Михайловка

Салауат районындағы бөткән ауыл

Михайловка — 1874 йылда Өфө губернаһының Златоуст өйәҙендә нигеҙләнгән ауыл (хәҙер Силәбе өлкәһенә ҡарай)[2].

Михайловка
Дәүләт  Рәсәй империяһы
Административ-территориаль берәмек Өфө губернаһы
Хәҙерге административ берәмек сиктәрендә урынлашҡан Салауат районы һәм Силәбе өлкәһе
Халыҡ һаны 647 кеше (1920)[1]

Михайловка ауылына (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Салауат районы үҙәге Малаяҙҙан алыҫ булмаған, Силәбе өлкәһе территорияһына ҡараған ауыл) Өфө губернаһының Малаяҙ ауылы крәҫтиәндәре 1874 йылда нигеҙ һала. Ауыл булып ултырыу өсөн улар Ҡаратаулы ауылы башҡорттарынан ер һатып ала. Башта ауылда йорттар һаны 40 ҡына була, быуат һуңында иһә 50-гә етә. Шуға ҡарамаҫтан ерҙә 40 йорт араһында ғына бүлешәләр. Ҡайһы бер пайҙар тағы бер нисә ваҡ өлөштәргә бүленә[2]. Тарихсы Әнүәр Әсфәндийәровтың «Башҡортостандың һәм уға сиктәш территориялар ауылдарыны тарихы» китабында бәйән ителеүенсә, ауылда 8 ашлыҡ һуғыу һәм 20 иген киптереү ҡорамалы була. Завод хужаларына эшләгән 6 йорт хужаһы 50 дисәтинә һөрөнтө ергә эйә була. Ерҙең 105 дисәтинәһе көтөүлеккә бүленә, унда мал, шул иҫәптән 233 баш йылҡы көтәләр[2].

1920 йылда Михайловка ауылында 113 йорттар 647 кеше йәшәүе теркәлә. Уның ҡасан Иҫке һәм Яңы Михайловкаға бүленеүе билдәле түгел[2]. Бөгөн Салауат районында Яңы Михайловка ауылы бар.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә