Юлай (Салауат районы)
Юлай (рус. Юлаево, 1941 йылда исемен үҙгәрткәнгә тиклем Шағанай) — Башҡортостан Республикаһының Салауат районындағы ауыл, Әлкә ауыл Советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 123 кеше булған[2]. Почта индексы — 452481, ОКАТО коды — 80247805004[3].
Деревня | |
Юлаево башҡ. Юлай | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Сельское поселение | |
Координаталар | |
Элекке исеме |
1941 йылға тиклем — Шаганаево |
Халҡы | |
Милли состав |
башкиры |
Почта индексы |
452481 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Географик урыны
үҙгәртергә- Район үҙәге Малаяҙға: 15 км
- Ауыл Советы үҙәге Әлкәгә: 8 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Кропачёво): 14 км
Юлай ауылы Йүрүҙән йылғаһының ҡушылдығы Атнашаҙы йылғаһы буйында, район үҙәге Малаяҙ ауылынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 15 километрҙа һәм Силәбе өлкәһе биләмәһендәге Кропачёво тимер юл станцияһынан төньяҡҡа табан 14 километрҙа урынлашҡан.
Тарихы
үҙгәртергәЮлай (Шағанай) ауылына Себер даруғаһы Шайтан-Көҙәй улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған. Ауылдың тәүге исеме билдәһеҙ.
Башҡортостандың тәбиғәт байлыҡтарын үҙләштереү дәүерендә мәғдән таныған башҡа башҡорттар араһында старшина Шағанай Бурһыҡов булған. 1740 йылда ул улус идаралығы вәкилдәренә Шайтан-Көҙәй улусына күрше урынлашҡан Тырнаҡлы ырыуы биләмәһендәге Үҙән йылғаһы буйындағы баҡыр ҡатыш тимер мәғдәне ятҡылыҡтарын күрһәткән.
Ауыл 1740 йылдан Шағанай атамаһы менән билдәле.
Өфө наместниклығының 1780 йылғы картаһында Шағанай атамалы ике ауыл күрһәтелгән. Береһе Йүрүҙән заводынан көньяҡҡараҡ, Ҡапсай ауылы янында урынлашҡан булған, Шағанайҙан көньяҡҡараҡ Илкәй ауылы урынлашҡан булған. Икенсе Шағанай ауылы Көҫкәнде йылғаһына ҡойған Атнашаҙы (Адишаду?) йылғаһының уң яҡ ярында, һәм йыраҡ түгел Морат (Муратовка) ауылы торған.
Уның фамилияһы бурhык (барсук) йәки борсаҡ (горох) һүҙенән булыуы мөмкиндер. Ғалим Әсфәндиәров «беренсеһе йышыраҡ осраған, икенсеһе сығанаҡтарҙа бөтөнләй күренмәй» тип яҙа.
Башҡорт старшиналарының енәйәте буйынса хоҡуҡи тикшереү эштәре барышында ҡөҙрәтле Бурһыҡовтың (Барсуков) ҡул аҫтындағы башҡорттарҙың күп мәсьәләләр буйынса уны ғәйепләүе асыҡланған, шуға бәйле 1743 йылда ул старшиналыҡ хеҙмәтенән бушатылған. Әммә хөкүмәткә тоғро Бурһыҡовтар улус власын ҡулдан ысҡындырмаған. Уның улдары ла оҙаҡ йылдар власть башында торған: (1773—1775 йылдарҙағы ихтилалды баҫтырғандан һуң Ямаш Шағанаев старшина булған[4]. Уның улы Һаныҡайҙы ла (Саныкай) атап үтер кәрәк, Ҡунаҡкилде Шағанаев (1748 йылда тыуған) XVIII быуаттың 80-се йылдарында, уның улы Ниғмәтулла (1782 йылда тыуған), Ниғәмтулланың улы Ғәйнулла (1813 йылда тыуған) йорт старшинаһы вазифаһын үтәгән. 1772 йылда Юлай Аҙналин башҡа 10 башҡорт старшиналары менән бергә 3 меңлек командаға етәкселек итеп, Барский Конфедерацияһына ҡаршы Польша походында ҡатнашҡан осорҙа Шағанайҙың иң өлкән улы Рысай, атаһы Юлай урынына старшина вазифаһын башҡарыусы Салауат Юлаев менән дошманлашҡан. Рысай 1762 йылда шайтан-көҙәйҙәрҙән бер төркөм кеше менән бергә заводсылар Твердышев һәм Мясниковҡа аҫаба ерҙәрҙең бер өлөшөн 1200 һумға 60 йылға ҡортомға биреүе менән билдәле. 24 йылдан был биләмәләр шул уҡ башҡорттар тарафынан И. И. Бекетоваға һатылған. VII рәүиз исемлегендә Рысайҙың 57 йәшлек улы Ҡотлоғужа Рыҫбаев күрһәтелгән.
Ғөмүмән, Бурһыҡовтар артынан йөрөгән община ағзаларының бер өлөшө Шайтан-Көҙәй улусының аҫаба ерҙәрен әрәм-шәрәм итеү менән шөғөлләнгән: 1759 йылда М. С. Мясниковҡа улус ерҙәрен һатҡан. Был ерҙәрҙә Эҫем заводы төҙөлгән. Ер һатыусыларға ҡаршы төркөм башында Юлай Аҙналин торған. Әммә намыҫлы ырыуҙаштар аҫаба ерҙәрен һаҡларға күпме тырышып ҡараһа ла, килеп сыҡмаған. 1816 йылда 70 йәше тулған Шөкөр Шағанаев, 1786 йылда ер һатыу килешеүен төҙөгәндә, ышаныслы кеше (поверенный) сифатында сығыш яһаған. Уның улдары: 10 йәшлек Ибраһим, 8 йәшлек Ҡотлоҡәҙәм, 3 йәшлек Кинйәбулат. 1816 йылғы VII йәниҫәп исемлегендә Шағанаевтың тағы бер улы — 59 йәшлек отставкалағы есаул Сәфәр теркәлгән. Сәфәрҙең улдары: Ишкенә, 1782 йылғы, Хисмәтулла, 1800 йылғы, Абайдулла, 1815 йылғы. Сәфәрҙең тыуған йылы 1757 йыл, һәм Шағанай Бурһыҡов тере. Барыһы ла — Шағанай ауылы кешеләре. 1770 йылдың 21 майында Шағанай һәм Гүләй ауылында П. С. Паллас булып киткән[5].
Шағанай ауылының артабанғы үҫеше
үҙгәртергә1795 йылда Шағанайҙағы 26 хужалыҡта 93 кеше йәшәгән, ҡатын-ҡыҙ һаны күберәк булған (51 кеше), 1816 йылда ла шул хәл күҙәтелгән. Был башҡорттарҙың традицион демографик ситуацияһына ҡаршы күренеш, сөнки ғәҙәттә енестәр нисбәте киреһенсә булған. Был хәл ҡырғын командаларының 1735—1740 йылдарҙағы, 1755 йылғы, 1773 йылдарҙағы ваҡиғаларҙа ҡатнашҡан ихтилалсыларҙы аяуһыҙ язалау һәм юҡ итеү менән бәйле булған.
1816 йылда ауылдағы 24 йортта 118 кеше, 1834 йылда 26 йортта 140 кеше йәшәгән.
Шағанай халҡы игенселек менән шөғөлләнгән (1842 йылда 49 дисәтинә һөрөнтө ер булған, 156 кешегә 41 сирек ужым һәм 222 сирек яҙғы икмәк сәселгән; 6 сирек картуф ултыртылған) һәм малсылыҡ (аттар 192 баш, эре мөгөҙлө мал — 142, һарыҡ — 112, кәзә — 36 баш), солоҡсолоҡ (11 солоҡ) һәм умартасылыҡ (20 умарта).
«Башҡортостан энциклопедияһы»нда ауыл атамаһын үҙгәртеү йылы 1941 тип күрһәтелгән[6], шул уҡ ваҡытта тарихсы Әнүәр Әсфәндиәров икенсерәк фекерҙә: «1952 йылда, Салауат Юлаевтың тыуыуына 200 йыл тулыу айҡанлы, Шағанай ауылына «Юлай» тигән атама бирелә, шуның менән донъяла йәшәргә хоҡуҡлы боронғо ауылдың, бер ни ниндәй ҙә сәбәбен аңлатып-нитеп тормай, тарихи исеме юҡҡа сыға. Теләһә ниндәй атама үҙгәртеү ҙә тәбиғилеккә ҡаршы тип танылырға тейеш»[7].
Биләмә берәмектәренә инеүе
үҙгәртергәТеркәү йылы | Улус, ауыл советы | Өйәҙ, кантон, район | Губерна, Республика | Дәүләт |
---|---|---|---|---|
1757 | улусы | Троицк өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй Империяһы |
1816 | -се йорт | -се Башҡорт кантоны | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1834 | -се йорт | -се Башҡорт кантоны | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1847 | -се йорт | -се Башҡорт кантоны, Троицк өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1859 | -се йорт | -се Башҡорт кантоны, Троицк өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1895 | улусы | Златоуст өйәҙе | Өфө губернаһы | Рәсәй империяһы |
1920 | улусы | Мәсәғүт кантоны | Автономлы Башҡорт ССР-ы | РСФСР |
1926 | улусы | Мәсәғүт кантоны | Автономлы Башҡорт ССР-ы | СССР |
1935 | Әлкә ауыл советы | Малаяҙ районы | Башҡорт АССР-ы | СССР |
1941 | Әлкә ауыл советы | Салауат районы | Башҡорт АССР-ы | СССР |
1990 | Әлкә ауыл советы | Салауат районы | Башҡортостан Республикаһы | Рәсәй Федерацияһы |
Ауыл XIX быуатта
үҙгәртергәЮлай ауылында 1859 йылда 38 хужалыҡта 189 кеше, 1865 йылда 33 йортта 190 кеше, 1895 йылда 44 хужалыҡта 230 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр[8].
Ауыл XX быуатта
үҙгәртергә1906 йылда мәсет, запас иген һаҡлай торған мөгәзәй теркәлгән. 1920 йылда 20 йортта 110 кеше теркәлгән.
Ауыл XXI быуатта
үҙгәртергәӘлеге ваҡытта ауылда Әлкә урта мәктәбе филиалы — башланғыс мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар[9].
2022 йылдың июлендә ауылда мәсет асылды[10].
Халыҡ һаны
үҙгәртергәЮлайҙа башҡорттар йәшәй (2002).
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 110 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 307 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 192 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 164 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 140 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 123 | 61 | 62 | 49,6 | 50,4 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Билдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Шағанай Бурһыҡов
- Илбәкова Франгиза Фәнән ҡыҙы (15.09.1965), режиссёр, артист, йырҙар авторы.
Урамдары
үҙгәртергә.
Тирә-яҡ мөхит
үҙгәртергә- Ер-һыу атамалары
Тауҙар:
Йылғалар:
- Көҫкәнде, Атнашаҙы
Шишмәләр: Ялан-бесәнлектәр: Таусыҡтар, түбәләр: Башҡа урын-ер атамалары:
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Юлай ауылы «Госсправка» сайтында
- ↑ МИБ. Т. 5. С. 69
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Башҡортостан энциклопедияһы — ЮЛАЙ, Ш ы ғ а н а й, Салауат р‑нындағы ауыл (Тикшерелеү көнө: 3 июль 2022)
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Юлай (Салауат районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ На родине Салавата Юлаева открылась мечеть. ИА «Башинформ», 3 июля 2022года (Тикшерелеү көнө: 3 июль 2022)
- ↑ Карта д. Юлаево. Улицы
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с. — ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 3 июль 2022)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 3 июль 2022)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Юлай (Салауат районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 3 июль 2022)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- Юлай ауылы хаҡында «Геналогия и архивы» сайтында (рус.)
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |