Сәғитов Хәбибйән Сәғит улы

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры. Гвардия өлкән сержанты.

Сәғитов Хәбибйән Сәғит улы (1911 йыл —?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры. Гвардия өлкән сержанты.

Сәғитов Хәбибйән Сәғит улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 1911
Тыуған урыны Шәрип ауылы, Миәшәгәр ауыл советы, Салауат районы
Һөнәр төрө яугир
Хәрби звание өлкән сержант
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР)

Биографияһы үҙгәртергә

Сәғитов Хәбибйән Сәғит улы 1911 йылда Башҡортостан Республикаһының Салауат районы Шәрип ауылында тыуа. 1941 йылдың декабрь айында Салауат район хәрби комиссаритаты (башҡа мәғлүмәттәр буйынса Мәсетле район хәрби комиссариаты) тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 148-се гвардия артиллерия-миномет полкының орудие оҫтаһы, өлкән миномет оҫтаһы булып хеҙмәт итә[1].

Гвардия өлкән сержанты Сәғитов Хәбибйән Сәғит улы 1942 йылдың 25 ноябрендә Обливская станцияһы (Ростов өлкәһе) районында бомба һәм артиллерия уты аҫтында утлы һыҙыҡта өс минометты ремонтлай.

1943 йылдың 20 ғинуарында Белая Калитва районында артиллерия уты аҫтында утлы һыҙыҡта ике пушканы йүнәтә. Был батырлаҡтары өсөн Сәғитов Хәбибйән Сәғит улы «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә[2].

1945 йылдың 16 февралендә Сәғитов Хәбибйән Сәғит улы Браленцин районында дошмандың һөжүмен кире ҡағыу ваҡыытнда утлы һыҙыҡта 120 мм минометты йүнәтә, һәм дошманға ҡарата ваҡытлы ут асыуҙы тәьмин итә. Реплин районында ЗИС пушкаһын утлы һыҙыҡтан алмайынса этеп ебәреүгә ҡаршы яйланмаһын ала һәм накатнигын алмаштыра. Бранденбург ҡалаһы районында дошмандың ҡаршы һөжүмен кире ҡағыу ваҡытында ут аҫтында тоҫҡауысты йүнәтә һәм дошмандың һөжүмен кире ҡағырға мөмкинлек бирә. Дееп районында ике көн эсендә 14 минометҡа профилактик йүнәтеү үткәрә. Был ҡаһарманлығы өсөн өлкән сержант Сәғитов 1945 йылдың 16 февралендә Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә