Абдуллин Әхмәт Ғатаулла улы

дәүләт, партия, комсомол органдары эшмәкәре 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, Шайморатовсы

Абдуллин Әхмәт Ғатаулла улы (1912 йыл1951 йыл) — дәүләт, партия, комсомол органдары эшмәкәре. 1938 йылда ВКП (б)-ның Өфө ҡалаһы Сталин район комитетының өсөнсө секретары, 1938—1940 йылдарҙа ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1941—1943 йылдарҙа 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының полибүлек начальнигы, гвардия майоры.

Абдуллин Әхмәт Ғатаулла улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 1912
Тыуған урыны Мәхмүт ауылы, Арҡауыл ауыл советы, Мәсәғүт кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР
Вафат булған көнө 1951
Вафат булған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө дәүләт эшмәкәре
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Хәрби звание Майор
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы

Биографияһы

үҙгәртергә

Әхмәт Ғатаулла улы Абдуллин 1912 йылда Башҡорт АССР-ының Салауат районы Мәхмүт ауылында тыуған.

1931 йылда Коммунистар партияһына инә.

1920—1927 йылдарҙа — Әхмәт Абдуллин батрак һәм «Южураллес» тресында ағас йығыусы, артабан, 1928−1929 йылдарҙа, Златоуст ҡалаһында металлургия заводында кочегар булып эшләй.

1930—1933 йылдарҙа Свердловск (хәҙер Екатеринбург) ҡалаһында рабфакта уҡый.

1934−1936 йылдарҙа СССР-ҙың Ауыр сәнәғәте Халыҡ Комиссариаты янындағы үрләтелгән кешеләр (выдвиженец) курстары тыңлаусыһы, Башҡорт юғары коммунистик ауыл хужалығы мәктәбе талибы.

1936 йылда Өфө моторҙар заводында сәнәғәт бүлеге парторгы булып эшләй.

1936−1938 йылдарҙа Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһында хеҙмәт итә.

1938 йылда Абдуллин Әхмәт Ғатаулла улы Өфө ҡалаһы ВКП(б)-ның Сталин район комитетының өсөнсө секретары итеп һайлана.

1938 йылдың июль айынан алып 1940 йылдың октябренә тиклем ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары вазифаһын биләй.

1941−1943 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. 1943 йылдан алып 1950 йылға тиклем — БАССР-ҙың Хеҙмәт резервтары идаралығы начальнигы.

БАССР-ҙың 2-се саҡырылыш Юғары Советына 122-се Йәркәй округынан (Илеш районы) депутат итеп һайлана (1947 йылдың 9 феврале)[1]/.

1950−1951 йылдарҙа Башҡортостан өлкә партия мәктәбендә уҡый.

1951 йылда Өфө ҡалаһында вафат була.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Земля салаватская, земля батыра. / Автор-составитель: Сабирьянова С. Г. — Уфа: АН РБ, Гилем, 2010. — 400 с.  (рус.)