Иҫке Куркин (Әбделмән)

Салауат районындағы бөткән ауыл

Иҫке Куркин (тәүге исеме — Әбделмән, һуңынан — Иҫке Әбделмән, рус. Старокуркино) — Башҡортостан Республикаһы Салауат районының хәҙерге Лағыр ауыл Советы биләмәһе составына кергән, 1793 йылда нигеҙләнгән, хәҙер бөткән ауыл.

Иҫке Куркин
Нигеҙләү датаһы 1793[1]
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Лағыр ауыл советы

Малаяҙ ауылынан типтәр, йөҙ башы Әбделмән Нәсибашев (Иҫәнбаев, Иҫәнбәтов) Ҡаратаулы улусының аҫаба башҡорттары менән 1793, 1805, 1829 йылдарҙа килешеү төҙөп, Әбделмән тигән ауылға нигеҙ һалған. Ауыл Оло Ләҙе (Лазя) йылғаһының буйында урынлаша, үҙ тирмәне була. Иҫке Әбделмәндең Мөрсәлим станцияһынан 37 саҡырым алыҫлыҡта булыуы тураһында мәғлүмәт бар.[2]

Үҙе керҙәш булыуына ҡарамаҫтан, ул ҡуртымға алған ерҙәренә типтәрҙәрҙе һәм рус крәҫтиәндәрен керетә, уларға шунда төйәкләнергә рөхсәт итә башлай. Аҫаба башҡорттар менән төҙөгән килешеүгә ярашлы, ул йылына һәр ихатанан — 10 тин, һуңынан 5 тин оброк түләргә тейеш була. Ике йылдан һуң бында берәр типтәр һәм мишәр ихатаһы, 12 ихатала Пермь губернаһы Красноуфимск өйәҙенән быға тиклем Кесе Тәҙтүбә мордва ауылында йәшәгән 50 ҡаҙна крәҫтиәне теркәлә. 10 йылдан һуң тағы ла 10 крәҫтиән килә. Крәҫтиәндәр түләү индермәй башлағас, Әбделмән, килешеү нигеҙендә алған ерен үҙенең шәхси милке тип белдереп, крәҫтиәндәрҙе алдап, янап, уларҙы керҙәш иткәне өсөн 30 йорттан йылына 70 һум, артабан 5-әр һум йыйыуға өлгәшә. Яйлап ауылдың исеме Куркинға әйләнеп китә. 1805 йылда Әбделмән ауылының 466 дисәтинә ере крәҫтиәндәргә 50 йылға ҡуртымға тапшырыла[2]. 1920 йылғы иҫәп алыу мәғлүмәттәре буйынса Яңы Куркин ауылы ғына теркәлә.

Этимологияһы

үҙгәртергә

Ауылдың тәүге исеме Әбделмәндең килеп сығышы билдәле булһа ла, ҡасан һәм нисек итеп уның Куркинға әйләнеүе — билдәһеҙ. Башҡорт АССР-ының топонимдар һүҙлегендә ул Иҫке Куркино[3] тип билдәләнһә лә, Ф. Хисамитдинова менән З. Сиражетдинов авторлығында сыҡҡан «Русско-башкирский словарь названий населенных пунктов Республики Башкортостан» китабында атаманың Куркин фамилияһынан килеп сығыуы күрһәтелә[4]. Рәсәйҙә был киң таралған фамилия һәм ауылда ошо фамилиялы ғаиләләр йәшәй. Мәҫәлән, Бөйөк Ватан һуғышында Куркин Никандр Матвеевичтың[5] ҡатнашып вафат булыуы тураһында мәғлүмәт бар.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә