Ишембай (Салауат районы)
Ишембай (рус. Ишимбаево) — Башҡортостандың Салауат районындағы ауыл Советы үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 463 кеше[1]. Почта индексы — 452499, ОКАТО коды — 80247815001.
Ауыл | |
Ишембай | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Географик урыны
үҙгәртергә- Район үҙәгенә тиклем (Малаяҙ): 38 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Кропачево): 9 км
Тарихы
үҙгәртергәXVIII быуаттың 50-се йылдарына тиклем Ишембайҙы Мусабай тип атағандар. Ике исем дә антропоним менән бәйле. Әммә баҫылған материалдар булһа ла, ныҡлап өйрәнмәгәлектән, был кешеләрҙе белмәйбеҙ.
XVIII быуат аҙағында Ишембайҙа 18 хужалыҡ булып, уларҙа 48 ир-ат һәм 41 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән.
Биләмә берәмектәренә инеүе
үҙгәртергәТеркәү йылы | Улус, ауыл советы | Өйәҙ, кантон, район | Губерна, Республика | Дәүләт |
---|---|---|---|---|
17 | улусы | Троицк өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй Империяһы |
1816 | -се йорт | 8-се Башҡорт кантоны | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1834 | -се йорт | 8-се Башҡорт кантоны | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1847 | -се йорт | 8-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1859 | -се йорт | 8-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1895 | улусы | Златоуст өйәҙе | Өфө губернаһы | Рәсәй империяһы |
1920 | Нәсибаш улусы | Мәсәғүт кантоны | Автономлы Башҡорт ССР-ы | РСФСР |
1926 | Нәсибаш улусы | Мәсәғүт кантоны | Автономлы Башҡорт ССР-ы | СССР |
1935 | Ишембай ауыл советы | Малаяҙ районы | Башҡорт АССР-ы | СССР |
1941 | Ишембай ауыл советы | Салауат районы | Башҡорт АССР-ы | СССР |
1990 | Ишембай ауыл советы | Салауат районы | Башҡортостан Республикаһы | Рәсәй Федерацияһы |
Ауылдың XIX быуаттың икенсе яртыһындағы үҫеше
үҙгәртергә1816 йылғы VII йәниҫәп Ишембайҙа 27 хужалыҡта 84 ир-ат һәм 81 ҡатын-ҡыҙ йәшәгәнен күрһәтә. Шуларҙан 4 хужаның 3 ҡатыны булған.
Ишембайҙар игенселек һәм малсылыҡ менән шөғөлләнгән. 1842 йылда 192 кешегә 75 сирек ужым һәм 337 яҙғы ашлыҡ, 8 сирек картуф сәскәндәр.
Шулай уҡ 61 хужалыҡта 226 ат, 131 һыйыр, 33 һарыҡ, 64 кәзә аҫыралған.
1895 йылда Ишембайҙа (Мусабай), Абдрахман ауылының бер өлөшө менән, 79 хужалыҡ булған һәм уларҙа 391 кеше йәшәгән[2].
Ауылдың XX быуаттағы үҫеше
үҙгәртергә1920 йылғы совет йәниҫәбе буйынса Ишембайҙа 80 хужалыҡта 476 кеше йәшәгән[3].
Халыҡ һаны
үҙгәртергәБөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 463 | 221 | 242 | 47,7 | 52,3 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Урамдары
үҙгәртергәЕр-һыу атамалары
үҙгәртергәТауҙар:
Йылғалар:
Шишмәләр:
Ялан-бесәнлектәр:
Таусыҡтар, түбәләр:
Башҡа урын-ер атамалары:
Ауылдың билдәле кешеләре
үҙгәртергәИшембайҙа тыуып-үҫкәндәр
үҙгәртергә- Искәндәрова Хәнифә Сираж ҡыҙы (1928 йылдың 20 марты) — БАССР-ҙың Арҡауыл урта мәктәбе уҡытыусыһы, РСФСР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1967), Социалистик Хеҙмәт Геройы (1968), СССР-ҙың VIII, IX саҡырылыш (1970-1979) Юғары Советы депутаты, СССР-ҙың халыҡ уҡытыусыһы (1982)[4].
Ҡушаматтар
үҙгәртергәШулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИшембай һәм ишембайҙар тураһында ваҡытлы матбуғат
үҙгәртергә- Ә. Илдусова. Йәштәрҙе ҡурсалаһаҡ, киләсәкте һаҡларбыҙ! «Башҡортостан» гәзите. 2013, 5 июль.(недоступная ссылка)
Галерея
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001, 123 с. – 304 с. — ISBN 5—295—02843—7
- tv-rb.ru/teleproekty/poznavatelno-razvlekatelnye/bashkorttar/
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Полный список населенных мест Уфимской губернии. Уфа, 1896
- ↑ Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001, 123 с. – 304 с. — ISBN 5—295—02843—7
- ↑ Искандарова, Ханифа Сиражевна. Сайт «Герои страны»
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |