Вәхитов Ҡәнзәфәр Йомаҙил улы

Викидатала элемент тултырылмаған

Ҡәнзәфәр Йомаҙил улы Вәхитов (10 ғинуар, 1928 йыл) — «Совет Башҡортостаны» гәзите редакторының урынбаҫары, Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы эргәһендәге Дәүләт именлеге комитеты урынбаҫары, полковник.

Бографияһы үҙгәртергә

Ҡәнзәфәр Йомаҙил улы Вәхитов 1928 йылдың 10 ғинуарында БАССР-ҙың Мәсәғүт кантоны Мырҙалар улусы Иҫке Ҡаратаулы ауылында тыуған. Иҫке Ҡаратаулы урта мәктәбен тамамлаған.


Яу һәм хеҙмәт юлы үҙгәртергә

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында төрлө эштәр башҡарған.

19441945 йылдар — район гәзитендә яуаплы сәркәтип.

1951 йылда инженер-технолог һөнәре буйынса Өфө авиация институтын тамамлай.

19511953 йылдар — Өфө машиналар эшләү заводында өлкән инженер-технолог булып эшләй.

Артабан КПСС-тың Өфө өлкә комитетына инструктор итеп тәҡдим ителә.

Өфө өлкә комитетын үҙгәртеп ҡорғандан һуң, 1960 йылға саҡлы партияның Башҡортостан өлкә комитетында сәнәғәт һәм транспорт бүлеге инструкторы, пропаганда һәм агитация бүлеге мөдире урынбаҫары, «Совет Башҡортостаны» гәзите редакторының урынбаҫары булып эшләй.

1960 йылдың сентябренән 1962 йылдың июненә саҡлы Мәскәүҙә КПСС Үҙәк Комитетының Юғары партия мәктәбендә уҡый.

19621963 йылдарҙа — БАССР Министрҙар Советы эргәһендәге радио тапшырыуҙар һәм телевидение комитеты рәйесе урынбаҫары.

1963 йылдың майынан 1987 йылдың майында отставкаға киткәнгә саҡлы Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы ҡарамағындағы Дәүләт именлеге комитетында башта комитет рәйесенең кадрҙар буйынса урынбаҫары, 1971 йылдан 1987 йылға тиклем Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы эргәһендәге Дәүләт именлеге комитеты урынбаҫары булып эшләй. Полковник.

Наградалары үҙгәртергә

  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
  • «1941-1945 йй. Бөйөк Ватан һуғышында маҡтаулы хеҙмәте өсөн» миҙалы
  • «Айырыуса яҡшы хеҙмәте өсөн» миҙалы
  • «Ҡораллы Көстәрҙә маҡтауға лайыҡлы хеҙмәте өсөн» миҙалы

Сығанаҡтар үҙгәртергә

Вәхитов Ҡәнзәфәр Йомаҙил улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Земля салаватская, земля батыра. — Уфа: АН РБ, Гилем, 2010 — с. 256—257.

Һылтанмалар үҙгәртергә


Иҫкәрмәләр үҙгәртергә