Ибраһимов Баязит Ғәбиҙулла улы

2000-2001 йылдарҙа Салауат районы хакимиәте башлығы

Ибраһимов Баязит Ғәбиҙулла улы (2 февраль 1949 йыл) — ауыл хужалығы һәм муниципаль органдар хеҙмәткәре. 2000—2001 йылдарҙа Салауат районы хакимиәте башлығы.

Ибраһимов Баязит Ғәбиҙулла улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 2 февраль 1949({{padleft:1949|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (75 йәш)
Тыуған урыны Салауат районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө ауыл хужалығы

Тормош һәм хеҙмәт юлы

үҙгәртергә

Баязит Ғәбиҙулла улы Ибраһимов 1949 йылдың 2 февралендә[1] БАССР-ҙың Салауат районы Ҡалмаҡол ауыл советы Яңы Сүрәкәй ауылында тыуған. Сүрәкәй ауылында башланғыс белем алған, Ҡалмаҡол, Малаяҙ урта мәктәптәрендә уҡыған.

Муниципаль хеҙмәт ветераны. Хеҙмәт юлын ябай эшсе булып башлай. Тырышлығы һәм ныҡышмалылығы, уҡырға һәм яңылыҡҡа тиҙ өйрәнеү һәләте уны етәксе вазифаларға алып килә. Хеҙмәт юлын 1968 йылда Көньяҡ Урал тимер юлында электромонтёр булып башлай.

19721974 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт итә.

Башҡортостан ауыл хужалығы институтын (хәҙерге Башҡорт дәүләт аграр университеты) тамамлай.

Армиянан ҡайтҡас, тәүге эш урынына килә. 1975 йылда Көньяҡ Урал тимер юлы подстанцияһы начальнигы итеп тәғәйенләнә.

19771983-се йылдар — Ҡалмаҡол ауыл советы рәйесе.

19831987 йылдар — Ишембай һәм Яхъя ауылдарын берләштергән «Восток» колхозы рәйесе. 1987 йылда — Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводында ауыл хужалығы буйынса директор урынбаҫары. 19911995 йылдарҙа — Салауат районы «Заря» колхозы рәйесе, «Нуғай» крәҫтиән хужалығы башлығы.

1999-се йылдан — Мөрсәлим ит комбинатының тышҡы идарасыһы.

20002001 йылдар — Башҡортостан Республикаһы Салауат район хакимиәте башлығы[2].

20042008 йылдар — Мөрсәлим ҡасаба советы башлығы.

Салауат район Советы депутаты итеп һайлана. Етәкселек иткән йылдарында ул Мөрсәлим һәм Яңы Сүрәкәй ауылдарында газ, һыу үткәреүҙе, ауыл юлдарына асфальт һалыуҙы юллай һәм эште ойоштора.

Шулай уҡ Мөрсәлим урта мәктәбенә һәм Мөрсәлим участка дауаханаһына төкәтмә төҙөтөү ҙә, уларға капиталь ремонт та уның юллауҙары арҡаһында тормошҡа ашырыла[3].

Эшҡыуарлыҡ хеҙмәте

үҙгәртергә

Ибраһимов Баязит Ғәбиҙулла улы 2004 йылдың 23 апреленән 2008 йылдың 14 февраленә тиклем эшләп килгән «„Земфира“ ауыл хужалығы предприятиеһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен етәкләй. Компанияның төп эшмәкәрлек төрө игенселек була[4].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. «Бәйләнештә» селтәре
  2. Земля салаватская, земля батыра./ Автор-составитель: Сабирьянова С. Г. — Уфа: АН РБ, Гилем, 2010. — 285—286 с. (рус.)
  3. Ибрагимов Баязит Габидуллович
  4. Ибрагимов Баязит Габидуллович
  • Земля салаватская, земля батыра./ Автор-составитель: Сабирьянова С. Г. — Уфа: АН РБ, Гилем, 2010. — 285—286 с. (рус.)

Һылтанмалар

үҙгәртергә