Йыланыш (Салауат районы)

Рәсәйҙең Башҡортостан Республикаһының Салауат районындағы ауыл

Йыланыш (рус. Еланыш) — Башҡортостандың Салауат районындағы ауыл, Миәшәгәр ауыл Советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 343 кеше[2]. Почта индексы — 452495, ОКАТО коды — 80247845002.

Ауыл
Еланыш
башҡ. Йыланыш
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Салауат районы

Ауыл биләмәһе

Миәшәгәр ауыл Советы

Координаталар

55°23′15″ с. ш. 58°13′52″ в. д.HGЯO

Халҡы

343[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

452495

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 247 845 002

ОКТМО коды

80 647 445 106

ГКГН номеры

0520683

Еланыш (Рәсәй)
Еланыш
Еланыш
Йыланыш (Салауат районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Еланыш

Географик урыны

үҙгәртергә

Йыланыш ауылы Әй йылғаһы буйында, район үҙәге Малаяҙ ауылынан төньяҡҡа 36 километр һәм Мөрсәлим тимер юл станцияһынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 59 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].

XVIII быуат аҙағында, 1795 йыл тирәһендә, Себер даруғаһындағы Тырнаҡлы аҫабаларынан Йыланыш шишмәһе сыҡҡан ерҙә һатып алынған биләмәлә, Һикеяҙ ауылы (хәҙер — Дыуан районындағы ауыл) бүлендеге булараҡ, ҡаҙна крәҫтиәндәре Йыланыш ауылына нигеҙ һалған.

Ауылдың XIX быуаттың икенсе яртыһындағы үҫеше

үҙгәртергә

1859 йылда Йыланыш ауылындағы 70 хужалыҡта 206 кеше, 1866 йылда 29 йортта 240 кеше йәшәгән. Игенселек, малсылыҡ, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. Сиркәү булған. XIX быуат аҙағында 80 йортта 344 кеше йәшәгән.

Игенселектә аралаштырылған система өҫтөнлөк иткән. Ваҡыты-ваҡыты менән һөрөлгән һәм бойҙай сәселгән ҡалдау ерҙәрҙе бесәнлек итеп файҙаланғандар. Башта Мырҙалар ырыуы ере булған, һуңғараҡ Тырнаҡлы башҡорттарына күскән ерҙәрҙе оҙайлы ҡуртымға алыу тәжрибәһен ҡулланғандар.

1895 йылда 50 хужалыҡ тырнаҡлыларҙан йылына 600 һум һәм ер һалымын түләү шарты менән, 12 йылға 3000 дисәтинә һөрөнтө ер, бесәнлек һәм урманды ҡуртымға алған[4].

Ауылдың XX быуаттағы һәм хәҙерге көндәге үҫеше

үҙгәртергә

1906 йылда шулай уҡ сиркәү-мәхәллә мәктәбе, фельдшер пункты, шарап һәм 3 мануфактура кибете теркәлгән.

1920 йылда Йыланыш ауылындағы 146 хужалыҡта 853 кеше иҫәпкә алынған[5].

Әлеге ваҡытта Йыланыш ауылында төп мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, сиркәү бар[6].

Биләмә берәмектәренә инеүе

үҙгәртергә
Теркәү йылы Улус, ауыл советы Өйәҙ, кантон, район Губерна, Республика Дәүләт
1816 -се йорт -се Башҡорт кантоны Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1834 -се йорт -се Башҡорт кантоны Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1847 -се йорт -се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1859 -се йорт -се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1895 улусы Златоуст өйәҙе Өфө губернаһы Рәсәй империяһы
1920 улусы Мәсәғүт кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы   РСФСР
1926 улусы Мәсәғүт кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы   СССР
1935 Миәшәгәр ауыл Советы Малаяҙ районы Башҡорт АССР-ы   СССР
1941 Миәшәгәр ауыл Советы Салауат районы Башҡорт АССР-ы   СССР
1990 Миәшәгәр ауыл Советы Салауат районы Башҡортостан Республикаһы   Рәсәй Федерацияһы

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Йыланыш ауылында урыҫтар йәшәй (2002).

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 853
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 521
1959 йыл 15 ғинуар 498
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 259
2002 йыл 9 октябрь 317
2010 йыл 14 октябрь 343 171 172 49,9 50,1

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Урамдары

үҙгәртергә
  • Әй урамы (рус.  Айская (улица)
  • Тирмән урамы (рус.  Мельничная (улица)
  • Үҙәк урам (рус.  Центральная (улица)
  • Александр Матросов урамы (рус.  Александра Матросова (улица)
  • Яр буйы урамы (рус.  Набережная (улица)
  • Тау урамы (рус.  Горная (улица)
  • Йылға урамы (рус.  Речная (улица)[7]

Тирә-яҡ мөхит

үҙгәртергә
Ер-һыу атамалары

Тауҙар:

Йылғалар:

Шишмәләр:

Ялан-бесәнлектәр:

Таусыҡтар, түбәләр:

Башҡа урын-ер атамалары:

Билдәле кешеләре

үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001
  • Хисамитдинова Ф. Г. Башкирская ойконимия XVI—XIX вв. Уфа, Башкирское книжное издательство, 1991
  • Ахмадиев Б. Х., Гафаров Х. А., Гибадуллин В. Г. На земле легендарного Салавата. Уфа, 1988

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә