Лаҡлы мәмерйәһе — Башҡортостан Республикаһының Салауат районы территорияһындағы карст мәмерйәһе. Лаҡлы ауылынан 1,6 км алыҫлыҡта, шул уҡ исемдәге йылғаның уң битләүендә урынлашҡан. 1965 йылдан — тәбиғәт һәйкәле.

Лаҡлы мәмерйәһе
Координаты: пропущена долгота
Ил
РегионБашҡортостан
Тәрәнлеге165 м
Оҙонлоғо252 м
Күләме29 684 м³
Асылған йылы1770 
һыйҙырышлы тоҡомдарэзбизташ 
Мәмерйәгә инеү юлы
Башҡортостан Республикаһы
Красная точка
Лаҡлы мәмерйәһе
 Лаҡлы мәмерйәһе Викимилектә

Һүрәтләнеше

үҙгәртергә

Лаҡлы мәерйәһе үрге карбон эзбизташтарынан барлыҡҡа килгән. Таш-Ҡыуыш тураһында тәүге тапҡыр 1770 йылда Петер Симон Паллас үҙенең «Путешествие по разным местам Российского государства» китабында яҙған. 1889 йылда мәмерйәне академик Ф. Н. Чернышёв тасуирлаған, ә 1914 йылда ул археолог С. И. Руденко тарафынан тикшерелгән.

Таш-Ҡыуыш Сүлмәктауҙа урынлашҡан, «түбәнге ташкүмер визей эзбизенән тора», ти ғалимдар. Мәмерйәгә инеү урыны ике күҙгә оҡшаған тишекте хәтерләтә.

1965 йылда Лаҡлы мәмерйәһе Башҡортостандың тәбиғәт һәйкәле тип иғлан ителә.

Лаҡлы мәмерйәһе горизонталь залдар һәм галереяларҙан ғибәрәт. Лаҡлы мәмерйәһенең оҙонлоғо — 252 метр, тәрәнлеге — 31 метр, уртаса киңлеге 19,5 м, бейеклеге 5 м. Майҙаны — 5 288 квадрат метр. (Икенсе мәғлүмәт бына шундай: оҙонлоғо — 105 метр, киңлеге 45 метр, бейеклеге — 19 метр).

Мәмерйә ауыҙы Лаҡлы йылғаһы кимәленән 34 метр бейеклектә урынлашҡан. Ингән ерҙән йыраҡ түгел 30 градусҡа ауыш, текәлеге 14 метр тәшкил иткән төшөү юлы бар. Тайып йығылмаҫ өсөн, бик һаҡ ҡына төшөр кәрәк. Ҡыш һәм яҙ көндәре ул ныҡ тайғаҡ була. Унда йыл әйләнәһенә һалҡын.

Төшөп еткәс, Вестибюль тип йөрөтөлгән ҙур залға барып керәһең. Иҙәндә ҙур таштар, урыны менән — боҙ осрай. Залдың төньяҡ-көнсығышына тар һәм ҡыҫҡа юл китә. Төньяҡҡа 80 метрлыҡ галерея буйлап үткәс, 20-25 метр оҙонлоғондағы тағы бер залға барып сығаһың. Бында матур төҫлө буям ағып төшкән һыҙаттар (натёки) күрергә мөмкин. 40 метр оҙонлоғондағы тағы бер галерея Лаҡлы мәмерйәһенең өсөнсө (һуңғы) залына алып килә. Уның дәүмәле — 50-гә 28 метр, бейеклеге — 13 метр.

Был кәшәнәнең төп «һөйкөмлөгө» — ҡатып ҡалған шарламаға оҡшаған ике ҡатлаулы кальцит «ағымы». Бында шулай уҡ ҙур булмаған сталактиттар ҙа бар.

Мәмерйә Лаҡлы йылғаһына параллель һуҙылған. Таш-Ҡыуышта шулай уҡ төбөндә һыуы булған 3 метр тәрәнлегендәге ҡойо бар. Бер минутҡа ғына, йылға аҫҡараҡ төшкән икән, тип күҙ алдына килтерһәк, спелеологтарға мәмерйәнең тағы бер, түбәнге, ҡаты күренер ине. Лаҡлы мәмерйәһе юл өҫтөндә генә урынлашҡан һәм уға инеү сағыштырмаса еңел.

Шуға ла уның торошо насар хәлдә: стена, түшәмдәре ҡоромло, ҡараңғы, сүп-сар ҙа осрай. Лаҡлы мәмерйәһенең GPS-координаталары: N 55º 11.564´; E 058º 31.422´.

Мәмерйәлә ярғанаттар йәшәй.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Башкирская энциклопедия в 7 т. / Гл. ред. М. А. Ильгамов. — Уфа: Научное издательство «Башкирская энциклопедия», 2008. — Т. 4 (Л - О). — 576 с. — 7 000 экз. — ISBN 5-88185-068-5.