«Синтезхим» сәнәғәт компанияһы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт
Викидатала элемент тултырылмаған |
«Синтезхим» сәнәғәт компанияһы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте — Башҡортостан Республикаһының Салауат районы Мөрсәлим ауылында урынлашҡан эзбизташ эшкәртеү предприятиеһы.
Завод Башҡортостан Республикаһының Салауат районындағы матур тәбиғәт ҡосағында, Мәсет тауы, Әй ҡушылдығы — Олөйөр йылғаһы буйында урынлашҡан. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлеше — яндырылмаған киҫәкле эзбизташ етештереү һәм һатыу.
Тарихы
үҙгәртергәМөрсәлим ауылын көньяҡтан һәм көнсығыштан ярым ҡулса рәүешендә Урал тауы армыттары уратып алған.
Оҙаҡ йылдар дауамында урындағы халыҡ һунарсылыҡ, солоҡсолоҡ, балыҡсылыҡ, ағас әҙерләү һәм уны эшкәртеү менән шөғәлләнгән.
Артабан ер эшкәртеү килем сығанағына әйләнгән. Йомарт ер хеҙмәтсән халыҡҡа һәм уларҙың мал-тыуарына ризыҡ биргән.
Ләкин XIX быуат аҙағына саҡлы тауҙар үҙҙәренең ысын хазинаһын кешенән йәшерткән.
Мөрсәлимдең тирә-яғында эзбизташ эшкәртелеүе хаҡында мәғлүмәт фәҡәт XX быуат башына ғына тап килгән. Ер ҡуйынынан көрәк һәм кәйлә менән соҡоп алынған эзбизле шпатты соҡорҙарҙа йә ябай ҡоролошло мейестәрҙә яндырғандар.
Ҡырсынташ күренешендә табылған кальций оксиды Иҙел буйы, Көньяҡ һәм Урта Урал сәнәғәт үҙәктәренә сығарылған. Становление Металлургияның аяҡҡа баҫыуы, ҡалалар үҫеше эзбизташ табыуҙы арттырыу талабын ҡуя. Ауылдарҙа яндырылмаған эзбиз сығарыу менән шөғөлләнгән артелдәр барлыҡҡа килгән.
Етештереүҙең ваҡ кәсепселек ысулы өс баҫҡыслы технологик линия ойоштороуҙа: тәбиғи ҡаҙылма байлыҡты табыуҙа, уны табыу хоҡуғын юллауҙа, яндырыу өсөн утын әҙерләүҙә йә күмер табыуҙа һәм яндырыуҙың үҙендә сағылған. Ул осорҙа продкуцияны алыу барышында температура режимын дөрөҫ тоҡан тәжрибәле яндырыусы алтынға бәрәбәр булған.
Үткән быуаттың 60-сы йылдарында Салауат районындағы эзбизташ тоҡомдарына республика һәм Советтар Союзының күренекле тикшеренеү институттары ғалимдары иғтибар иткән. Лаборатория шарттарында уларҙа зарарлы ҡатнашмалар булмағаны асыҡланған. Мөрсәлимдең ер аҫтында минерал запастарының бик күп булыуын геологтар ҙа фаразлаған.
1966 йылда тимер юлсылар ҡасабаһында Төҙөлөш материалдары комбинаты төҙөлә башлай. Ике йыл эсендә ваҡлау-сортлау үҙәге һәм күмерҙә эшләүсе ике шахта мейесе төҙөлә һәм эш башлай. Комбинат эшенең ҡыцҙыу осоро 70-80-се йылдар уртаһына тап килә. Ежегодно Предприятие йыл һайын 35 мең тоннаға яҡын төҙөлөш эзбизен һатҡан. Башҡортостан предприятиелары һәм Силәбе өлкәһенең металлургия заводтары комбинаттың даими заказсылары булған[1].
1985 йылдың 4 ноябрендә КПСС Үҙәк Комитеты һәм СССР Министрҙар Советының «О мерах по обеспечению известкования кислых почв» тигән 1036-сы Постановлениеһы нигеҙендә Салауат районындағы Мөрсәлим ҡасабаһында смета хаҡы 29041 мең капитал һалым һәм шул иҫәптән төҙөлөш-монтаж эштәре 22073 мең һум торған Эзбизташ оно заводы төҙөлөшө планлаштырылған. 1987 йылға завод төҙөлөшөнә 3500 мең һум, шулар эсенән төҙөлөш-монтаж эштәре өсөн 3000 мең һум капитал һалыуҙар бүленгән. Был эштең Генераль подряд ойошмаһы итеп Главбашстройҙың «Стерлитамакстрой» тресы билдәләнгән.
«Синтезхим» сәнәғәт компанияһы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте
үҙгәртергәXX быуаттың 90-с ы йылдарында партнёрҙарҙың финанс ҡыйынлыҡтары, бушатып алынған продукция өсөн түләмәүҙәре комбинаттың етештереү эшмәкәрлегенә аяҡ салды. 1998 йылда яңы хужалар барлыҡҡа килде. Улар фракцион ҡырсынташ етештереүсе күрше заводтар менән үҙ-ара отошло бәйләнештәр урынлаштыра.
Артабан комбинатты үҙгәртеп ҡороуға техник документация әҙерләнә, күрше төбәктәрҙә уның продукцияһына һорау билдәләнә.
Эзбизташ һәм уға ҡушылған компоненттары энергетика, металлургия, цемент, химия сәнәғәтендә, төҙөлөштә һорау менән файҙалана. Ҡулланыусылар менән бәйләнештәрҙе яңыртыу эштәре үҙ карьерҙарын үҙләштереү һәм белгестәр йәлеп итеү менән бер үк ваҡытта алып барыла. Бер-бер артлы дүрт шахта мейесе «эшкә егелгән» .
Алдағы киләсәктә заводтың ҡеүәттәрен этаплап капиталь яңыртып ҡороу планлаштырыла. Шпатты һалыу һәм әҙер продукцияны тейәү кеүек ауыр хеҙмәттәр механизациялаштырыласаҡ һәм автоматлаштырыласаҡ, мейестәр газ ғыулығына күсереләсәк, компьютерлаштырылған үҙәк идара пульты ҡуйыласаҡ. Белгестәр иҫәпләүенсә, комбинат тәүлегенә 200 тоннаға саҡлы төҙөлөш эзбизе сығара аласаҡ[2].
«Синтезхим» сәнәғәт компанияһы" ЯСЙ-е 2002 йылдың 26 апрелендә ойошторола.
«Синтезхим» сәнәғәт компанияһы" Салауат районы Мөрсәлим ятҡылығындағы 9179-77 ГОСТ-ына тура килгән 1, 2 ,3 сортлы 40-100 фракцияһына ҡараған яндырылмаған киҫәкле эзбиэде сығарыусы компания.
Бында һәр бер потенциаль һатып алыусыға индивидуаль ҡараған, документ тултырғанда һәм тауарҙы тапшырғанда оператив ҡыбырлаған квалификациялы белгестәр эшләй. Рәсәйҙең теләһә ниндәй нөктәһенә продукция максималь ҡыҫҡа срокта алып барып еткерелә. Көньяҡ Урал тимер юлының Мөрсәлим станцияһынан «РЖД» ААЙ-е МКР 1,0 тн күләмендәге тараларға — ярым вагондарға, минерал йөрөткөстәрҙең мөшкәһенән, шулай уҡ һатып алыусының үҙенең ярым вагондарына юғарынан бушатып тейәлә.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәООО «Синтезхим» Адрес:450059, г. Уфа ул Комсомольская, д.35 Телефон:+7 (347) 223-73-81 E-mail: ufatip@yandex.ru Сайт: http://pksintezhim.ru 2018 йыл 7 март архивланған.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Алексей Осипов, Мурсалимкинский потенциал. — газета «Республика Башкортостан» от 16.10.2007, № 203.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәООО «Синтезхим» Адрес:450059, г. Уфа ул Комсомольская, д.35 Телефон:+7 (347) 223-73-81 E-mail: ufatip@yandex.ru Сайт: http://pksintezhim.ru 2018 йыл 7 март архивланған.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Алексей Осипов, Мурсалимкинский потенциал. — газета «Республика Башкортостан» от 16.10.2007, № 203.