Йәнғәлин Солтан Йәнғәле улы
Йәнғәлин Солтан Йәнғәле улы (1905 йыл[5] — 24 февраль 1943 йыл) — ҡыҙылармеец, рядовой. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры. Ат ҡараусы булып хеҙмәт итә[6].
Йәнғәлин Солтан Йәнғәле улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР РСФСР |
Тыуған көнө | 1905[1] |
Тыуған урыны | Ахун ауылы, Мәсетле ауыл советы, Салауат районы |
Вафат булған көнө | 24 февраль 1943[2][3] |
Вафат булған урыны | Луганск Халыҡ Республикаһы, Рәсәй[4][1] |
Хәрби звание | рядовой |
Ғәскәр төрө | кавалерия[d] һәм 112-се Башҡорт атлы дивизияһы[3][2] |
Биографияһы
үҙгәртергәЙәнғәлин Солтан Йәнғәле улы хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Салауат районының Ахун ауылында тыуа. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына Салауат районы хәрби комиссариатынан саҡырыла. 7-се кавалерия корпусының легендар 16-сы кавалерия дивизияһында[5] (112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы) ат ҡараусы (тотоусы) булып хеҙмәт итә. 1943 йылдың 24 февралендә Украина ССР-ының Ворошиловград (хәҙер — Луганск Халыҡ Республикаһы) өлкәһе Юлино-2 станицаһы районында һәләк була һәм шунда ерләнә[6]. «Халыҡ хәтере» электрон ресурсында уның тураһында мәғлүмәттәр Жингалин[6] фамилияһы менән бирелһә, «Мемориал» хәтер китабында Зиангалин тип яҙылған[5]
Ғаиләһе
үҙгәртергәУлы — Йәнғәлин (Жиәнғәлин) Әхмәҙи Солтан улы — мәғариф алдынғыһы, оҙаҡ йылдар Ахун мәктәбе директоры булып эшләй. Ошо осорҙа урта мәктәп һалдыра. Мәктәптә бейеү түңәрәге ойоштороп, ансамбль төҙөп, район-республика күләмендә билдәлелек яулай.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Зиангалин Султан Зиангалиевич (урыҫ) — 2007.
- ↑ 2,0 2,1 Жингалин Султан Жингалеевич — 2020.
- ↑ 3,0 3,1 Зигангалин Султан Зигангалиевич (урыҫ) — 2007.
- ↑ Жиангалин Султан Жингалеевич — 2020.
- ↑ 5,0 5,1 5,2 [1]
- ↑ 6,0 6,1 6,2 Жингалин Султан Жингалеевич