Урмансы
Урмансы (рус. Урманчино) — Башҡортостан Республикаһының Салауат районындағы ауыл, Лаҡлы ауыл Советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 405 кеше булған[2]. Почта индексы — 452498, ОКАТО коды — 80247830002.
Ауыл | |
Урманчино башҡ. Урмансы | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
452498 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Географик урыны
үҙгәртергәУрмансы ауылы Әй йылғаһы ҡушылдығы Лаҡлы йылғаһы буйында урынлашҡан.
Тарихы
үҙгәртергәУрмансы ауылына Себер даруғаһы Түбәләҫ улусына ҡараған Түбәләҫ—Ҡыуаҡан ырыуы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған.
«Иҫке ҡыштау» тип йөрөтөлгән урында, Яңғыҙ Ҡарағас янында, борон Тайшан ауылы торған. Унан себер каторгаһына тотҡондарҙы илткән Ятап юлы үткән, һәм ауыл халҡы хөкүмәт кешеләрен аҙыҡ-түлек, аттар менән тәьмин итергә тейеш булған. Бындай талауҙарҙан биҙрәгән халыҡ ауылдың хәҙерге урынына күсеп ултырған.
Урмансы ауылы 1765 йылдан билдәле булған. Ауыл атамаһы тәүге төпләнеүсенең исеменән алынған. 1816 йылғы VII рәүиз материалдарында Урмансының улдары Аушан, Мырҙаш һәм Аҡмырҙа тураһында мәғлүмәт бар. Урмансының ейәне 80 йәшлек Аушан Урмансиндың улдары: 57 йәшлек Ильяс, 48 йәшлек указлы аҙансы Хәсән, 41 йәшлек Рамазан (улдары — Ҡотлозаман, Ҡотлоҡәҙәм, Мөхәмәтрәхим, Буранғол).
Урмансының тағы ике улы: 63 йәшлек Мырҙаш (1753—1824) һәм 56 йәшлек Аҡмырҙа Урмансиндар күрһәтелгән.
1795 йылда Урмансы 13 кенә йорттан торған һәм унда 94 кеше йәшәгән.
1816 йылда Урмансыла 140 кеше, 1834 йылда — 175 кеше йәшәгән.
Урмансы халҡы игенселек, малсылыҡ, солоҡсолоҡ менән шөғөлләнгән. 1842 йылда 108 сирек ужым һәм 359 сирек яҙғы ашлыҡ сәскәндәр.
Ауылдың ырыу аралары
үҙгәртергә- Аҡбалта. Аҡбалталар нәҫеленән Мөрсәлимов Ғәбсәләм, ауылдашы Ғариф Ғәлин менән, 1919 йылда Муса Мортазин бригадаһы составында революцион Петроградта Юденич ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғыша, Украина, Польша ерҙәрен азат итеүҙә ҡатнаша. Шул уҡ нәҫелдән Фәхретдинов Илһам Йәләлетдин улы, данлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугире, 1943 йылда, дошман ҡамауынан сыҡҡанда һәләк була.
Сәләхов Мөхәмәтйән Сәләх улы, 1938 йылда Өфөлә комвуз тамамлағас, күрше Илсекәйҙә колхоз рәйесе булып тәжрибә туплай һәм һуңынан тыуған Урмансы ауылындағы колхозды етәкләй. Коммунист булараҡ, бронь алыуына ҡарамаҫтан, үҙе теләп һуғышҡа китә һәм 1944 йылдың 22 авгусында Эстония ерендә башын һала[4].
- Мырҙаш
- Аушан
- Манғол
- Ҡырғыҙ
- Үзбәк
- Аҡмырҙа
- Тайшан
- Тәүеш
- Һунбыҡ[5].
Биләмә берәмектәренә инеүе
үҙгәртергәТеркәү йылы | Улус, ауыл советы | Өйәҙ, кантон, район | Губерна, Республика | Дәүләт |
---|---|---|---|---|
1795 | Түбәләҫ улусы | Троицк өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй Империяһы |
1816 | 2-се йорт | 4-се Башҡорт кантоны | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1834 | 2-се йорт | 4-се Көнбайыш (Тау арты) командаһы | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1850 | 2-се йорт | 5-се Башҡорт кантоны, Троицк өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1859 | 7-се йорт | 8-се Башҡорт кантоны, Троицк өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1895 | Нәсибаш улусы | Златоуст өйәҙе | Өфө губернаһы | Рәсәй империяһы |
1920 | Ҡалмаҡҡол улусы | Мәсәғүт кантоны | Автономлы Башҡорт ССР-ы | РСФСР |
1926 | Ҡалмаҡҡол улусы | Мәсәғүт кантоны | Автономлы Башҡорт ССР-ы | СССР |
1935 | Лаҡлы ауыл советы | Малаяҙ районы | Башҡорт АССР-ы | СССР |
1943 | Лаҡлы ауыл советы | Салауат районы | Башҡорт АССР-ы | СССР |
1990 | Лаҡлы ауыл советы | Салауат районы | Башҡортостан Республикаһы | Рәсәй Федерацияһы |
Урмансыларҙың 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыуы
үҙгәртергә1812 йылғы Ватан һуғышында түбәләҫтәр 4-се Көнбайыш башҡорт кантоны улустарынан төҙөлгән 7-се полк составында һуғышҡан. Зауряд-хорунжий Биктимер Аҡбалтин 1813 йылдың 4-7 октябрендә Лейпциг янында "Халыҡтар алышы"нда күрһәткән батырлығы өсөн Изге Анна ордены менән бүләкләнә[6][7].
Урмансы ауылының XIX быуат уртаһынан артабанғы үҫеше
үҙгәртергәУрмансыла 1859 йылда — 280 кеше, 1865 йылда 39 йортта — 230 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған.[8]
Халыҡ ер эшкәртеү (1842 йылда 108 сирек ужым һәм 359 сирек яҙғы икмәк сәселгән), малсылыҡ, солоҡсолоҡ менән шөғөлләнгән.
XIX быуат аҙағында Златоуст өйәҙе ауылдары буйынса мәғлүмәт биргән йыйынтыҡта Урмансы тураһында былай тип яҙылған: «Ер 140 рәүиз йәненә бер урында бүленгән. Ер биләү формаһы — община ере. Ер биләү формаһы — дөйөм общинаныҡы. 1890 йылдан рәүиз йәненә түгел, эшкә яраҡлы һәр ир-ат башына ҡарата ер бүлеме бирелә башлаған. Урындағы оҫталар тарафынан яһалған ике һабанлы, киҫелешле һөрөү ысулы ҡулланыла. Ауылда бер һуҡҡыс һәм 4 елгәргес бар. Сәсеү әйләнеше дөрөҫ булмаған йәғни тәртипһеҙ өс баҫыулы. Иң яҡшы уңыш түбәндәгесә: сәселгән 8 бот арыштан — 1 дисәтинәнән 85 бот, 15 бот һолонан — 120 бот, 12 бот бойҙай һәм арпанан — 100—105 бот. Көтөүлек йәғни мал утлау урындары 500 дисәтинә тәшкил итә. Файҙалана торған ерҙәрҙе халыҡ ҡуртымға алмай. Йорт хужаларының күбеһе үҙҙәренең бүлендек еренән участкаларын: 157 дисәтинә һөрөнтө ерҙәрен — дисәтинәһенә 50-шәр тин, 234 дисәтинә сабынлыҡ һәм ҡалдауҙар — дисәтинәһенә 30-50-шәр тиндән ҡуртымға бирелә[9].
Ауылдың тирмән урыны — йылына 35 һум менән 12 йылға ҡортомға бирелә. Һыу тирмәне йәмғиәт милкендә. Ауылда кибет бар. Халыҡ заводтар тирәһенә лә эшкә урынлаша. Баҙар пункттары — Йүрүҙән һәм Ҡатау заводтары — менән бәйләнеште таулы-ташлы юлдар ҡыйынлаштыра»[10].
Ауылдың XX быуаттағы үҫеше
үҙгәртергә1906 йылда Урмансыла шулай уҡ 3 бакалея кибете, тимерлек теркәлгән.
Ә 1920 йылда Урмансылағы 85 йортта 443 кеше йәшәгән.
Урмансыла колхоз барлыҡҡа килгәндән һуң, «ауыл магазинында һатыусы, колхоз председателе, урман ҡараусыһы булып та» Мөхәмәтшәриф Мырҙакамалов эшләй. 1942 йылдың 6 ғинуарында һуғышҡа алына[11].
Колхоздарҙы эреләткәс, Урмансы ауылы Шәрифулла Хамматов исемендәге колхоздың бригадаһы була.
90-сы йылдарҙа Айрат һәм Дамир Мөрсәлимовтар «Уңыш» исемле фермер хужалығы ойоштора, бер аҙҙан үҙ аллы хужалыҡ булып айырылған «Шишмә» колхозы уға ҡушыла. Шулай уҡ «Солтановтар» фермер хужалығы бар[12].
Һуғыштан һуң — Урмансы 8-йыллыҡ мәктәбе, 90-сы йылдарҙан яңы ике ҡатлы бинала урта мәктәп эшләй. Урмансы 8-йыллыҡ мәктәбен Ленин ордены кавалеры, РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы Миһранов Ғәлимулла Ғимран улы етәкләй.
60-сы йылдар һуңында Мәҙәниәт йорто төҙөлә. Уның эргәһендә «Әхирәттәр» ҡатын-ҡыҙҙар клубы һәм «Етегән» фольклор ансамбле уңышлы эшләй[13].
2000 йылдарҙа «Мырҙаш» мәсете (имам — Шәймырҙин Наил хәҙрәт) төҙөлә, Урмансы шишмәһенә япма эшләнә. .
Ауылда шулай уҡ балалар баҡсаһы, фельдшер-акушер пункты эшләй. Урамдарға асфальт түшәлгән, һыу колонкалары бар.
Халыҡ һаны
үҙгәртергәУрмансы ауылында башҡорттар йәшәй (2002).
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 443 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 509 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 501 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 434 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 511 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 405 | 192 | 213 | 47,4 | 52,6 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Билдәле кешеләре
үҙгәртергә- Миһранов Ғәлимулла Ғимран улы (1924—2004), Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Почёт Билдәһе ордены кавалеры, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Хөрмәтуллин Әнүәр Ғәлиулла улы (1921-), Ленин ордены кавалеры.
- Рамазанов Янис Низаметдин улы (1968 йыл) — филолог, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы алып барыусыһы, тележурналист, әҙәби программалар бүлегенең баш белгесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2002).
- Талипова (Ҡоләхмәтова) Флүрә () — Стәрлетамаҡ педагогия академияһының башҡорт-рус филологияһы факультетын, театр училищеһын тамамлаған, Татарстандың Яр Саллы ҡалаһында йәшәй, йырҙар ижад итә, йырсы.
- Дилмөхәмәтов Хәйҙәр Хәбибрахман улы (1962) — Өфөләге Совет Армияһының музыкаль тәрбиәләнеүселәр мәктәп-интернатында уҡыған, 1979—1986 йй., тәүҙә Саратов лётчиктар училищеһының тынлы оркестрында, һуңғараҡ контракт буйынса Ватан алдында бурысын үтәй;һәүәҫкәр композитор. Мөрсәлимдә йәшәй, тимер юлсы.
- Ноғаманов Айҙар Самат улы (1982) — М. Аҡмулла исемендәге БДПУ тамамлаған, журналист, Салауат районының башҡорт телендә сыҡҡан «Йүрүҙән» гәзите редакторы булып эшләй.
- Бермөхәмәтов Илгиз Ирек улы () — БСТ каналының «Яңылыҡтар» бүлеге операторы
- Бермөхәмәтов Рәфис Ҡасим улы (1963—2005)- БДУ- ның химия факультетын тамамлаған, «Тарк» машина майын уйлап табыусы, бик күп патент авторы.
- Ноғаманова Әлиә Самат ҡыҙы (1983) — Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы сәнғәт гимназия-интернатын (2000), Башҡорт дәүләт университетын (2008) тамамлаған, рәссам, сит телдәр уҡытыусыһы.
- Сәйетғәлин Сафуан Лоҡман улы — Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2022), мулла, сәсән, ҡурайсы.
- Сәйетғәлин Сәйет Сафуан улы — йырсы, «Йәшлек шоу-2016» Республика йәштәр фестивалендә беренсе урын алыусы.
Урмансыла тыуып-үҫкәндәр
үҙгәртергәЗарипова Рәғиҙә Лоҡман ҡыҙы (1 июнь 1962, БАССР, Салауат районы, Урмансы ауылы) — Өфө ҡалаһы 140-сы Башҡорт гимназияһының башланғыс кластар уҡытыусыһы, «Баш ҡала байлығы» X конкурсында «Өфө — әүҙем гражданлыҡ позициялы кешеләр ҡалаһы» номинацияһында еңеп, Йәмәғәт премияһына лайыҡ булды. Рәғиҙә Лоҡман ҡыҙы 7 йыл директор урынбаҫары булып эшләне, башланғыс класс уҡытыусыларының мәктәп методик берекмәһен етәкләне[14].
Урамдары
үҙгәртергәТирә-яҡ мөхит
үҙгәртергә- Ер-һыу атамалары
Тау, ҡалҡыулыҡ исемдәре:
Бейектүбә аҫтынан шифа һыулы Урмансы шишмәһе — Һалҡын шишмә урғылып сыға.
Илсекәй осҡан — был тауҙың икенсе төп атамаһы Ямантау. 1914 йылда Ямантауҙа боксит мәғдәне табылғас, уны «Баҡал руда идаралығы» һатып ала. Ауыл ирҙәре үҙҙәренең аттары менән Силәбе өлкәһендәге Баҡалҡалаһына руда ташығандар. Шул тауҙа аты-йөгө менән ҡолаған Илсекәй осҡан тигән исеме лә халыҡ телендә һаҡланған.
Хужағол тауы — ауыл яғынан Һикеяҙ йылғаһы буйындағы һыу тирмәненә төшә торған тауҙы тирмән хужаһы Хужахмәт исеме менән бәйләп атап йөрөткәндәр.
Йылға, шишмә атамалары:
Һикеяҙ, Лаҡлы йылғаһы, Урмансы (Һалҡын) шишмә(һе), Лағыр(Ҡондоҙ) шишмәһе, Хөштәм шишмәһе
Урман, ер атамалары:
Иҫке Ҡыштау — Урмансы ауылының элекке урыны, ауылдан 1,5-2 саҡрым көнбайышта урынлашҡан. Элек унан Себер каторгаһына илтеүсе Ятап юлы үткән булған. Уларҙы ауыл халҡы ашатырға, кейендерергә тейеш булған. Ошо ауырлыҡтарҙан ялҡып, халыҡ Урмансының хәҙерге урынына күсенгән[16].
Көйөк — Иҫке Ҡыштау урынынан йыраҡ булмаған урманлы урын. Ата-бабалар элек, урмандың ағасын төпләп яндырып, иген баҫыуы эшләгән урынды Көйөк тип йөрөткәндәр. Һуңғараҡ Көйөктө яңынан урман баҫҡан.
Йылыгин тип элек Рус Илсекәйе байы Елагиндың ҡортомға алып эшкәрткән ерен әйтәләр[17].
Һарғамыш — Лаҡлы һәм Урмансы юл буйындағы ялан. Балаһар, Арҡа башы
Золом ҡорбандары
үҙгәртергәУрмансылағы «Осҡон» колхозы ветврачы Йосопов Һиҙиәт Йосоп улы (1901—1953) 1937 йылда, 1932, 1938 йылдарҙа, ике тапҡыр, ауылдың эшлекле ире, рус-япон һуғышында ҡатнашҡан, һуңғараҡ һыу тирмәне тотҡан Буранғолов Хужахмәт Буранғол улы[18], 1938 йылда Хужин Нурый, 1932 йылда Шаһиморатов Хәйбулла мулла[19] репрессияға дусар ителәләр.
Әйтеп үтер кәрәк, Хәйбулла имам 1917 йылдың июнь айында Ырымбурҙа үткән I Башҡорт съезында һәм 1917 авгусында үткән II Дөйөм башҡорт съезында делегат булып ҡатнаша. Һуңынан Златоуст өйәҙенең Ҡалмаҡҡол, Нәсибаш, Мырҙалар улусы башҡорттарын, 10 меңләп кешене, Нәсибаш улусына төбәк йыйынына саҡыра.
Харисов Талип Харис улы 1938 йылдың 16 ғинуарында, халыҡ дошманы, тип атып үлтерелә.
Динекәйев Абдрахман Динекәй улы, мөлкәте ауыл халҡына таратып бирелһә лә, балалары күп булыуға ҡарамаҫтан, бөтөн малын үҙе теләп колхозға тапшыра. 1942 йылда һуғышта хәбәрһеҙ юғала[20]
Бөйөк Ватан һуғышынан әйләнеп ҡайтмаған яугирҙәр
үҙгәртергәМәғлүмәт сығанаҡтары.
- Хәтер китабында Салауат районы яугирҙәре, Память Башкортостан. Книга 17. Салаватский район, 1-102 с..
Яу яланынанда йәки госпиталдә үлеп ҡалғандар.
Шәрифе, исеме, атаһы исеме | Тыуған йылы | Үлгән йылы | Ҡыҫҡаса мәғлүмәт |
Аллаяров Йәғәфәр Аллаяр улы | __.__.1905 | 01.09.1943 | рядовой, яу яланында үлгән, Салауат РВК-нан һуғышҡа алынған. 73-сө уҡсылар дивизияһы уҡсыһы. Орёл өлкәһе, Кромский районы, Лепешкино ауылында ерләнгән. |
Ғәйнитов Ғилметдин Ғәйнит улы | __.__.1910 | 06.07.1942 | рядовой, яу яланында үлгән, Салауат РВК-нан һуғышҡа алынған. 342-се уҡсы дивизияһы, 1146-сы уҡсы полкы. Калинин өлкәһе, Зубцовский районында ерләнгән. |
улы | хххх йыл | хххх йыл | Хәтер китабында
--> |
улы | хххх йыл | хххх йыл | Хәтер китабында
--> |
улы | хххх йыл | хххх йыл | Хәтер китабында
--> |
улы | хххх йыл | хххх йыл | Хәтер китабында
--> |
улы | хххх йыл | хххх йыл | Хәтер китабында
--> |
улы | хххх йыл | хххх йыл | Хәтер китабында
--> |
Хәбәрһеҙ юғалғандар
Шәрифе, исеме, атаһы исеме | Тыуған йылы | Юғалған йылы | Ҡыҫҡаса мәғлүмәт |
Аҡмырҙин Миңдебай Йосоп улы | __.__.1903 | 11.12.1943 | сержант, хәбәрһеҙ юғалған, Салауат РВК-нан һуғышҡа алынған. |
Аллаяров Ғибәй Аллаяр улы | __.__.1917 | __.10.1943 | рядовой, хәбәрһеҙ юғалған, Салауат РВК-нан һуғышҡа алынған. |
Бәҙретдинов Ғәбит | __.__.1924 | __.__.1944 | рядовой, хәбәрһеҙ юғалған, Салауат РВК-нан һуғышҡа алынған. |
Ғәлләмов Баяз Ғәлләм улы | __.__.1910 | __.03.1942 | рядовой, хәбәрһеҙ юғалған, Салауат РВК-нан һуғышҡа алынған. |
улы | хххх йыл | хххх йыл | Хәтер китабында
--> |
улы | хххх йыл | хххх йыл | Хәтер китабында
--> |
улы | хххх йыл | хххх йыл | Хәтер китабында
--> |
улы | хххх йыл | хххх йыл | Хәтер китабында
--> |
улы | хххх йыл | хххх йыл | Хәтер китабында
--> |
улы | хххх йыл | хххх йыл | Хәтер китабында
--> |
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәҠушаматтар
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана (справочник). Уфа: Китап, 2001, книга 9, 145—148 с.
- Хисамитдинова Ф. Г. Башкирская ойконимия XVI—XIX вв. Уфа, Башкирское книжное издательство, 1991.
- Гвоздикова И. М. Салават Юлаев. Следственные материалы. Уфа, 1992.
- Ахмадиев Б. Х., Гафаров Х. А., Гибадуллин В. Г. На земле легендарного Салавата. Уфа, 1988.
- Мирхайдаров Р. М. История деревни Урманчино. С. 132—138 — Республиканский форум краеведов и музейных работников, посвящённый 75-летию Победы в Великой Отечественной войне / Сборник статей и материалов 1 декабря 2020 г./ Ред.-сост.: М. М. Зулькарнев (отв. редактор), С. А. Севастьянов, М. В. Гаухмаг, К. А. Мельникова. —. Уфа: Книга-Принт, 2020. — 376 с.: илл. ISBN 978-5-6045370-5-3
Урмансы тураһында ваҡытлы матбуғат
үҙгәртергә- Ағиҙел, 2002, 4-се һан.
- Мирхәйҙәров А. Р. Олатайым һөйләгәндәре (ер-һыу атамаларының килеп сығышы) — Йүрүҙән, 2002, 85-се һан, 19 октябрь.
- Сәйетғәлин Сафуан. Түбәләҫ ырыуы. Әйт, тиһәгеҙ, әйтәйем (ҡобайырҙар) — Йүрүҙән, 2006, 20-се 11 март.
- Абдуллина М. Ф. Изгелек орлоғо сәсеүселәр — Йүрүҙән, 2006, 50-се һан, 21 июнь.
- Ағиҙел, 2006, 8-се һан, 155-се бит.
- Мирхәйҙәров Р. М. Урмансының сәйәси золом ҡорбандары — Йүрүҙән, 2006, 88-се һан, 28 октябрь.
- Мирхәйҙәров Р. М. Аҡбалталар шәжәрәһе — Йүрүҙән, 2008, 5-се һан, 16 ғинуар.
- Ноғаманов Айҙар. Ғаилә фотоһы тарихынан (Фәйрүзә Дилмөхәмәтова тураһында) — Йүрүҙән, 2008, 87-се һан, 29 октябрь.
- Зәлифә Әбүбәкерова (инеш һүҙ) Олатайым тормошо һәм мираҫы — «Ағиҙел» ж., 2021 йыл, 6-сы һан, июнь, 170 б.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Урмансы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 522. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- Урмансы ауылы хаҡында «Геналогия и архивы» сайтында (рус.)
- Народный ансамбль «Етегән» из д. Урманчино встречает французов из ЮНЕСКО
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Урмансы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Мирхәйҙәров Рифат Мәүлит улы. Аҡбалталар шәжәрәһе — Йүрүҙән, 2008, 5-се һан, 16 ғинуар
- ↑ А. А. Камалов, Ф. У. Камалова «Атайсал», Өфө, Китап, 2001, 285-се б.; Мирхәйҙәров Рифат Мәүлит улы. Аҡбалталар шәжәрәһе — Йүрүҙән, 2008, 5-се һан, 16 ғинуар
- ↑ А. Асфандияров. Любезные вы мои… Уфа: Китап, 1992, с.30
- ↑ Мирхәйҙәров Рифат Мәүлит улы. Аҡбалталар шәжәрәһе — Йүрүҙән, 2008, 5-се һан, 16 ғинуар
- ↑ Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001, 145—146 с.
- ↑ МИБ. Т. 5. С. 128. Такого мнения придерживаются Ф. Хисамитдинова и Р. Шакуров ЦГИА РБ. Ф. 138. Оп. 2. Д. 345 (1816 г.), 485 (1834 г.)
- ↑ Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001
- ↑ Зәлифә Әбүбәкерова (инеш һүҙ) Олатайым тормошо һәм мираҫы — «Ағизел» ж., 2021 йыл, 6-сы һан, июнь, 170 б.
- ↑ Мирхәйҙәров Рифат Мәүлит улы. Аҡбалталар шәжәрәһе — Йүрүҙән, 2008, 5-се һан, 16 ғинуар
- ↑ Абдуллина М. Ф. Изгелек орлоғо сәсеүселәр — Йүрүҙән, 2006, 50-се һан, 21 июнь
- ↑ Зарипова Рагида Лукмановна
- ↑ Карта д. Урманчино. Улицы
- ↑ Мирхайдаров Р. М. История деревни Урманчино. С. 132—138 — Республиканский форум краеведов и музейных работников, посвящённый 75-летию Победы в Великой Отечественной войне / Сборник статей и материалов 1 декабря 2020 г./ Ред.-сост.: М. М. Зулькарнев (отв. редактор), С. А. Севастьянов, М. В. Гаухмаг, К. А. Мельникова. —. Уфа: Книга-Принт, 2020. — 376 с.: илл. ISBN 978-5-6045370-5-3
- ↑ Мирхәйҙәров Айнур Рифат улы. Олатайым һөйләгәндәре (ер-һыу атамаларының килеп сығышы) — Йүрүҙән, 2002, 85-се һан, 19 октябрь
- ↑ Ағиҙел, 2002, 4-се һан
- ↑ Ағиҙел, 2006, 8-се һан, 155-се бит
- ↑ Мирхәйҙәров Рифат Мәүлит улы. Урмансының сәйәси золом ҡорбандары — Йүрүҙән, 2006, 88-се һан, 28 октябрь
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |