Төп менюны асырға

Ҡорғаҙаҡ — Ҡаратауҙан ағып сыҡҡан шишмә, шифалы һыу сығанағы, Йүрүҙән йылғаһының һул яҡ ҡушылдығы. Башҡортостан Республикаһының тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965), «Янғантау» республика ҡурсаулығы биләмәһенә инә. Салауат районындағы Ҡаратау армыттарында, Янғантау шифаханаһынан 3 км алыҫлыҡта, Комсомол ауылы янында ағып сыға.

Ҡорғаҙаҡ шишмәһе
Кургазак, фото 4.JPG
Характеристика
Һыу ағымы
Тамағы Йүрүҙән
 · Координаталар 55°16′25″ с. ш. 58°08′09″ в. д.HGЯO
Урынлашыуы
Һыу бассейны Йүрүҙән → Ҡариҙел → Ағиҙел → Кама → Волга → Каспий диңгеҙе

Ил Рәсәй Рәсәй
Регион Башҡортостан
Район Салауат районы
Ҡорғаҙаҡ шишмәһе (Башҡортостан Республикаһы)
Blue 0080ff pog.svg
Blue pog.svg
тамағы
Ҡорғаҙаҡ шишмәһе Викимилектә

ҮҙенсәлегеҮҙгәртергә

Дебит миҡдары 100—125 с/сек. Һыу температураһы даими (16—16,5С), ҡышын туңмай, радиоактивлы һәм минераллашҡан.

Сотавы: гидрокарбонатналы, магний-кальцийлы (НСО3 84—87 экв%, Са 57—60 экв%, Мg 34 экв. %), өс валентлы мышьяк кислотаһы (3,9 мг/л).

Ҡорғаҙаҡ шишмәһе Ҡаратауҙың ер аҫты һыуҙары иҫәбенә тулылана.

ФоторәсемдәрҮҙгәртергә

ҺылтанмаларҮҙгәртергә