Армышан
Армышан — Башҡортостан Республикаһы Салауат районының бөткән ауылы.
Армышан | |
Дәүләт |
Рәсәй империяһы СССР |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Ҡыйғы районы һәм Салауат районы |
Халыҡ һаны |
81 кеше (1896), 86 кеше (1925) |
Иң тәүге яҙма ваҡыты | 1896 |
Тарихы
үҙгәртергәАрмышан ошо уҡ атамалы йылға ярында урынлашҡан ауыл була. Ике ауылдан тора. Беренсе тапҡыр 1896 йылда телгә алына. Яңы (Икенсе) Армышан ауылында 5 йортта 13 ир-ат һәм 18 ҡатын-ҡыҙ иҫәпләнә, ә Беренсе Арымшанда 7 йортта 50 кеше булыуы теркәлә. 1920 йылғы халыҡ иҫәбен алыуҙа беренсе Арымшанда 33 кеше иҫәпкә алынһа, икенсеһендә 53 кеше була. 1925 йылғы йәниҫәптә ауылдарҙың бер ни тиклем үҫеүе теркәлә: уларға икешәр йорт өҫтәлә.
Артабанғы иҫәп алыуҙарҙа ауыл күрһәтелмәй, әммә уның 1940 йылдарға тиклем йәшәүен күҙалларға мөмкин: Башҡортостандың Йәмәғәт ойошмалары архивында 1931 йылғы мәғлүмәттәр буйынса Белобров Петр Демьяновичтың ҡулға алыныуы теркәлгән.
Белобров Петр Демьянович. Родился в 1899 г., Башкирия, Кигинский р-н[1], п. Армышан; русский; образование начальное; б/п; единоличник. Арестован 23 февраля 1931 г. Приговорен:обв.: по ст. 58-10, 58-11[2]. |
Шулай уҡ 1937 йылда репрессияланған армышандар хаҡында ла мәғлүмәт бар.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәСығанаҡтар
үҙгәртергә- ЦГАОО РБ Д.4 Ф.55