урынлашҡан[5].

 
Яңы Сүрәкәй ауылы

Сүрәкәй ауылына XVIII быуат уртаһында Себер даруғаһы Түбәләҫ улусына ҡараған Түбәләҫ—Ҡыуаҡан ырыуы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған.

Сүрәкәй ауылына XVIII быуат уртаһында Мәжит Сүрәкәевтең атаһы (1760—1823) тарафынан нигеҙ һалынған. Мәжиттең улдары: Ғабит һәм Әбделатиф (уның улдары — Мөхәмәтшәриф, Ишбулды, Ишмырҙа). Мәжиттең ағаһы — указлы аҙансы Иркәбай, уның улы — Ишбирҙе булған[6].

Икенсе атамаһы бында йәшәгән Нуғай исемле кеше исеменән. Ауылда уның улдары — Ниғмәтулла һәм Шәмсетдин Нуғаевтар йәшәгән.

1795 йылда 21 йортта 99 кеше, 1816 йылда — 21 йортта 118 башҡорт йәшәгән.

17281847 йылдарҙа, Сүрәкәй, башҡа Түбәләҫ ауылдары һымаҡ, 4-се Көнбайыш кантонының 2-се йорто составына ингән, һәм һуңғараҡ 5-се кантонға ла ҡараған.

1842 йылда 158 кешегә ҡарата 16 сирек ужым һәм 144 сирек яҙғы ашлыҡ сәселгән. 158 кеше йәшәгән 29 йортта 229 йылҡы, 120 һыйыр, 152 һарыҡ малы, шулай уҡ 29 солоҡтары булған.

1773 йылда 1765 йылдан бирле Түбәләҫ ырыуы старшинаһы булған Собханғол Килтәков, батыр йөрәкле ирҙәрҙе йыйып, Һатҡы заводына һөжүм иткән һәм баш күтәреүселәргә ҡорал менән ярҙам иткән[7].

1773 йылда Салауат Юлаев етәкселегендәге көрәшкә Сүрәкәй ауылынан Собханғол Килтәков, Ҡалмаҡҡол Килтәков, Арыҫланғол Собханғолов, Ҡарағол ауылынан Ишембәт Иҫәк(н)әев ҡушыла. Улар бөтәһе лә С. Юлаев һәм уның атаһы Ю.Аҙналиндан һорау алғанда шаһит булараҡ тарихҡа инеп ҡалған. Ошо шаһиттар Эҫем заводын яндырыу, Йүрүҙән, Ҡатау-Иван заводтарын ҡамауҙа тотоу тураһында мәғлүмәт бирәләр. Әммә С. Юлаевтың һәм Ю. Аҙналиндың кеше үлтереүе тураһындағы һорауға: «Беҙ уларҙың кеше үлтергәнен күрмәнек»,- тип яуап бирәләр. Был мөмкин тиклем ихтилал етәкселәрен яҡларға тырышыу тураһында һөйләй[8].

Әммә, үлем язаһынан ҡурҡҡанлыҡтан, һирәк булһа ла үҙҙәрен аҡларға тырышыусылар, хаталы юлға баҫыусылар ҙа булған. Салауат Юлаев тураһында эҙләнеү хеҙмәте авторы И. М. Гвоздикова, документтарға таянып, түбәндәге үкенесле мәғлүмәт бирә: «Сүрәкәй ауылынан Арыҫлан Собханғолов, һорау алғанда, башҡорттар, Юлай бойороғо буйынса, йәнәһе, Йүрүҙән заводы эшселәрен үлтерҙе, тигән һүҙҙәре менән милли-азатлыҡ көрәшселәренең хәлен күпкә ҡыйынлаштырған»-, ти. Һәм ғалимә, «нимә этәрҙе икән уны милләттәштәрен һәм диндәштәрен һатырға», тип яҙып ҡуйған[9].

1795 йылда Сүрәкәйҙә 21 йортта 99 кеше, Түбәләҫ ауылдары араһында, дәүмәле буйынса Тирмәндән ҡала, икенсе ауыл булған, тимәк. 1816 йылда шул тиклем үк йортта 118 башҡорт йәшәгән.

Биләмә берәмектәренә инеүе

үҙгәртергә
Теркәү йылы Улус, ауыл советы Өйәҙ, кантон, район Губерна, Республика Дәүләт
1795 Түбәләҫ улусы Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй Империяһы
1816 18-се йорт 4-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1834 7-се йорт 8-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1847 7-се йорт 8-се Башҡорт кантоны, Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1859 7-се йорт 8-се Башҡорт кантоны, Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1895 Нәсибаш улусы Златоуст өйәҙе Өфө губернаһы Рәсәй империяһы
1920 Ҡалмаҡҡол улусы Мәсәғүт кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы   РСФСР
1926 Ҡалмаҡҡол улусы Мәсәғүт кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы   СССР
1935 Ҡалмаҡҡол ауыл советы Малаяҙ районы Башҡорт АССР-ы   СССР
1941 Ҡалмаҡҡол ауыл советы Салауат районы Башҡорт АССР-ы   СССР
1989 Мөрсәлим ауыл советы Салауат районы Башҡорт АССР-ы   СССР
1990 Мөрсәлим ауыл советы Салауат районы Башҡортостан Республикаһы   Рәсәй Федерацияһы

Сүрәкәйҙәрҙең 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыуын фаразлау

үҙгәртергә

Сүрәкәй ауылының XIX быуат уртаһынан артабанғы үҫеше

үҙгәртергә

1859 йылда Яңы Сүрәкәйҙәге 44 йортта 200 кеше, 1865 йылда 45 йортта 227 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек, солоҡсолоҡ менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған.

Ауылдың XX быуаттағы үҫеше

үҙгәртергә

1906 йылда бакалея кибете теркәлгән.

1920 йылда фәҡәт бер Сүрәкәй генә булған. Бүлендек ауыл аҙағыраҡ барлыҡҡа килгән, тимәк. Әнүәр Әсфәндиәров та: «Яңы Сүрәкәй тураһында мәғлүмәт юҡ. 1920 йылға тиклем тик бер ауыл — Сүрәкәй генә булған. Тимәк, Яңы Сүрәкәй һуңыраҡ барлыҡҡа килгән»,- тип яҙған[6]. XX быуаттың 30‑сы йылдарынан, Яңы Сүрәкәй бүлендек ауылы барлыҡҡа килеү сәбәпле, Иҫке Сүрәкәй тип теркәлә. 1940‑сы йылдарҙа Иҫке Сүрәкәй яңы ауылға ҡушыла һәм хәҙерге атама менән — менән Яңы Сүрәкәй тип йөрөтөлә башлай.

1920 йылда Яңы Сүрәкәйҙәге 65 йортта 350 башҡорт донъя көткән.

Большевиктар партияһы 1925 йылдан башлап наҙанлыҡты бөтөрөүгә йүнәлтелгән саралар күрә башлай. Сүрәкәйҙә өс йыллыҡ башланғыс мәктәп асыла, 4 синыфты уҡыусылар Ҡалмаҡҡолда уҡырға тейеш ине. 20-25 саҡрымда ятҡан Лағыр ШКМ (крәҫтиән йәштәре мәктәбе)н бик һирәк кеше тамамлаған. Һуңғараҡ Алты ауыл Түбәләҫ балалары 1935 йылда асылған Тирмән 7-йыллыҡ мәктәбенә йөрөп уҡыған. Һуғыштан һуң Ҡалмаҡҡолда 7-йыллыҡ тулы булмаған урта мәктәп, 60-сы йылдарҙан башлап урта мәктәп эшләне. Ҡарағол, Илсекәй, Сүрәкәй ауылы балалары ошо мәктәпкә йөрөп уҡыны. Хәҙер ул Мөрсәлим урта мәктәбе тип атала.

Совет осоронда Сүрәкәй ауылы XXI партсъезд исемендәге колхоздың бригадаһы ине. Эре мөгөҙлө малсылыҡ, ҡуйсылыҡ үҫешкәйне. Данлыҡлы колхозсылары, хеҙмәт алдынғылары менән ғорурланып йәшәне.

Хәҙерге көндә Сүрәкәй ауылы янында «Башкиравтодор» предприятиеһы ер байлығы, таш, ҡаҙа. Сүрәкәй башланғыс мәктәбе ун йыл элек ябылды. Уҡыусылар Мөрсәлим урта мәктәбенә автобус менән йөрөп уҡый. Йәштәр, эш эҙләп, ситкә сығып китә.

Үҙгәртеп ҡороу йылдарының ҡыйынлыҡтары һәм ҡыҫҡартыу сәйәсәте 2000-се йыдарҙың тәүге тиҫтә йылдарында Сүрәкәйҙә мәктәп ябылыуына килтерҙе.

30-сы йылдарҙа Ҡалмаҡҡол, Сүрәкәй, Ҡарағол һәм Илсекәй ауылдары «Путь социализма» тигән колхозға ойошҡан. Уның беренсе рәйесе Әғзәм Хажиморатов, икенсеһе — Ғәлимйән Ишбирҙин булған.

1958 йылдан Ҡалмаҡҡол ауылы XXI партсъезд исемендәге колхоздың үҙәгенә әйләнде. Был колхозға шулай уҡ Илсекәй, Ҡарағол, Сүрәкәй ауылдары, Урыҫ Илсекәйе утары ҡараны.

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Яңы Сүрәкәйҙә башҡорттар йәшәй (2002).

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 350
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 451
1959 йыл 15 ғинуар 364
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 226
2002 йыл 9 октябрь 212
2010 йыл 14 октябрь 145 72 73 49,7 50,3

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Билдәле кешеләре

үҙгәртергә

Сүрәкәйҙә тыуып-үҫкәндәр

үҙгәртергә

Урамдары

үҙгәртергә
  • Таулы урамы (рус.  Нагорная (улица)
  • Яңы урам (рус.  Новая (улица)
  • Үҙәк урам (рус.  Центральная (улица)
[13]

Элек, рәсми исемдәр юҡ саҡта, халыҡ урамдарҙы түбәндәгесә атап йөрөткән: Тау башы, Тау аҫты[11]

Тирә-яҡ мөхит

үҙгәртергә
Ер-һыу атамалары

Тауҙар:

  • Мәсет тауы, Сейә тауы, Уғармағас, Мөгәзәй, Әҙгилде, Бөркөтоя, Айырыбаш, Арҡа башы

Йылға, шишмәләр:

  • Һилаяҙ йылғаһының исеме Һилейә тау һырттары атамаһы мәғәнәһенә тап килә: «hилейә», «hил» — тын, «аяҙ, яҙ, уяҙ» — үҙән. Тын үҙән. Матур һөҙәк тауҙар араһынан һил уйһыуға аға.
  • Биремьяҙ, Урта йылға, Таш аҫты шишмәһе

Ялан, бесәнлектәр:

  • Низам яланы, Шәмәк, Олоҡул, Сысҡанлыҡул

Ер-урын атамалары:

  • Ҡыҙылъяр, Суҡраҡ, Суҡмуйыл, Һыусумған, Урта юл, Баҡал юлы

Бөйөк Ватан һуғышынан әйләнеп ҡайтмаған яугирҙәр

үҙгәртергә

Мәғлүмәт сығанаҡтары.

  1. Хәтер китабында Салауат районы яугирҙәре, Память Башкортостан. Книга 17. Салаватский район, 1-102 с..

Яу яланынанда йәки госпиталдә үлеп ҡалғандар.

Шәрифе, исеме, атаһы исеме Тыуған йылы Үлгән йылы Ҡыҫҡаса мәғлүмәт
Аҙналин Сәйетгәрәй Аҙналы улы __.__.1912 21.05.1942 яу яланында үлгән, Салауат РВК-нан һуғышҡа алынған. Харьков өлкәһе, Волчанский райоы, Терново ауылында ерләнгән.
Бәҙретдинов Ислам Бәҙретдин улы __.__.1916 29.01.1944 яу яланында үлгән, Салауат РВК-нан һуғышҡа алынған. 2-се уҡсы дивизияһы, 13-сө уҡсы полкы. Ленинград өлкәһе, Глухая Кересть ауылында ерләнгән.
улы хххх йыл хххх йыл Хәтер китабында

-->

улы хххх йыл хххх йыл Хәтер китабында

-->

улы хххх йыл хххх йыл Хәтер китабында

-->

улы хххх йыл хххх йыл Хәтер китабында

-->

улы хххх йыл хххх йыл Хәтер китабында

-->

улы хххх йыл хххх йыл Хәтер китабында

-->

Хәбәрһеҙ юғалғандар

Шәрифе, исеме, атаһы исеме Тыуған йылы Юғалған йылы Ҡыҫҡаса мәғлүмәт
Ғәниев Ғафар Ғәни улы __.__.1911 __.__.1941 гвардия рядовойы, кавалерист, хәбәрһеҙ юғалған, Салауат РВК-нан һуғышҡа алынған. 24-се гвардия атлы полкы.
Ғарипов Мөсәлих Ғариф улы __.__.1908 __.__.1941 рядовой, хәбәрһеҙ юғалған, Салауат РВК-нан һуғышҡа алынған.
Исмәғилов Мәүлит Исмәғил улы __.__.1914 __.12.1943 хәбәрһеҙ юғалған, Салауат РВК-нан һуғышҡа алынған.
улы хххх йыл хххх йыл Хәтер китабында

-->

улы хххх йыл хххх йыл Хәтер китабында

-->

улы хххх йыл хххх йыл Хәтер китабында

-->

улы хххх йыл хххх йыл Хәтер китабында

-->

улы хххх йыл хххх йыл Хәтер китабында

-->

улы хххх йыл хххх йыл Хәтер китабында

-->

улы хххх йыл хххх йыл Хәтер китабында

-->

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Ҡушаматтар

үҙгәртергә

Сүрәкәй тураһында ваҡытлы матбуғат

үҙгәртергә
  • Хисамитдинова Ф. Г. Башкирская ойконимия XVI—XIX вв. Уфа, Башкирское книжное издательство, 1991.
  • Гвоздикова И. М. Салават Юлаев. Следственные материалы. Уфа, 1992.
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001, 141 с. (История деревни Сюрюкаево).
  • Ахмадиев Б. Х., Гафаров Х. А., Гибадуллин В. Г. На земле легендарного Салавата. Уфа, 1988.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Яңы Сүрәкәй ауылы «Госсправка» сайтында
  4. А. А. Камалов, Ф. У. Камалова «Атайсал», Өфө, Китап, 2001, 285-се б.,полевые записи Абдуллиной М. Ф.
  5. Яңы Сүрәкәй // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  6. 6,0 6,1 Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001. — 141 с.
  7. И. М. Гвоздикова. Салават Юлаев. Исследование документальных источников, 2-е издание. Уфа: Китап 1992. (Собханғол Килтәковтың батырлығы тураһында «Мөрсәлим» битендә уҡығыҙ)
  8. Шәмсетдинов Я. М. Ырыуым -Түбәләҫ — Ағиҙел, 2002, 2-се һаны, 172—178 бб.
  9. И. М. Гвоздикова. Салават Юлаев. Исследование документальных источников, 2-е издание. Уфа: Китап 1992
  10. Башҡортостан — әүлиәләр иле/ III бүлек. Әүлиәләр-халыҡ хәтерендә, 230—231 бб.
  11. 11,0 11,1 Информатор Ниғмәтова (Хисамова) Фәриә Шәрифулла ҡыҙы (1950), уҡытыусы
  12. https://ba.wikipedia.org/wiki/Йомағужина_Сәхиә_Хәйбулла_ҡыҙы
  13. Карта д. Новосюрюкаево. Улицы