Ахун (Салауат районы)

Рәсәйҙең Башҡортостан Республикаһының Салауат районындағы ауыл

Ахун (рус. Ахуново) — Башҡортостандың Салауат районындағы ауыл. Мәсетле ауыл Советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 673 кеше[2]. Почта индексы — 452482, ОКАТО коды — 80247840002.

Ауыл
Ахуново
башҡ. Ахун
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Салауат

Ауыл биләмәһе

Мәсетле

Координаталар

55°19′23″ с. ш. 58°03′44″ в. д.HGЯO

Халҡы

673[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

452482

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 247 840 002

ОКТМО коды

80 647 440 106

Ахуново (Рәсәй)
Ахуново
Ахуново
Ахун (Салауат районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Ахуново

Географик урыны

үҙгәртергә

Ахун ауылы Йүрүҙән йылғаһы буйында, район үҙәге Малаяҙ ауылынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 18 километрҙа һәм Кропачёво (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан төньяҡҡа табан 47 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].

Ахун ауылына Себер даруғаһы Мырҙалар улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған.

Йүрүҙән йылғаһы буйындағы Ахун ауылына 1770 йылдың 18 авгусында Академия экспедицияһы етәкселәренең береһе академик И. И. Лепехин килгән булған. Ул бында башҡорт дин әһелен — ахунды — күргән, ҡыҙғанысҡа ҡаршы уның исемен атамаған. Яҙмаларынан түбәндәге юлдарҙы уҡыйбыҙ. «Шәрип ауылынан 15 саҡрымда Йүрүҙәнгә ҡойоусы Беййылға буйында ултырған Ахун ауылында башҡалар менән бергә … ахун йәшәй. Был ауылда беҙ үҙ ғүмеребеҙҙә тәүге тапҡыр тәбиғи башҡорт сығышлы һирәк осраған мосолман руханийын күрҙек: ул ғәҙәттә китап шауҡымы тейгән кеше булырға тейеш; әммә башҡорттар күп ваҡытта, китап менән түгел, ҡымыҙ менән мауыға». Әммә академиктың Башҡортостанда бер даруғаға бер ахун ғына рөхсәт иткән 1736 йылғы бойороғон белгән, тип һанағанлыҡтан, уның юморы урынлы түгел. Даруғалар 4: Ҡаҙан, Нуғай, Уҫы, Себер даруғалары булған. 4 ахундың береһен ул Себер юлында күргән. Ҡалған ахундарҙы күрер өсөн, ғалим башҡа даруғаларға ла сәйәхәт итергә тейеш булған. Ахундар, ысынлап та, һирәк осраған.

Ахун вазифаһына бай тормош тәжрибәһе туплаған, уҡымышлы ир-атты ғына тәғәйенләгәндр. Ғалим исемен атамаған ахун урынына, күрәһең, һуңғараҡ сығышы менән күрше Тырнаҡлы ырыуына ҡараған Лағыр ауылынан Яңыбай Ишмөхәмәтов һайланғандыр[4].

1795 йылда Ахун ауылы 28 хужалыҡтан тороп, унда 174 кеше йәшәгән. 1816 йылда 30 хужалыҡта — 180, 1834 йылда — 40 хужалыҡта 243, 1859 йылда — 75 хужалыҡта 312 кеше йәшәгән[5].

Биләмә берәмектәренә инеүе

үҙгәртергә
Теркәү йылы Улус, ауыл советы Өйәҙ, кантон, район Губерна, Республика Дәүләт
1757 улусы Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй Империяһы
1816 -се йорт 8-се Башҡорт кантоны Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1834 -се йорт 8-се Башҡорт кантоны Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1847 -се йорт 8-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1859 -се йорт 8-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1895 Мырҙалар улусы Өфө өйәҙе Өфө губернаһы Рәсәй империяһы
1920 Мырҙалар улусы Мәсәғүт кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы   РСФСР
1926 Мырҙалар улусы Мәсәғүт кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы   СССР
1935 Мырҙалар-Мәсетле ауыл советы Малаяҙ районы Башҡорт АССР-ы   СССР
1941 Мәсетле ауыл советы Салауат районы Башҡорт АССР-ы   СССР
1990 Мәсетле ауыл советы Салауат районы Башҡортостан Республикаһы   Рәсәй Федерацияһы

Ауылдың XIX быуаттың икенсе яртыһындағы үҫеше

үҙгәртергә

1816 йылда Ахун ауылының бер кешеһе, Абдул Яҡупов (улы Абдулатиф), һаман да 1812 йылғы Ватан һуғышынан ҡайтмаған булған.

Информаторҙар фекере буйынса, Аптыраҡ тигән ауыл халҡы[6] күсеп килеп хәҙерге Ахун урынында төпләнгән, һәм тәүге күсеп килеүселәр юрматы ырыуы кешеләре булған.

1842 йылда 251 кешегә 83 сирек ужым һәм 336 сирек яҙғы ашлыҡ сәселгән. 7 сирек картуф ултыртылған.

42 хужалыҡта 600 ат, 400 эре мөгөҙлө мал, 200 һарыҡ, 80 кәзә аҫыралған. Умартасылыҡ (30 умарта) һәм солоҡсолоҡ (10 солоҡ) менән шөғөлләнгән. Мәсет булған. 1865 йылда 60 йортта 302 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған.

Ауылдың XX быуаттағы үҫеше

үҙгәртергә

1906 йылда Ахун аулында бакалея кибете, запас иген һаҡлау мөгәзәйе булған.

1920 йылда Ахун ауылының 96 хужалығында 501, 1998 йылда — 588 кеше йәшәгән.

Әлеге ваҡытта Ахун ауылында урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, Мәҙәниәт һарайы, китапхана бар.

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Ахун ауылында башҡорттар йәшәй (2002).

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 501
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 503
1959 йыл 15 ғинуар 567
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 472
2002 йыл 9 октябрь 633
2010 йыл 14 октябрь 673 328 345 48,7 51,3

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Билдәле кешеләре

үҙгәртергә

Урамдары

үҙгәртергә
  • Яр буйы урамы (рус.  Набережная (улица)
  • Яңы төҙөлөш урамы (рус.  Новостройка (улица)
  • Үҙәк урам (рус.  Центральная (улица)
  • Урман урамы (рус.  Лесная (улица)
  • Мәктәп урамы (рус.  Школьная (улица)[7]

.

Тирә-яҡ мөхит

үҙгәртергә
Ер-һыу атамалары

Тауҙар:

  • Ҡаратау, Маяҡ, Ҡыҙҙар тауы, Остотау, Ҡара бейә күтәрткән тау, Кәзә тауы, Оҡҫон тау, Тәлпәк ҡарағай тауы (урау), Борсаҡ һуҡҡан тау, Ҡарағай тау, Сатра, Гөлкәй һәндерәһе, Трактор, Һелкәүес тау, Тупаҡтау, Айыу сыҡҡан тау, Көркәк тау, Әбей тауы, Ҡыуандыҡ тау, Бөркөтоя

Йылғалар:

  • Йүрүҙән, Бәлйәкте, Суҡраҡ, Иген йылға, Беййылға

Шишмәләр:

  • Барый шишмәһе, Сатра шишмәһе, Үрге яҡ шишмәһе

Ялан-бесәнлектәр:

  • Аҡ ялан, Йыланды ҡул, Суҡраҡ буйы, Иген йылға буйы, Аръяҡ, Тирәк араһы яланы, Саптар ат төбәге, Ташты ҡул, Ҡондоҙ ояһы, Көсөгән ояһы, Мәүлит төбәге, Ялан сабыу

Таусыҡтар, түбәләр:

  • Ҡарауыл таш, Малайҙар шыуған тау, Убырғул, Йомалы ҡаштаҡ, Ҡарағайҙы ҡул

Башҡа урын-ер атамалары:

  • Урыҫ юлы, Урта юл, Кирпичный, Отруб, Ярыҡ күл, Тамаҡ, Дегәнәкте, Хәйри кисеүе, Оҙон күл, Ҡарағай төбәк, Пчәлник

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Аҙаш ауылдар

үҙгәртергә

Ҡушаматтар

үҙгәртергә

Ботоҡай, Эсәк, Берәник, Кәзә, Тараҡан, Әтәс, Сысҡан, Һалбыр, Ҡыяр, Суҡан, Әбләй, Симешкә, Дәүғолаҡ, Муҡшы, Большой, Пашка, Татарин, Шайтан, Ҡапаҡ, Казах, Бүре, Ҡарға, Алпауыт, Саңғы, Бесәй, Тәкә, Кәбеҫтә, Таштабан, Йәшкә, Алдаркин, Бәпкә, Күтән, Кәнтәй, Әкүс, Һейгәк, Сатанай, Серәкәй, Титаҡай, Көршәк, Кәшил, Һикербейә, Сайылдаҡ, Бармалей, Бапаҡ, Ҡаймаҡ, Һайыҫҡан, Тешһеҙ, Зуб, Аҡҡош, Мискә, Мәзин, Сараҡай, Агай, Ҡаҡай, Тәкә, Сипылдаҡ, Ишәк, Әсүл, Турғай, Майгүт, Уҫыраҡ, Агент, Арҡыры, Орсоҡ

Ауыл һәм ахундар ваҡытлы матбуғатта

үҙгәртергә
  • Лиана Вәлиуллина. „Ҡаратау биҙәктәре“ оҫталары теккән милли кейем күҙҙең яуын ала. „Йәшлек“ гәзите , 2018, май.
  • Көнһылыу Ғәлиева. Кәңәшле эш тарҡалмаҫ .»Йүрүҙән", 2018, 23 ғинуар
  • М. Сафиуллина. Мастерицы из народа, «На земле Салавата»,2017, 15 декабря
  • Рәмзилә Иштуғанова. Киләсәк быуынға мираҫ итеп. «Әйлестан» гәзите, 2017, 31 октябрь.
  • Әкрәм Үҙәнбаев. Һоҡландыра оҫта ҡулдары. «Башҡортостан» гәзите, 2017, 13 март[8].
  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7(рус.)
  • Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. —] ISBN 978-5-295-04683-4(рус.)

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә