Яруллин Хәйбулла Ярулла улы
Яруллин Хәйбулла Ярулла улы (1908 йыл — 6 июль, 1942 йыл) — өлкән сержант. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры[3].
Яруллин Хәйбулла Ярулла улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 1908 |
Тыуған урыны | Ахун ауылы, Мәсетле ауыл советы, Салауат районы[1][2] |
Вафат булған көнө | 6 июль 1942[1] |
Вафат булған урыны | Тербун ауылы[d], Липецк өлкәһе[1] |
Хәрби звание | өлкән сержант[1] |
Ғәскәр төрө | кавалерия[d] һәм 112-се Башҡорт атлы дивизияһы[1] |
Биографияһы
үҙгәртергәЯруллин Хәйбулла Ярулла улы 1908 йылда хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Салауат районының Ахун ауылында тыуа. Ҡыҙыл Армия сафына хәрби хеҙмәткә Салауат районы хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла. Бөйөк Ватан һуғышында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы составында ҡатнаша. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары тураһында «Башҡорт энциклопедияһы» нәшриәтендә сыҡҡан электрон белешмә мәғлүмәттәре буйынса 313-сө кавалерия полкының взвод командиры ярҙамсыһы булып хеҙмәт итә[3]. «Хәтер» китабының 17-се томында 112-се кавдивизияның 813-сө кавалерия полкында хеҙмәт итеүе тураһында яҙылған[4] . 1942 йылдың 6 июлендә Курск өлкәһенең (хәҙерге Липецк өлкәһе) Тербуны районында хәбәрһеҙ юғала[3]. «Хәтер» китабы мәғлүмәттәре буйынса, шул көндө вафат була[4].
Ғаиләһе
үҙгәртергәҠатыны — Яруллина Мөхтифә. Ахун ауылында йәшәгән[3].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 ЯРУЛЛИН Хайбулла Яруллович (урыҫ) — 2015.
- ↑ ЯРУЛЛИН Хайбулла Яруллович
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 Яруллин Хайбулла Яруллович
- ↑ 4,0 4,1 Память. Башкортостан. Книга 17