Сабитов Мәрһәм Карам улы

партия һәм дәүләт эшмәкәре, педагог, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. КПСС-тың Ауырғазы район комитетының 1-се секретары

Сабитов Мәрһәм Карам улы (22 июль 1916 йыл — 1986 йыл) — партия һәм дәүләт эшмәкәре, педагог, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. КПСС-тың Ауырғазы район комитетының 1-се секретары, БАССР Юғары Советы депутаты (1959—1985), Ленин, Октябрь Революцияһы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры[1].

Сабитов Мәрһәм Карам улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 22 июль 1916({{padleft:1916|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})
Тыуған урыны Сереккүл ауыл Советы (Илеш районы), Илеш районы
Вафат булған көнө 1986
Хәрби звание старшина[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ватан һуғышы ордены «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы Ленин ордены Октябрь Революцияһы ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Почёт Билдәһе» ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Мәрһәм Карам улы Сабитов 1916 йылда Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе (хәҙер — Башҡортостан Республикаһы Илеш районы) Сереккүл ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Тырыш һәм маҡсатлы ир-егет итеп үҫтерә тыуған төйәге Мәрһәмде. Мәрһәм ғәр. — «бальзам; күңел йыуатыусы» тигән мәғәнәгә эйә[2].

 
Сабитов Мәрһәм Карам улы

Тормош һәм хеҙмәт юлы

үҙгәртергә

Сереккүл ауылы мәктәбендә белем ала.

1934 йылда башланғыс кластар уҡытыусыһы булып хеҙмәт юлын башлай, артабан уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса мөдир һәм тулы булмаған урта мәктәп директоры булып эшләй.

1941 йылдың 25 июнендә Илеш районы хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡырыла.

Старшина Мәрһәм Карам улы 1944 йылдың 30 декабренә тиклем 10-сы айырым күпер тимер юлы батальонында хеҙмәт итә[3].

Сабитов Мәрһәм Карам улы Брянск фронты составында тимер юлы ғәскәрҙәренең 5-се айырым бригадаһы составында ла алыша[4].

Һуғыш тамамланғандан һуң, Илеш халыҡ депутаттары район советы рәйесе урынбаҫары вазифаһын башҡара.

19461948 йылдар — Башҡортостан өлкә партия мәктәбендә уҡый. Йәрмәкәй, артабан Шишмә халыҡ депутаттары район советтары рәйесе.

1954 йылда Мәрһәм Карам улы Сабитов КПСС-тың Салауат районы комитеты секретары итеп һайлана.

1962-1965 йылдар — КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының төньяҡ-көнсығыш территорияһы парторгы, артабан Салауат колхоз-совхоз идаралығы партия комитеты секретары.

1965-1983 йылдар — Сабитов Мәрһәм Карам улы КПСС-тың Ауырғазы районы комитеты 1-се секретары.

Сабитов М. К. идаралығы йылдарында ауыл хужалығы производствоһы үҫешендә яуланған уңыштары өсөн Ауырғазы районы күп тапҡырҙар КПСС Үҙәк Комитеты, СССР Министрҙар Советы, ВЦСПС, ВЛКСМ Үҙәк Комитеты, РСФСР Министрҙар Советының, КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты, Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советының, профсоюздарҙың өлкә Советы һәм ВЛКСМ өлкә комитеты Ҡыҙыл Байраҡтары менән бүләкләнде[5][6].

Мәрһәм Карам улы Сабитовтың ейәне — Сабитов Ринат, «Газсервис» берекмәһе белгесе

ейәнсәрҙәре — Өфө ҡалаһының 21-се дауаханаһы табибы Светлана Байбурина

Римма Рамазанова — Башҡортостан Республикаһы Эске Эштәр министрлығы белгесе

бер туған һеңлеһе — Әлфирә Сабитова[7].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Ауырғазы районы Төрөмбәт урта мәктәбендә Сабитов Мәрһәм Карам улы иҫтәлегенә милли көрәш буйынса асыҡ турнир ойошторола.

Ауырғазы районы үҙәге Толбазы ауылындағы Төньяҡ биҫтәһендәге бер урам Сабитов исемен йөрөтә.

2016 йылда М. К. Сабитовтың 100 йәшен тантаналы билдәләгәндә, уның хөрмәтенә мәктәптәрҙә, музейҙарҙа, китапхана һәм мәҙәниәт йорттарында ижади конкурстар, күргәҙмә һәм экспозициялар ойошторола.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • ЦАМО Фонд: 27581 Опись: 508381 Дело: 2
  • ЦАМО шкаф 52, ящик 21 (награда)

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә