Иҙрис (Салауат районы)

Рәсәйҙең Башҡортостан Республикаһының Салауат районындағы ауыл

Иҙрис (рус. Идрисово Краснополье) — Башҡортостандың Салауат районындағы ауыл, Әлкә ауыл Советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 151 кеше[2]. Почта индексы — 452481, ОКАТО коды — 80247805002.

Ауыл
Идрисово
башҡ. Иҙрис
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Салауат районы

Ауыл биләмәһе

Әлкә ауыл Советы

Координаталар

55°03′11″ с. ш. 58°07′37″ в. д.HGЯO

Халҡы

151[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

452481

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 247 805 002

ОКТМО коды

80 647 405 106

Идрисово (Рәсәй)
Идрисово
Идрисово
Иҙрис (Салауат районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Идрисово

Географик урыны

үҙгәртергә
  • Район үҙәгенә тиклем (Малаяҙ): 19 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Әлкә): 7 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Кропачёво): 12 км

Иҙрис (Краснополье) ауылы Йүрүҙән ҡушылдығы Келүклә (Клюкля) йылғаһы буйында, район үҙәге Малаяҙ ауылынан көньяҡҡа 19 километрҙа һәм тимер юл станцияһы Кропачёвонан (Силәбе өлкәһе) төньяҡ-көнсығышҡа 12 километрҙа урнылашҡан[3].

Иҙрис ауылына Себер даруғаһы Шайтан-Көҙәй улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған. Рәсми документтарҙа 1755 йылдан (башҡа ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса — 1742 йылдан) билдәле. Шайтан-Көҙәй ырыуының тирә-яҡта билдәле аҫабаһы һәм тәүге төпләнеүсе Иҙрис Дәүәтәков исеме менән аталған.

Старшина Иштуған Мишәров командаһына ингән Иҙрис Дәүәтәков һәм тағы ла 4 аҫаба 35 аҫабаның ышаныслылары сифатында 1762 йылда Эҫем һәм Ҡытау-Ивановск заводтары хужалары И. Б. Твердышевҡа һәм И. С. Мясниковҡа йылына 20 һум түләү менән 60 йылға ҡуртымға һатыуҙа ҡатнашҡан.

Иҙрис ауылы атамаһы ҡайһы бер мәғлүмәттәрҙә улус старшинаһы Иҙрис Үтәев исеменә бәйле тип аңлатыла. Ҡайһы бер сығанаҡтарҙа Идрискино тип тә күрһәтелгән. Иҙрис ауылы 17401755 йылдарҙа барлыҡҡа килгән һәм Красильников һәм Рычковтың картаһында урын алған. Уның тап ошо осорҙа барлыҡҡа килеүе тураһында түбәндәге факттар һөйләй.

1770 йылдың 25 майында академик П. С. Паллас Иҙрис ауылына килгән. «Ҡарағай тауында кескәй генә Иҙрис ауылы ята, ә тауҙа — мәмерйә», тип яҙған академик.

1795 йылда Иҙрис ауылында 10 хужалыҡ булған һәм унда 62 кеше йәшәгән[4][5].

Биләмә берәмектәренә инеүе

үҙгәртергә
Теркәү йылы Улус, ауыл советы Өйәҙ, кантон, район Губерна, Республика Дәүләт
1757 улусы Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй Империяһы
1816 -се йорт 8-се Башҡорт кантоны Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1834 -се йорт 8-се Башҡорт кантоны Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1847 -се йорт 8-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1859 -се йорт 8-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1895 улусы Өфө өйәҙе Өфө губернаһы Рәсәй империяһы
1920 Нәсибаш улусы Мәсәғүт кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы   РСФСР
1926 Нәсибаш улусы Мәсәғүт кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы   СССР
1935 Әлкә ауыл советы Малаяҙ районы Башҡорт АССР-ы   СССР
1941 Әлкә ауыл советы Салауат районы Башҡорт АССР-ы   СССР
1990 Әлкә ауыл советы Салауат районы Башҡортостан Республикаһы   Рәсәй Федерацияһы

Ауылдың XIX быуаттың икенсе яртыһындағы үҫеше

үҙгәртергә

Ауылға нигеҙ һалыусы Иҙристең ике ҡатын алған Ейәнбай исемле улына 1816 йылда 40 йәш (ҡатындарына 30 һәм 16 йәш) булған. Өлкәне Кинйәбайға 67 йәш (ҡатындарына 59, 36 йәш). Һәм был мәғлүмәт ауылдың йәшен билдәләргә ярҙам итә.

Ауылға нигеҙ һалыусының өсөнсө улы ла билдәле — мулла Ҡунаҡбай Иҙрисов, ул 1786 йылда улус ерҙәрен заводсы ханым И. И. Бекетоваға һатыуҙа әүҙем ҡатнашҡан.

1816 йылда 13 хужалыҡта 28 ир-ат һәм 35 ҡатын-ҡыҙ, 1834 йылда — 30 ир-ат һәм 47 ҡатын-ҡыҙ, 1859 йылда — 42 ир-ат һәм 52 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән.

1842 йылда 81 кешегә 17 сирек ужым һәм 84 сирек яҙғы ашлыҡ, 2 сирек картуф сәселгән.

19 хужалыҡта 71 ат, 80 эре мөгөҙлө мал, 16 һарыҡ, 26 кәзә тотҡандар. Ҡайһы бер хужалыҡтар умартасылыҡ менән (10 умарта) шөғөлләнгән.

Мәсет тә булған, әммә 1816 йылда ул иҫәп ҡағыҙҙарында күрһәтелмәгән.

1865 йылда 13 йортта — 75 кеше донъя көткән. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр.

1895 йылда 22 хужалыҡта 146 башҡорт йәшәгән[6][7].

Ауылдың XX быуаттағы үҫеше

үҙгәртергә

1906 йылда Иҙрис ауылында запас икмәк һаҡлай торған мөгәзәй теркәлгән.

1920 йылда 35 хужалыҡ һәм 157 кеше иҫәпкә алынған. XX быуаттың 1920-се йылдарында Иҙрис эргәһендә Краснополье тигән урыҫ ауылына нигеҙ һалына. 1970‑се йылдарҙа Краснополье Иҙрис ауылына ҡушыла[8].

Әлеге ваҡытта Иҙрис ауылында Әлкә ауылындағы урта мәктәп филиалы — башланғыс мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар[9].

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Иҙрис ауылында башҡорттар йәшәй (2002).

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 157
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 194
1959 йыл 15 ғинуар 228
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 184
2002 йыл 9 октябрь 188
2010 йыл 14 октябрь 151 79 72 52,3 47,7

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Билдәле кешеләре

үҙгәртергә

Урамдары

үҙгәртергә
  • Йәштәр урамы (рус.  Молодёжная (улица)
  • Салауат урамы (рус.  Салавата (улица)
  • Яр буйы урамы (рус.  Набережная (улица)
  • Мәктәп урамы — (рус.  Школьная (улица)
  • Мәмерйә урамы (рус.  Пещерная (улица)
  • Юлай урамы — (рус.  Юлая (улица)[10]

Тирә-яҡ мөхит

үҙгәртергә
Ер-һыу атамалары

Тәбиғәт ҡомартҡыһы

Тауҙар: Ҡарағай тауы

Йылғалар: Йүрүҙән,

Шишмәләр: Келүклә (Клюкля)

Ялан-бесәнлектәр:

Таусыҡтар, түбәләр:

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Ҡушаматтар

үҙгәртергә
  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7(рус.)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001, 125—126 с. — 304 с. — ISBN 5—295—02843—7

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Иҙрис (Салауат районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  5. Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001, 125—126 с. — 304 с. — ISBN 5—295—02843—7
  6. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  7. Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001, 125—126 с. — 304 с. — ISBN 5—295—02843—7
  8. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  9. Иҙрис (Салауат районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  10. Карта д. Идрисово. Улицы