Яңы Ҡаратаулы
Яңы Ҡаратаулы (рус. Новые Каратавлы) — Башҡортостандың Салауат районындағы ауыл. Әлкә ауыл Советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 364 кеше[2]. Почта индексы — 452481, ОКАТО коды — 80247805003[3].
Ауыл | |
Новые Каратавлы башҡ. Яңы Ҡаратаулы | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
452481 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Географик урыны
үҙгәртергә- Район үҙәге (Малаяҙ): 8 км
- Ауыл советы үҙәге (Әлкә): 7 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Кропачёво): 21 км
Яңы Ҡаратаулы ауылы Йүрүҙән йылғаһы буйында, район үҙәге Малаяҙ ауылынан көньяҡҡа табан 8 километрҙа һәм Кропачёво (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан төньяҡ-көнсығышҡа табан 21 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[4].
Тарихы
үҙгәртергәӨфө өйәҙе Ҡаратаулы улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә Ҡаратаулы/Яңы Ҡаратаулы ауылына нигеҙ һалған. XVIII быуат башынан уҡ билдәле булған тәүге ауыл исеме ырыу атамаһы йәки этнонимдан алынған — Ҡаратаулы тип аталған[5].
1865 йылда, төп Ҡаратаулы ауылы менән бергә иҫәпләгәндә, 50 йортта 234 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр. 2 мәсет, һыу тирмәне булған[6].
Биләмә берәмектәренә инеүе
үҙгәртергәТеркәү йылы | Улус, ауыл советы | Өйәҙ, кантон, район | Губерна, Республика | Дәүләт |
---|---|---|---|---|
1816 | 10-сы йорт | 8-се Башҡорт кантоны | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1834 | 10-сы йорт | 8-се Башҡорт кантоны | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1847 | 10-сы йорт | 8-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1859 | 10-сы йорт | 8-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1895 | Ҡаратулы улусы | Златоуст өйәҙе | Өфө губернаһы | Рәсәй империяһы |
1920 | Нәсибаш улус Советы (1918 й.), Ҡаратаулы ауыл Советы | Мәсәғүт кантоны | Автономлы Башҡорт ССР-ы | РСФСР |
1926 | Ҡаратаулы ауыл Советы (1923 йылдан) | Мәсәғүт кантоны | Автономлы Башҡорт ССР-ы | СССР |
1935 | Ҡаратаулы ауыл Советы | Малаяҙ районы | Башҡорт АССР-ы | СССР |
1941 | Ҡаратаулы ауыл Советы | Салауат районы | Башҡорт АССР-ы | СССР |
1967-1978 | Малаяҙ ауыл Советы | Салауат районы | Башҡорт АССР-ы | СССР |
1978 | Салауат ауыл Советы | Салауат районы | Башҡорт АССР-ы | СССР |
1990 | Әлкә ауыл советы | Салауат районы | Башҡортостан Республикаһы | Рәсәй Федерацияһы |
Ауылдың XX быуаттағы һәм хәҙерге үҫеше
үҙгәртергә1906 йылда яңы Ҡаратаулы ауылында мәсет, бакалея кибете булған[7].
1916 йылдың май айында 16 хужа Иҫке-Ҡаратаулы (хәҙер Малаяҙ) ауылынан Йәшә йылғаһы буйына үҙ белдеге менән күсеп ултыра. Был башбаштаҡлыҡ Йәшә йылғаһы буйындағы матур уңдырышлы ерҙәрҙе ситтәргә һатыу тураһында һүҙ ҡуҙғатылғас эшләнә. Күсенеүселәр тиҙ арала бер-береһенә ярҙам итеп, өйҙәр күтәрәләр, һуңынан Ғүмәр улы Вәхит ауыл халҡына ер бүлеү мәсьәләһен юллап Өфөгә китә. Күсенеүселәр: Әхмәтйән Ғәлиулла улы, Вәхит Ғүмәр улы, Мөхәмәтйән Сәлих улы, Байрамғол Ислам улы, Аллабирҙе Ҡотлоҡәләм улы, Вәли Нафиҡ улы, Бәшир Ғәлиулла улы, Ғәли Нафиҡ улы, Ғарифулла Ишбулды улы, Шәрәфетдин Тажетдин улы, Бәҙретдин Фәхри улы, Ғәйнулла Зарип улы, Исламғол Бикйән улы, Әсмәндиәр Ҡотлоҡәләм улы, Әбделғәзе Нафиҡ улы, БаҺауетдин Нафиҡ улы.
Һәр кемдә ике-өс ат, һыйыр малы, барыһында булмаһа ла, тарантас, кошовка, яҡшы сбруйҙар була. Ғаиләләрҙә дүрттән алып етегә тиклем бала булғанлыҡтан, һәр эште үҙ көстәре менән башҡарғандар, ялсы көсө ҡулланмағандар. Яңы Ҡаратаулыларҙың төп кәсебе мал аҫрау, иген игеү була. Ерҙе һуҡа менән һөрәләр, ағас тырма менән эшкәртәләр.
1917-1918 йылдарҙа ғына ашлыҡ һуғыу машиналары, тимер һабан, зиг-заг, колючкалар күренә башлай, тимерлек ойоштороп ебәрәләр. Ҡыш көндәре Ҡытау-Ивановск, Эҫем, Әшә, Ҡытаутамаҡ, Йүрүҙән ҡалаларында эшләгәндәр, шундағы заводтарға ағас күмере әҙерләгәндәр.
1930 йылдарҙа коллективлаштырыу башланғас, Яңы Ҡаратаулы һәм Иҫке Ҡаратаулы ауылдарын «Үрге Үҙән» колхозына берләштерәләр. Колхоздың беренсе рәйесе булып Ҡыйғы районы Ҡолбаҡ ауылынан Әғлиулла улы Раев эшләй. Колхоз төҙөлгән мәлдәрҙә бер кемде лә кулак тип сәйәси золомға дусар итмәйҙәр, сөнки бер кемдең дә хеҙмәтселәре булмай. Һәр хужалыҡ үҙ көсө менән көн күрә.
1938 йылда Яңы Ҡаратаулы ауылы айырым «Үрнәк» колхозы ойоштороп бүленеп сыға. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда ауылда 40 хужалыҡ була. Ауылдан 57 ир-егет һуғышҡа китә, шуларҙың 26-һы әйләнеп ҡайтмай. Иҫке Ҡаратаулы ауылын Малаяҙ тип йөрөтө башлағас, Яңы Ҡаратаулыны Ҡаратаулыға әйләндерәләр[8].
Әлеге ваҡытта ауылда Әлкә урта мәктәбенең филиалы — Ҡаратаулы башланғыс мәктәбе, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәсет бар[9].
Халыҡ һаны
үҙгәртергәҠаратаулы ауылында башҡорттар йәшәй (2002).
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1920 йыл 26 август | 491 Иҫке Ҡаратаулы менән бергә | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 303 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 320 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 295 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 354 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 364 | 182 | 182 | 50,0 | 50,0 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Билдәле кешеләре
үҙгәртергәЯңы Ҡаратаулыла тыуып-үҫкәндәр
үҙгәртергәУрамдары
үҙгәртергә- Көнсығыш тыҡрыҡ (рус. Восточный (переулок)
- Урман урамы (рус. Лесная (улица)
- Мәктәп урамы (рус. Школьная (улица)
- Болон урам (рус. Луговая (улица)
- Тау урамы (рус. Горная (улица)
- Яр буйы урамы (рус. Набережная (улица)
- Йүрүҙән урамы (рус. Юрюзань (улица)
- Йәштәр урамы (рус. Молодёжная (улица)
- Юл тыҡрығы (рус. Дорожный (переулок)
- Үҙәк урам (рус. Центральная (улица)
- Мәктәп яны урамы (рус. Пришкольная (улица)[10]
Тирә-яҡ мөхит
үҙгәртергә- Ер-һыу атамалары
Тауҙар:
- Сейәле тау, Кәштәтау,Сатра, Беренсе ҡул, Икенсе ҡул, Өсөнсө ҡул, Боланбай, Ғиззәт ҡулы, Ҡарағайҙы ҡул, Алматау, Шәйәхмәт тауы
Йылғалар:
- Йүрүҙән, Йәшә, Ҡаран
Шишмәләр:
- Аҡшишмә, Мәғрифә шишмәһе, Кәүҫәр шишмәһе
Ялан-бесәнлектәр:
- Ҡаран, Төбәк, Филат төбәге, Питтәнсә, Дәүҡул, Умарта ҡулы
Таусыҡтар, түбәләр:
Башҡа урын-ер атамалары:
- Ҡыя юл, Салауат тишеге, Осто көйөҙ, Һырт, Аръяҡ, Аҡташ, Ҡыҙыл яр
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Ҡаратаулы ырыуы
- Мырҙалар ырыуы
Ҡушаматтар
үҙгәртергәКәшил, Ыумас, Тартай , Өкө, Өсҡолаҡ, Кесерткән, Шәрәкәй, Күгат, Полтора, Хәким, Алла биргән
Яңы Ҡаратаулы һәм ҡаратаулылар тураһында ваҡытлы матбуғат
үҙгәртергәСығанаҡтар
үҙгәртергәДоклад"Яңы -Ҡаратаулы" ауылының 70 йыллыҡ юбилейы"(Мырзахан Шәйәхмәт улы Галин. 1986 йыл, 16 июнь)
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001 — 304 с. — ISBN 5—295—02843—7 (рус.)
- Хисамитдинова Ф. Г. Башкирская ойконимия XVI—XIX вв. Уфа, Башкирское книжное издательство, 1991
- Асфандияров А. З. Любезные вы мои… Уфа: Китап, 1992, с.18
- Гвоздикова И. М. Салават Юлаев. Следственные материалы. Уфа, 1974
- Ахмадиев Б. Х., Гафаров Х. А., Гибадуллин В. Г. На земле легендарного Салавата. Уфа, 1988
- Земля салаватская, земля батыра./ Автор-составитель: Сабирьянова С. Г. — Уфа: АН РБ, Гилем, 2010. — 400 с. (рус.)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Яңы Ҡаратаулы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 514. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с. (рус.) ISBN 978-5-87691-038-7.
- Яңы Ҡаратаулы ауылы тураһында мәғлүмәт «Геналогия и архивы» сайтында (рус.)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Яңы Ҡаратаулы ауылы «Госсправка» сайтында
- ↑ Яңы Ҡаратаулы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Яңы Ҡаратаулы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 514. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 514. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 514. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Яңы Ҡаратаулы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Карта д. Новые Каратавлы. Улицы
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |