«Башкирнефтепродукт» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Мөрсәлим филиалы

Викидатала элемент тултырылмаған

«Башкирнефтепродукт» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Мөрсәлим филиалы — 2002 йылдың 28 ноябрендә теркәлгән.

Рәсәй нефтебазалары тарихы

үҙгәртергә

Тәүге нефть келәттәре — хәҙерге заман нефтебазалары прообразы — Рәсәйҙә XVII быуатта барлыҡҡа килгән. Нефтте балсыҡлы грунттағы йәки үҙенсәлекле цемент менән ҡатырылған һәм көмбәҙле таш ҡапҡастар менән ябылған ер аҫтындағы таш резервуарҙа 4…5 метр тәрәнлектәге ер соҡор-амбарҙарҙа һаҡлағандар. Нефтте һаҡлауҙың шундай ысулы XIX быуаттың икенсе яртыһына тиклем дауам иткән. Таш резервуарҙар күләме 50000 м³-ҡа еткән. Нигеҙҙә улар баҡы нефть промыслалары районында төҙөлгән.

Рәсәй территорияһында XIX быуаттың 80-се йылдар башына саҡлы кәрәсин тейәп килтерелгән америка имән мискәләре ҡулланылған. Әммә 1881 йылда Царицында (хәҙер Волгоград) «Ағалы-энеле Нобель товарищество»һында 8 бот һыйҙырышлы мискәләр эшләп сығарыусы механик мискә яһағыс уйлап табылған. Артабанғы йылдарҙа шуға оҡшаш етештереү Ярославлдә, Рыбинскиҙа, Һарытауҙа, Өфөлә һ. б. ҡалаларҙа барлыҡҡа килгән. Рәсәйҙә төрлө күләмдәге шыйыҡса һыйҙырышлы ағас һәм металл һауыт етештереү һәм йүнәтеү буйынса үҙ матди-техник базаһын булдырыу нефть лавкалары, нефть келәттәре һәм нефтебазалар тарафынан ассортименты, һаны, сифаты һәм заказ бирелгән нефть продукттарын ваҡытында ҡулланыусыға еткереү мөмкинлек биргән.

Тәүге нефтебазалар тарҡау, планһыҙ төҙөлгән, маҡсатҡа ярашлы ҡулланылмаған, фән һәм техника талаптары иҫәпкә алыемаған.

СССР-ҙа иретеп йәбештереп яһалған резервуарҙарға 1937 йылда тәүге дәүләт стандарты барлыҡҡа килгән. Ул саҡта төп талаптар 11,6 һәм 22,2 м³ күләмле параметрлы резервуарҙарға ҡуйылған булған. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда — 1944 йылда — иретеп йәбештереп техникаһын камиллаштырыу менән бәйле 4600 м³ күләмле иретеп йәбештереү ысулы менән яһалған резервуарҙарға ГОСТ ҡабул ителгән. 1951 йылға ҡоросто иретеп йәбештереү юлы менән эшләнгән резервуарҙарҙың иң юғары максимальный күләме 10500 м³ еткән. Һуңғараҡ резервуарҙарҙы фәҡәт иретеп йәбештереү ярҙамында эшләгәндәр. Уларҙың юғары күләме 50000 м³ еткән.

Көнбайыш Себерҙә яңы ятҡылыҡтар асыу менән бәйле нефть сығарыуҙың ҙур тиҙлектә үҫеше нефть продукттарын етештереү күләмен арттырҙы, шуның һөҙөмтәһе булып нефть продукттары менән тәьмин итеү системаһы үҫешенә ҡеүәтле импульс бирҙе. Был осорҙа ул Дәүләт комитетына — РСФСР Нефтепродукт Дәүләт комитетына берләшә. 70-се йылдар аҙағында — начале 80-се йылдар башында был тармаҡҡа 52 территориаль идаралыҡ, шул иҫәптән 1224 нефтебаза, 496 нефтебаза филиалы, 9893 стационар һәм күсереп йөрөтөлөүсе автозаправка станциялары ҡараған. Вертикаль һәм горизонталь резервуарҙарҙың бөтә булған һыйҙырыш күләме 28 млн м³-ҙан артыҡ, тармаҡтың ҡулланыу йөк әйләнеше — 320 млн тоннаға яҡын булған.

90-сы йылдар башынан нефть продукттары менән тәьмин итеү системаһы бик тиҙ үҙгәрә башлай. Бик ҡыҫҡа ваҡыт эсендә РСФСР Госкомнефтепродукты «Роснефтепродукт» концерны тип үҙгәртеп ҡорола, һәм ул, үҙ сиратында, башҡа дәүләт структуралары менән «Роснефть» дәүләт предприятиеһы подразделениеһы — «Главнефтепродукт» тип үҙгәртеп ҡорола. Хәҙерге осорҙа нефть табыуҙың һәм шуға ярашлы нефть продукттарын етештереүҙең кәмеүе менән бәйле количество нефтебазалар һаны ла ҡыҫҡарҙы. Бер үк ваҡытта бөтә нефть компаниялары ла әүҙем рәүештә автозаправка станциялары төҙөү менән мәшғүл[1].

Эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Мөрсәлим нефтебазаһы 1935 йылда асылған.

Һуғыш йылдарында һәм һуғыштан һуңғы йылдарҙа Мөрсәлим нефтебазаһының директоры булып Сәйетғәлин Әхтәм Сәйетғәле улы (1908—1987) эшләгән.

Мөрсәлим нефтебазаһының төп эшмәкәрлек төрө — «Мотор яғыулығын ваҡлап һатыу».

Хәҙерге көндә тулы атамаһы — «Башкирнефтепродукт», Асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Мөрсәлим филиалы.

Юридик адресы: 452485, Башҡортостан Республикаһы, Салауат районы, Мөрсәлим ауылы, Крупская урамы, 1-се йорт.

Ойоштороу-хоҡуҡи формаһы — вәкәләтлектәре һәм филиалдары. Милек тибы — башҡа төрлө ҡатнаш рәсәй милеге. Төп дәүләт регистрация номеры: 1020203088927[2].

Беренсел теркәү датаһы — 2002 йылдың 28 ноябре.

Ярҙамсыл эшмәкәрлек төрҙәре:

  • Урындағы торба үткәргестәр, элемтә һәм электр үткәргес линиялары — һуҙыу һәм төҙөү
  • Мотор яғыулығы (авиация бензинын индереп) — күмәртәләп һатыу
  • Бөтә төр биналар һәм ҡоролмалар — дөйөм төҙөлөш эштәре
  • Мотор яғыулығы, автотранспорт өсөн яғыулыҡ-майлау материалдары — ваҡлап һатыу
  • Яғыулыҡ — агенттар аша һатыу

Ҡаҙаныштары, наградалары

үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Резервуар вертикальный стальной

Сығанаҡтар

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. https://www.metod-kopilka.ru/issledovatelskaya_rabota_na_temu_istoriya_obrazovaniya_s.mursalimkino-2471.htm
  2. Сайт: Общероссийский классификатор организационно-правовых форм: Представительство и филиал, ИНН: 0274052610